ЯЛЛАНЫУСЫ
ЯЛЛАНЫУСЫ I и. ҡар. ялсы I, 1. ■ Элекке заманда илдән илгә, ауылдан ауылға йөрөп эшкә ялланыусылар куп булған. Т. Ғәниева.
ЯЛЛАНЫУСЫ II с. ҡар. ялланма. Ялланыусы эшсе.
ЯЛЛАТЫУ (яллат-) ҡ. йөкм. ҡар. яллау. понуд. от яллау. Эшкә кеше яллатыу. ■ [Әхмәт партизан:] Яллатырһың Хәлиулланан хеҙмәтсене. И. Ғиззәтуллин.
ЯЛЛАУ (ялла-) (Р.: нанимать; И.: hire; T.: ücretle çalıştırmak) ҡ.
Хаҡын йәки шартын һөйләшеп, кемделер эшкә файҙаланыу, эшләтеү; кемдеңдер эш көсөн һатып алыу. □ Нанимать, вербовать.// Наём, вербовка. Кеше яллау. Ат яллап барыу. Яллап эшләтеу. Көтөусе яллау. ■ [Әбделмән:] Әйҙә, ваҡытың булһа, беҙгә өй ҡыйығы ябырға булыш, барыбер оҫта ялларға кәрәк. И. Абдуллин.
♦ Яллап ҡуйған тиерһең кемдер бер кеше өсөн ныҡ тырышҡанда әйтелә. □ Очень сильно за кого-то стараться.
ЯЛЛАУСЫ (Р.: наниматель; И.: one who hires; T.: işveren) и.
Билдәле бер хаҡ өсөн кемделер яллап эшләтеүсе кеше. □ Наниматель, вербовщик. Шофёрҙы эшкә яллаусы.
ЯЛМАЛАУ (ялмала-) ҡ. ҡар. ялмау. ■ Томанһырап, кугәреп, болоттарҙы ялмалап, Урал тора алдымда. Ҡобайырҙан.
ЯЛМАН (Р.: тушканчик; И.: jerboa; Т.: arap tavşanı) и. зоол.
Кимереүселәр отрядына ҡараған, оҙон артҡы аяҡтары менән һикереп йөрөй торған, нәҙек оҙон ҡойроҡло дала йәнлеге. □ Тушканчик (лат. Salpingotus pallidus). Ялман өңө. ■ Яр ҡабырғаһындасы юлдың саңын борҡотоп ялман сабып китте. И. Көҫәпҡол. Байназар ялман етеҙлеге менән ситкә ялтанды. Б. Бикбай.
ЯЛМАНЫУ (ялман-) (Р.: облизываться; И.: smack one’s lips; T.: imrenmek) ҡ.
1. Аш-Һыуға ымһынып иренде ялау. □ Облизываться. Ялманып ҡуйыу. Ялманып йөрөу. ■ Фельдфебель бал ҡапҡан шикелле ялманып ҡалды. И. Абдуллин.
2. кусм. Ниндәйҙер хис менән ымһыныу. □ Соблазняться, прельщаться. Йәш ҡыҙҙарға ялманыу.
ЯЛМАУ (ялма-) (Р.: охватывать; И.: engulf; T.: sarmak) ҡ.
1. Уратып алып эләктереү, аймап алыу, ҡармау. □ Охватывать, захватывать целиком. // Охват, захват. Өйҙөң тубәһен ут ялмап алды. Ялмап ҡабыу. Я Ысыҡты ялап, сәскәне ялмап йылҡылдай салғы. Р. Назаров. Бер аҙҙан тағы бер нисә өйҙө ялҡын ялманы. Б. Рафиҡов. «Катюшалар» уты ауыл өҫтөндә бейеп, дошман окоптарын тотош ялманы. И. Ғиззәтуллин. Аҡрынлап донъяға йәнә йән керҙе: ҡаҙҙар ҡағынышты, быҙауҙар улән ялманы, бала-саға тубы-фәләненә тотондо. Т. Килмөхәмәтов.
2. Ҡармап алыу, ҡулға эләктереү. □ Схватить, захватить, брать. ■ [Һалдаттар] ашарға таптыра, .. ни эләкһә, шуны ялмай башланы. Ф. Иҫәнғолов.
3. кусм. Шыуҙырмай тотоу, эләктереү. □ Зацепить. М Сатнап, сәсрәп торған ҡоро ҡар табанды ялмай. 3. Биишева.
4. кусм. Үҙенә йәлеп итеү, биләү. □ Завоевать, захватывать, прельщать. Куңелде ялмау. Я Тәмле-татлы емеш.. ялмай, куҙҙе ҡыҙҙыра. Я. Ҡол мой. Килдең, һөйөу, йөрәгемде ялманың һин. Ғ. Байбурин. Хашимдың бөтә булмышын ҡыуаныс ялманы. Т. Ғарипова. Сәлимйәнде тәрән борсолоу ялманы: ошо мәлдә уҙе лә ялҡын эсендә ултырмаймы? Й. Солтанов.
5. Иренде тел менән һыпырып алыу, ялау. □ Облизывать. ■ [Дәржеман] аҫҡы иренен теле менән ялмап ҡуйҙы. А. Таһиров. Ауыҙын ялмап, минең Һарбайым .. килә. Р. Ғабдрахманов.
ЯЛМАУЫҘ (Р.: чудовище; И.: monster; T.: kocaman ağızlı dev) и.
1. миф. Туя белмәҫ ҙур ауыҙлы мифик зат. □ Чудовище; дракон. Ете башлы ялмауыҙ. М Егет ҡыҙҙы бирмәҫ өсөн ете башлы ялмауыҙ менән .. һуғышып китте, ти. Әкиәттән.
2. кусм. Туймаҫ тамаҡ (ҡомһоҙ кешегә ҡарата). □ Обжора. ■ Ер алыуға ялмауыҙҙар йугерештеләр, уҙ-ара талаштылар, һуғыш
458