Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 454


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯЛҒАТЫУ
5. Бер-бер артлы килеү, үҙ-ара тоташыу. □ Соединяться; сращиваться. ■ Өйҙөң һул яғында .. — кирбес келәт, уға текәлеп, ялғанып киткән ҡура, бәләкәй генә һарай. Һ. Дәүләтшина.
ЯЛҒАТЫУ (ялғат-) ҡ. йөкм. ҡар. ялғау I. понуд. от ялғау I. Өҙөлгән сымды ялғатыу. Һынғанды ялғатыу.
ЯЛҒАУ I (ялға-) (Р.: присоединить; И.: connect, attach; T.: katmak, eklemek) ҡ.
1. Өҙөк йәки айырым нәмәне бер-бере-һенә ҡуша беркетеү. □ Присоединить, соединить, сцеплять, связывать. // Присоединение, соединение, сцепление, связывание. Өҙөлгән бауҙы ялғау. Һынған нәмәне ялғау. Сымдың остарын ялғап ҡуйыу. ■ [Ғариф ағай I ике ҡарағош табып, колхоз салғыларын ялғаны. Б. Бикбай, [һаҙый] сымдың ике осон да тапҡас, ялғау өсөн тип әрсей генә башлағайны, соҡор эсенән дошман танкыһы килеп сыҡты. И. Ғиззәтуллин.
2. Оҙонайтыр өсөн ҡушып беркетеү. □ Удлинять, надставлять. // Удлинение, надставка. S Ҡолға етмәгәс, арҡан ялғап төшөрҙөләр, ти. Әкиәттән. Торбаларҙы ялғау эшенә Аға Мамед уҙе етәкселек итә ине. Ә. Бикчәнтәев.
3. кусм. Алда булған эш-хәл, күренеш менән бәйләнеп, ҡушылып дауам иттереү. □ Присоединять, соединять, связывать. N Мәрғуп, .. Ғәләуҙе яҡлап, электән ук булған талашты ялғап ебәрмәҫме! Т. Йәнәби. һаңғырау ғына яңғырап .. ишетелә туп тауыштары. Уға сытырҙап, пулемёттар ялғап алып китә. Ф. Иҫәнғолов.
4. кусм. Бер фекерҙе, һүҙҙе икенсегә бәйләү йәки алдағы фекергә ҡушылып дауам иттереү. □ Связать, продолжать, добавлять. Ялғап һөйләу. tt Әхмәҙулла бабай .. баҫалҡы тауыш менән һуҙен ялғап алып китте. Ә. Вахитов. Әмир Ҡарамыш юлдашының, һуҙ нимә тураһында ғына бармаһын, уны бөгөнгө эштәргә килтереп ялғауын төшөнөп алғайны инде. Р. Байымов. Аҡылыңды юлда һынаным, һуҙгә һуҙ ялғау оҫталығыңды ла курҙем, әммә әсеңдә ниндәй ялҡын уйнау ын тойоп еткермәгәнмен [Хул-хаш]. Б. Рафиҡов.
♦ Көндө төнгә, төндө көнгә {йәки көн менән төндө) ялғау ‘көндө төндән айырмай, бер итеп, туҡтауһыҙ’ тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ Неутомимо, без устали, не покладая рук. Конде төнгә, төндө көнгә ялғап эшләу. Н [Сәғиҙә[ барыһына ла етешергә, өлгөрөргә тырышты .., көндө төнгә ялғарҙай булып йөрөп ятты. М. Тажи. Ҡул ялғау күмәкләшеп, ярҙамлашып берҙәм эшләү. □ Работать совместно, сообща. ■ Әйҙәгеҙсәле, егеттәр, аҙыраҡ ҡул ялғайыҡ! — тине Зәйни [өмә-селәргә]. Й. Солтанов. Тамаҡ {йәки үҙәк) ялғау әҙ-мәҙ ашап алыу; ҡапҡылап алыу. □ Перекусить. ■ Төшкө сәйҙән ҡалған самауырҙағы йылы һыуға икмәк ҡушып, тамаҡ ялғарға ғына ултырғайны [Гөлйөҙөм]. Һ. Дәүләтшина. Ҡыҙҙар уларҙы әленән-әле туҡтатып, ашатып, тамаҡ ялғатып алдылар. И. Ғиззәтуллин. Унда уҙенең ике ағаһы ла уҡый ине, улар көн дә инеп хәлен белеп, асыҡҡанында уҙәк ялғатып, ҡурсалап-ҡарап торҙо. М. Ҡаһарманова. Их, аҙыҡ тулы буфетын тиҙерәк асһын ине лә өҙөлөп барған уҙәктәрҙе ялғатһын ине! — тип дөйөм хисте белдерҙе бер туҙемһеҙе. Й. Солтанов. Тел ялғау килен йәки кейәү кешенең ҡайны йәки ҡәйнә менән өсөнсө кеше аша йәки бүләк биргәс кенә аралаша алыу йолаһы. □ доел. Связывание языка (обычай разговора с родителями жениха или невесты через третьих лиц или же после подношения подарка). Ҡилен кеше ҡайныһына буләк биргәс кенә тел ялғанылар.
ЯЛҒАУ II (Р.: вставка; И.: add-on; T.: takma) и.
1. Оҙайтыу, киңәйтеү өсөн ҡуйылған өҫтәмә. □ Вставка, надставка, наставка. Селтәрле ялғау. Ялғау ҡушыу. Кулдәк ялғауы.
2. лингв, һүҙҙең тамырына йәки нигеҙенә ҡушылып, лексик йәки грамматик мәғәнә биргән киҫәк. □ Окончание. Зат ялғауы. Килеш ялғауы. Үҙгәртеусе ялғау. Яһаусы ялғау. ■ Сабля һуҙе лә сап, сабыу, сабып ебәреу, итте сабып алыу мәғәнәһенә ялғау өҫтәлеп, уҙләштерелеп ингән. С. Ильясов. Ҡарасәс әбей ҙә, Сәрбиямал кеуек, ҡайһы бер
454