Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 457


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯЛЛАНЫУ
1. Ялҡын булып дөрләп янған. □ Пылающий, горящий; с пламенем. Ялҡынлы шәм. Ялҡынлы ут. Ялҡынлы булыу. Ялҡынлы итеу.
2. кусм. Көслө хискә тулы, янып торған. □ Пламенный, пылкий, жаркий, воодушевлённый, страстный. Ялҡынлы ҡараш. Ялҡынлы сәләм. Ялҡынлы телмәр.
ЯЛҠЫН ТЕЛЕ (Р.: заговор пламени; И.: incantation of a flame; T.: bir tür büyü) u. миф.
Ялҡын име. □ Заговор пламени (когда начинается пожар, произносят заклинание). ■ Үрт сыҡһа, «Ялҡын теле» тип йөрөтөлгән теләк әйтелә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯЛҠЫТҠЫС (Р.: надоедливый; И.: nagging; T.: sıkıcı) с.
Күңелгә оҡшамаған, биҙҙергес сифаты булған. □ Надоедливый, нудный, утомительный. Ялҡытҡыс эш. Ялҡытҡыс йонсоу көндәр. Ялҡытҡыс хәбәрҙәр.
ЯЛҠЫТЫУ (ялҡыт-) (Р.: надоедать кому, И.: pester smb; T.: sıkıntı vermek) ҡ.
Гел бер төрлө булып, ҡабатланып йонсотоу, йәнгә тейеү, биҙрәтеү, туйҙырыу. □ Надоедать кому, утомлять кого, докучать, досаждать кому. Ялҡытып бөтөу. Ямғыр ялҡытты. Үтенес менән ялҡытыу. ■ Юла-мановты оҙаҡҡа тартылған бәхәс ялҡытты. Н. Мусин. Әсәһе менән атаһы көн дә тиерлек тәмле-татлы кустәнәстәрҙе тауҙай өйөп килтереп торһалар ҙа, тамам ялҡытты көпә-көндөҙ бынау дурт стенаға тексәйеп ятыуҙары. Р. Байбулатов. Был йондоҙ мәсьәләһе бара-тора әсәйемде тамам ялҡытты, курәһең. 3. Биишева.
ЯЛҠЫУ (ялҡ-) (Р.: утомляться; И.: wear; T.: yorulmak) ҡ.
Гел бер төрлө нәмәнән йонсоу, биҙрәү; туйыу. □ Утомляться, уставать. Эшһеҙ ятып ялҡыу. Бер төрлө аштан ялҡыу. Һуҙҙән ялҡыу. ■ Тыңлап ултыра торғас, Сәғиҙә лә ялҡа башланы. М. Тажи.
ЯЛЛАНДЫРЫУ (ялландыр-) (Р.: полосовать кого, что; И.: slash; T.: yol yol çizmek) ҡ.
Ҡыҙарып, юлаҡланып торған эҙ ҡалдырыу (тәнгә ҡарата). □ Полосовать кого, что. Ялландыра һуғыу, һурып ялландырыу. Я Хәйрулла хәлһеҙ айғырҙы бер-ике ялландыра ҡамсылап ҡараны. Р. Өмөтбаев. [Талсыбыҡ] яланғас арҡаны буйҙан-буйға ялландырып сығарған шул. 3. Биишева. Бая ғына тәҙрә аша бригадирға Алпамыша-Йәпәтник Вәлитдин һалған юрау юш килеп, ахыры, яһил бисәнең йылтыр калушлы аяҡ төйҙәһе «һә!» тигәнсе «аҫау»ҙың арҡа буйын ыҫпай ялландырып та төштө. Й. Солтанов.
ЯЛЛАНМА (Р.: наёмный; И.: hired; Т.: ücretli) с.
Билдәле бер хаҡ өсөн ялланып башҡарылған, ялланып эшләгән. □ Наёмный. Ялланма хеҙмәт. Ялланма ғәскәр. Ялланма эшсе. Я Колхозсыны бер ниндәй хоҡуҡһыҙ ялланма эшсе итеп ҡарау ҙа шунан килеп сыға. Яр. Вәлиев.
ЯЛЛАНЫУ I (яллан-) (Р.: наниматься; И.: hire oneself; T.: ücretle çalışmak) ҡ.
Билдәле бер хаҡҡа йәки ниндәйҙер шартҡа күнеп эш башҡарыу. □ Наниматься. // Найм. Көтөу көтөргә ялланыу. Эшкә ялланыу. Ялланып эшләу. Я Закир башта, ҡырҡ-тартмасыға тамаҡ хаҡына ялланып, тартма кутәреп, «ил гиҙеп» сығып китте.
3. Биишева. Экспедицияға ялландым, йәйҙе улар менән уҙғарырға иҫәп бар. Ә. Бикчәнтәев.
ЯЛЛАНЫУ II (яллан-) (Р.: толстеть (о затылке); И.: thicken; T.: tombul duruma gelmek) ҡ.
1. кусм. Ит ултырып, ҡалынайыу (елкәгә ҡарата). □ Толстеть (о затылке). Елкәһе ялланған. Я [Мырҙабаевтың] ялланып ҡуша уҫкән елкәһе, йомро яурын баштары көс аңҡытып тора. Б. Бикбай.
2. һуҡҡандан, бәрелгәндән ҡыҙара бүртеп, тәндә юлаҡ барлыҡҡа килеү. □ Рубцеваться (о рубцах от удара кнутом и т. д.). Ялланып тороу. Ялланып сығыу. Я Ҡамсы эҙҙәре [көтөусенең] арҡаһында ялланып, ярылып тора. А. Таһиров. Шайтан ашығымдың эргәһе ҡара ҡыҙыл булып ялланып сыҡҡан. Н. Мусин.
457