Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 455


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯЛҠАУЛЫҠ
һүҙҙәргә, бигерәк тә яҡындарының исемен әйткәндә, «йым», «ем» ялғауҙарын ҡушып һөйләргә ярата. 3. Биишева.
ЯЛҒАУЛЫ (Р.: наставной; И.: added; Т.: ekli) с.
Ялғап эшләнгән, ялғауы булған. □ Наставной; с наставкой, со вставкой; присоединённый. Ялғаулы бау. Ялғаулы ең. ■ Ә улар [иҫке ботинкалар] бауҙары ялғаулы булғанғамы, әллә Емеш үтә сабырһыҙ ҡыланғанғамы, сиселмәй ыҙаланы. 3. Биишева. Ялғаулы оҙон керпекле ҙур ҡара күҙҙәре айырата матур булып, тағы ла нығыраҡ асылған. Ф. Иҫәнғолов.
ЯЛҒАШ (Р.: корыто; И.: trough; T.: yalak, tekne) и. диал.
1. Оҙонса сөм һауыт. □ Корыто. Ағас ялғаш. Тимер ялғаш. ■ Олатаһы, ҙур ялғаш эсендә һуттары ағып торған рамдар килтереп, Йәмилгә ябыҡ кәрәҙҙәрен бысаҡ менән ипләп кенә асырға өйрәтте лә уларҙы барабанлы мискә эсендә әйләндерә башланы. Р. Байбулатов. [Сыуаҡай әбей:] Шунан мин тиҙ генә кендеген ҡырҡтым да, ялғашҡа йылы һыу һалып, йыуындыра башланым.
3. Биишева.
2. миф. Мифлаштырылған предмет, халыҡ медицинаһында ауырыуҙы ҡыуыу предметы булараҡ ҡулланыла. □ Корыто (мифологизированный предмет, используется в магической медицине в качестве отгонного предмета).
♦ Ярыҡ ялғашҡа ултыртыу алдашыу, ялғанлау. □ Обманывать, одурачивать. Ярыҡ ялғашҡа ултыртып китеү. Ярыҡ ялғашҡа ултыртып ҡасыу.
ЯЛҒАШЫУ (ялғаш-) ҡ. урт. ҡар. ялғау I, 1, 2. взаимн. от ялғау I, 1, 2. Өҙөлгән арҡанды ялғашыу. Ялғашып биреү. Сымды күмәкләп ялғашыу.
ЯЛҒЫҘ с. диал. ҡар. яңғыҙ. Ялғыҙ ҡайын. Ялғыҙ ҡатын. Ялғыҙ йәшәү.
ЯЛҒЫШ с. диал. ҡар. яңылыш. Ялғыш һүҙ. Ялғыш ҡараш. Ялғыш юлдан китеү.
ЯЛДАҠ с. диал. ҡар. ялҡау. Ялдаҡ ҡыҙ. Ялдаҡ булыу. Ялдаҡ кеше.
ЯЛДАУ и. диал. ҡар. ялдым. Ялдау кисеү. Ялдауға батыу. Ялдауҙан аттар үтте.
ЯЛДЫМ (Р.: омут; И.: whirlpool; Т.: longuz) и. иҫк.
һыуҙың тәрән урыны; ятыу, сөңгөл. □ Омут. Ялдымға эләгеү.
ЯЛҠАУ (Р.: ленивый; И.: lazy; T.: tembel, eringen) с.
Эшкә ихласлығы булмаған, эш һөймәҫ. □ Ленивый, нерадивый. Ялҡау кеше. Ялҡау бесәй. Ялҡауға әйләнеү. • Ялҡау баҫып йоҡлай, ултырып эшләй. Әйтем.
♦ Ата ялҡау йәки эт ялҡауы бик ныҡ ялҡау кешегә ҡарата әйтелә. □ Отъявленный лодырь. Ата ялҡау егет. ■ Ярай әле Рәйфә апай түгел, юғиһә эт ялҡауы, дәрес ҡалдырыр өсөн шулай ҡыланып йөрөйһөң, тип тетмәмде тетер ине. А. Баймөхәмәтов.
ЯЛҠАУЛАНЫУ (ялҡаулан-) (Р.: лениться; И.: laze; T.: erinmek) ҡ.
Ялҡауға әйләнеү, ялҡау булыу. □ Лениться, лодырничать. Малай ялҡауланды. Ялҡауланып бөтөү. ■ Тиҫкәреләнеп, ялҡауланып, эшкә, хеҙмәткә өйрәнеп булмай. С. Агиш. [Фатима инәй] бер туҡтауһыҙ һөйләнде лә һөйләнде: «Иген эше кинәнес, эшләй белеп эшләһәң; иген эше көйөнөс, ялҡауланып йоҡлаһаң». Ғ. Аллаяров. Ҡыҙырас ҡына белмәйме, әллә ялҡауланыпмы, ҡойроҡто насар тота. 3. Биишева.
ЯЛҠАУЛЫҠ (ялҡаулығы) (Р.: лень; И.: laziness; T.: tembellik) и.
Ялҡау кешегә хас сифат. □ Лень, леность, лодырничанье. Ялҡаулыҡҡа һалышыу. ■ Ялҡаулыҡ, эш һөймәгәнлек, кеше елкәһендә анһат йәшәргә яратыу — кешене бына ниндәй хәлгә төшөрә?! 3. Биишева. Бәләләр рәтенә: ялҡаулыҡ, тәртипһеҙлек, ҡараҡлыҡ, ошаҡлау, ғәйбәт һөйләү, лығырлаҡ булыу, карьерислыҡ, ҡомһоҙлоҡ, тупаҫлыҡ кеүек насар ғәҙәттәр ингән, имеш. Ә. Бикчәнтәев. Кеше бында [клубҡа] үҙенең һүлпәнлеген, ялҡаулығын һелкеп ташлау өсөн, көс йыйыу өсөн килергә тейеш. А. Абдуллин. • Ялҡаулығыңды юҡ итһәң, тамағыңды туҡ итерһең. Мәҡәл.
455