ялҡыҡ
ЯЛҠЫҠ (ялҡығы) (Р.: тяжёлый запах; И.: heavy smell; T.: hasta kokusu) и. һөйл.
1. Тәне янып ауырыған кешенән килгән ауыр еҫ. □ Тяжёлый, неприятный запах (о запахе от больного). Ялҡыҡ еҫ.
2. Ашҡаҙандан килгән әсе һут (ғәҙәттә, үҙәк көйгәндә була). □ Желчь. Ялҡыҡ сыға. Үҙәк көйә, ялҡығым артҡан.
ЯЛҠЫЛДАУ (ялҡылда-) (Р.: сверкать; И.: shine; T.: ışıldamak, parlamak) ҡ.
Ялтылдау, ялтлау. □ Сверкать. М Зариф, ошолай уйланып, ут күбәләре ялҡылдап торған яҡҡа тағы ла бер тапҡыр ҡарап алды. Ғ. Аллаяров. Ямғыр һыуына мансылған бөтә ҡала өҫтө ялҡылдап тора. Ә. Байрамов.
ЯЛҠЫН (Р.: пламя; И.: flame; T.: alev, yalım) и.
1. Янғанда барлыҡҡа килгән ут шәлкеме, ялпылдап торған ут. □ Пламя, огонь. Ут ялҡыны. Көслө ялҡын. Ялҡын теле. Ялҡын күтәрелеү. К Ел, ут ялҡынын ялпылдатып, тирә-яҡҡа ҡыуалай башланы. М. Тажи. Күҙ ҡамаштырғыс ялҡын балҡыны, тирә-йүнде дер һелкетеп күк ишелде, һәм ҡойоп ямғыр яуа башланы. А. Абдуллин. Көндөҙ Киев тирәһендәге Днепр төтөн эсендә, төндә ялҡын эсендә булды. И. Абдуллин.
2. Бик көслө эҫелек. □ Пламя, пар, жара. Ялҡын бәреп тора. ■ [Кояштың] ҡыҙыуынан ялан ялҡынға әйләнде. Һ. Дәүләтшина. Селләләрҙә һағынам һалҡынды, һалҡындарҙа һағынам ялҡынды. Ә. Атнабаев.
3. күсм. Көслө хис. □ Пламя, пыл, страсть (о чувствах, любви и др.). Ҡайғы-хәсрәт ялҡынында булыу. ■ Йөрәгемдә минең мәңге һүнмәй торған ялҡын бар. Ф. Рәхимғолова. Мәңге янған ҡояш ялҡынынан көслө йөрәк ялҡыны. Ғ. Хәйри.
4. күсм. Көслө ынтылыш, дәрт. □ Пламя труда. Хеҙмәт ялҡыны. ■ Ә бында йәштәр үҙҙәренә хас бер ялҡын менән файҙалы тип тапҡан эште шаулатып алалар ҙа китәләр. С. Агиш.
♦ Ялҡын йотоу оло михнәт, ғазап кисереү. □ Мучиться, страдать. К Мәйсәрә ут, ялҡын йотоп, өйөнә ҡайтып бара. С. Кулибай. Ялҡын йотоп йөрөп аҡса табылды. Т. Баишев.
ЯЛҠЫНЛАНЫУ (ялҡынлан-) (Р.: пылать, пламенеть; И.: be aflame; T.: yakınlanmak) ҡ.
1. Ялҡын барлыҡҡа килеү, дөрләү. □ Пылать, пламенеть, полыхать (о дровах, костре и т. д.). Ялҡынланып яныу. Ут ялҡынланып яна. Ялҡынланып тоҡанып китеү. Ялҡынлана башлау. ■ Танк ҡара төтөн сығарып ялҡынланып яна, бына-бына снарядтар ҙа ярыла башлар. Ғ. Аллаяров. Бүлмәнең ишек яҡ мөйөшөндәге ҙур урыҫ мейесендә өйрөлөп, ялҡынланып ҡайын утын яна. 3. Биишева.
2. күсм. Хис, дәрт менән ярһыу. □ Гореть, пылать, полыхать (о чувствах). ■ Был бейеүҙә бая урамда киң далаға ҡарап һөйләгән ялҡынланыу ҙа бар ине. С. Агиш. Оксананың йәне шулай дөм ҡараңғы төндәрҙә ялҡынланып яна. Ә. Байрамов. Нисек әтәсләнә бит, килмешәк! — тип уйланы малай һәм үҙе был әҙәм аҡтығына ҡарата йөрәгендә ялҡынланып янған асыуҙы саҡ тыйып, бер ни аңламаған төҫтә, ишек төбөндә тапанып тора бирҙе. 3. Биишева.
ЯЛҠЫНЛАТЫУ (ялҡынлат-) (Р.: вос пламенять; И.: ignite, put aflame; T.: yalım-lanmak) ҡ.
1. Ялҡынлы итеү, ялҡын булдырыу. □ Воспламенять. // Воспламенение. Ялҡынлатып костёр яндырыу. Усаҡтағы утты ялҡынлатыу.
2. күсм. Хис менән дәртләндереү, ярһытыу. □ Воодушевлять, воспламенять (о чувствах). // Воспламенение. ■ Алға баҡ, ҡәлбең яҡ, ялҡынлат. Ш. Бабич. Был, яна ғына башлаған усаҡҡа бензин һипкән кеүек, мөхәббәт уттарымды ялҡынлатып та ебәрҙе. В. Исхаҡов.
ЯЛҠЫНЛАУ (ялҡынла-) (Р.: пылать; И.: blaze; T.: yakınlanmak) ҡ.
Ялҡын булып тоҡаныу, ялҡынлы булыу. □ Пылать, пламенеть. ■ Бер ялҡынлап, бер төтөнләп яна һалдат усағы. Ә. Атнабаев. Еткән, ҡуйы оҙон һоло ике ерҙән ялҡынлап яна башланы. А. Таһиров.
ЯЛҠЫНЛЫ (Р.: пылающий; И.: blazing; T.: yalım yalım) с.
456