ЯЛПАШТЫРЫУ
тылар. Бәйеттән. Һай, был ялмауыҙҙар халыҡты тағы алданылар! — тип әсенде Кинйә. Ғ. Ибраһимов. Тормошта еңеүе менән еңе-леүе сиратлап килә бит ул: күрһәтербеҙ әле беҙ һиңә күрмәгәнеңде, ялмауыҙ япун! И. Ноғманов.
ЯЛП (Р.: шмыг; И.: off it goes!; T.: çok hızlı hareket taklidi) оҡш.
Етеҙ хәрәкәт менән ҡапыл ҡуҙғалғанды, ҡапыл күренгән йәки юҡ булғанды белдергән һүҙ. □ Шмыг (подражание мельканию, быстрому движению чего-л. перед глазами). Ялп итеп ҡалыу. Ялп та ялп канат ҡағыу. ■ Көршәк ялп итеп ергә осоп төшә. 3. Биишева. Айнур, ялп итеп боролоп, туҡтап ҡалған ҡыҙ эргәһенә кире килде. Н. Мусин. А т баҫҡан еренән алға ынтыла, ҡарасҡы артҡа ялп итеп ҡала. Ғ. Хисамов.
ЯЛПАЙТЫУ (ялпайт-) (Р.: расплющивать; И.: squish; T.: yassıltmak) ҡ.
Киң итеп йәйелдереү; ялпаштырыу. □ Расплющивать. // Расплющивание. Сөйҙөң башын ялпайта һуғыу. ■ Уйылдандың .. ялпайта һуғырға тип күтәргән ағас көрәге, соланға бәрелеп, селпәрәмә килде. Н. Мусин. Әллә хәҙер барып, ялпайтып киләйемме шуны. 3. Биишева.
ЯЛПАЙЫУ (ялпай-, ялпая) (Р.: плющиться; И.: become flat; T.: yassılmak) ҡ.
1. Киң булып йәйелеү; ялпашыу. □ Плющиться, сплющиваться, расплющиваться. Ялпайып ятыу. ■ Таш менән һалмауырлап һуғып ебәргәйнем, әлеге ҡара йылан .. ялпайҙы ла ҡуйҙы. Әкиәттән. Ялпайып ятҡан ялпаҡ далала күсмә оло-ҡара күс күҙгә күренмәй ҡалмаҫ. Ғ. Хөсәйенов. Абайлабыраҡ баҫмаһаң, ялпайыуыңды көт тә тор. Д. Бүләков. Киң беләҙеккә оҡшаған тимер киҫәге малайҙарҙың күҙ алдында тәүҙә ялпайҙы, һуҙылды, унан ҡулсалап бөгөлдө, бер нисә ерҙән тишелде. Ә. Хәкимов.
2. күсм. һөйл. Һимереп йыуанайыу; йәйелеү. □ Потолстеть, расплываться, тучнеть. Күп ашауҙан ялпайыу. Өйрәк һымаҡ ялпайыу.
ЯЛПАҠ (Р.: плоский; И.: flat; T.: yassı) с.
1. Тигеҙ өҫлө, киң яҫы йөҙлө; йәйпәк. □ Плоский, приплюснутый. Ялпаҡ таш. Ялпаҡ
һауыт. Ялпаҡ кәмә. Ялпаҡ ҡамыш. Ялпаҡ селәүсендәр. ■ Өйҙәрҙең түбәһе ялпаҡ итеп .. ябылған. Ғ. Дәүләтшин. Бер тиҫтер йоҡа ялпаҡ таштар — ҡоймаҡ, ваҡ йомро таштар — бауырһаҡ, төрлө-төрлө оҙонса таштар кәнфит булды. 3. Биишева.
2. Киң, йәйенке. □ Широкий, плоский, Ялпаҡ битле кеше. Ялпаҡ танау. Ялпаҡ ауыҙ. ■ Киң яурынлы, ялпаҡ битле, ҡара һаҡаллы бер әҙәм килеп, һиңә бынан сығыу юлын күрһәтте. И. Ғиззәтуллин.
3. Өҫтө тигеҙ булған, тәпәш. □ Плоский (о верхней части чего-л.). Ялпаҡ тауҙар. ■ Ауыл .. яҡ-яғы ҡамаулы бәләкәй генә ялпаҡ үрләстә урынлашҡан. Р. Байымов. Табын еренең ҡалын урмандар менән ҡапланған ялпаҡ тауҙары — болан, мышы төйәге. Р. Байымов.
♦ Ялпаҡ тел ябай һөйләү теленә ҡарата әйтелә. □ Разговорная речь. ■ Ярлы башҡорттарҙың ялпаҡ теле дәүләт теле булып танылһын. X. Ғәбитов.
ЯЛПАҠЛАНЫУ (ялпаҡлан-) (Р.: сплющиваться; И.: be flattened; T.: yassılanmak) тс.
Ялпаҡҡа әйләнеү, ялпаҡ булыу. □ Сплющиваться, расплющиваться. Ялпаҡланған шыма таш. Тау түбәһе ялпаҡланған. М Урал һырттарындағы үркәс тауҙар ялпаҡлана төштө. Р. Шәкүров.
ЯЛПАНЛАУ (ялпанла-) (Р.: развеваться; И.: sway; flourish; T.: geniş hareketler yapmak) ҡ.
1. Ялп-йолп итеү, ялп-йолп килеү; ялпылдау. □ Развеваться, колыхаться. Ялпанлап осҡан ябалаҡ. ■ Япалаҡ һымаҡ ялпанлап, ауылсы булма, киленкәй. Ж. Кейекбаев.
2. күсм. Ҡулдарҙы ныҡ һелтәп, шәп-шәп итеп, oca-төшә баҫыу. □ Шагать, размахивая руками. Ялпанлап йәйәү барыу. ■ Исте-бай.. ялпанлап атлап ауылға инде. һ. Дәүләтшина.
ЯЛПАШТЫРЫУ (ялпаштыр-) (Р.: сплющить; И.: flatten; T.: yassılatmak) ҡ.
1. Ялпаҡ итеп йәйеү; ялпайтыу. □ Сплющить, расплющить. Ялпаштырып һалыу. Балсыҡты ялпаштыра һуғып һылау. ■ Айыу үҙ юлында тура килгән киҫкәләрҙе аҡтарып, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен туҙҙырып, тау бит-
459