ЯЛПАШЫУ
ләуендә арҡыс-торҡос йөрөгән, асығыраҡ урындарҙа эре-мар уләндәрҙе ялпаштырып ятып торған. Н. Мусин.
2. һөйл. Йыҡҡансы һуғыу. □ Свалить (ударом). Ялпаштыра һуғыу.
ЯЛПАШЫУ (ялпаш-) (Р.: быть придавленным; И.: be flattened; T.: yassılmak) ҡ.
1. Йәйелеп, ергә һеңешкән кеүек булыу.
□ Быть придавленным, сплющенным. Ялпашып ятыу. Үләндәр ялпашҡан. ■ Ялпашып боҙланған ҡарҙан уның ғәжәп ҙур йыртҡыс булыуын бик асыҡ самаларға мөмкин. Н. Мусин.
2. Сүгеү, тәпәшәйеү. □ Оседать, давать усадку. ■ Хәҙер ауылдың ергә тиңәлерҙәй булып ялпашҡан өйҙәрендә йәшәгән ярлылар .. кукрәк киреп ҡалҡҡан, һ. Дәүләтшина. Ялпашыбыраҡ ҡалған диван яйлап ҡына ҡабарҙы, тигеҙләнде. Г. Яҡупова.
3. һөйл. Йөҙ түбән ҡапланыу. □ Упасть, падать ничком. Ялпашып барып төшөу. Ялпашып ятыу.
♦ Ялпашҡыр(ы) әрләгәндә, ҡарғағанда әйтелә. □ Зложелание, проклинание.
ЯЛП-ЙОЛП (Р.: подражание частому мельканию чего-л:, И.: sound imitative word; T.: yanıp sönme taklidi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ялп иткәнде белдергән һүҙ.
□ Подражание частому мельканию чего-л. Ялп-йолп килеу. Ялп-йолп итеу. ■ Ялп-йолп итеп, бер өкө лә куренеп ҡалды. Р. Ғабдрахманов. Ялп-йолп иткән йыртҡыс ҡолап китте, тубәнләскә табан тәгәрләп барып, баҫырау йыуанлығы ағасты һындырҙы. Н. Мусин.
ЯЛП ТА ЯЛП оҡш. ҡар. ялп-йолп. Ялп та ялп ҡанат ҡағыу.
ЯЛПЫ I (Р.: масса; И.: populace; T.: halk, avam) и.
Киң ҡатлам халыҡ; күмәк төркөм. □ Масса, массы, множество. Эшсән ялпы. Ил ялпыһы. Халыҡ ялпыһы. Ялпы халыҡ. ■ Һалдат ялпыһы эшселәр яғында булып, батшаларына, байҙарына ҡаршы мылтыҡ йунәл-дермәйенсә, бер нәмә лә сыҡмаҫ. А. Таһиров. Башҡорт ялпыһы Кириллов драгундарына уҙ һуҙен әйтте. Ғ. Ибраһимов. Бигерәк тә
хөкумәт ярҙамына мохтаж ауыл ялпылары куҙ уңында тотолорға тейеш. Р. Өмөтбаев.
ЯЛПЫ II (Р.: густой; И.: dense; T.: sık) с.
Йыш ағаслы; ҡуйы. □ Густой, частый (о лесах, чаще и т. п.). Ялпы урман. Ялпы шырлыҡ. V Ялпыларҙа уҫә йукәләрең, тәмленән дә тәмле бал шунан. М. Уразаев. Яғыулыҡ, фураж һәм аҙыҡ-тулек запасы наҡыҫланды, ә алда тәрән ҡар менән ҡапланған ҡурҡыныслы Өсйорт исемле ялпы тау һуғышсыларҙың юлын кәртәләне. Я. Хамматов. Өҫтөндә аҡтуштәр йөҙгәнгә, тирә-яғында анауындай ялпы еректәр, беше талдар уҫкәнгә, ер уҙәгенән сыҡҡанға матур, тулы был шишмә. Т. Килмөхәмәтов.
ЯЛПЫ III (Р.: отвислый; И.: pendulous; T.: sarkık) с.
Һалбыр, һалынып, һалпайып төшкән. □ Отвислый, обвислый. Ялпы ҡолаҡ. ■ Ялпы ҡойроҡ етеҙ тейен оя яһай ботаҡҡа. Ғ. Ибраһимов.
ЯЛПЫЛАШТЫРЫУ (ялпылаштыр-) (Р.: распространить в массах; И.: spread among the masses; T.: popular hale getirmek) ҡ. иҫк.
Киң ҡатлам халыҡ араһына таратыу; халыҡлаштырыу. □ Распространить в массах. ■ Хәбәрселәр ерле матбуғатты ялпы-лаштырыуға ла бик ҙур хеҙмәт һалды. Т. Йәнәби.
ЯЛПЫЛДАҠ I (ялпылдағы) (Р.: оборка;
И.: frill; T.: farbala) и. диал.
Балитәк. □ Оборка. Ялпылдаҡлы кулдәк кейгән. В Бишмәтен һалды ла ул [Бәҙерниса] бер нисә ялпылдаҡлы, әберсәле кулдәге менән доктор алдына килеп баҫты. Р. Өмөтбаев.
ЯЛПЫЛДАҠ II (Р.: приветливый; И.: affable; T.: güleryüzlü) с. диал.
1. Алсаҡ, асыҡ кеше. □ Приветливый. Ялпылдаҡ кеше. Ялпылдаҡ ҡыҙ. Ялпылдаҡ булыу.
2. Үтеп сыҡҡан, үткер. □ Пронырливый. Ялпылдаҡ егет барып та еткән.
ЯЛПЫЛДАТЫУ (ялпылдат-) (Р.: колыхать; И.: sway; T.: sallamak) ҡ.
Ялп-йолп иттереү; һалпылдатыу. □ Колыхать, развевать. М Уҡалы елән салғыйын ялпылдатып Хажисолтан бай алға сыҡты.
460