ЯЛТАСЛАНЫУ
ЯЛТАНДАУ (ялтанда-) ҡ. диал. ҡар. ялтанлау. Ялтандап тик йөрөу. Бер туҡтауһыҙ ялтандау.
ЯЛТАНДЫРЫУ (ялтандыр ) (Р.: увести в сторону кого; И.: take smb aside; T.: sıyrılmak) ҡ.
1. Ҡапыл бер яҡҡа тайпылдырыу; тайшандырыу, ялтартыу. □ Увести в сторону кого, давать отскочить, увильнуть кому. Я Теге бәһлеуән бар көсөнә һелтәнде — ҡылысының ос яғы, тамашасыларҙы ялтандырып, ситкә осто. Б. Рафиҡов.
2. кусм. Эштән ҡасырға, ситләшергә мөмкинлек биреү. □ Давать увильнуть кому. Ялтандырмай эшкә ҡушыу. Ауыр хеҙмәттән ялтандырыу.
ЯЛТАНЛАНЫУ (ялтанлан-) ҡ. диал. ҡар. ялҡауланыу. Ялтанланып йөрөу. Ял-танланып ултырыу. Ялтанлана башлау.
ЯЛТАНЛАУ (ялтанла-) (Р.: озираться по сторонам; И.: gaze around; T.: etrafına bakınmak) ҡ.
Күҙҙе ян-яҡҡа йүгертеү, ялт-йолт ҡараныу. □ Озираться по сторонам. Куҙҙәре ялтанлап китте. Ялтанлап тороу. Ялтанлап ҡараныу.
ЯЛТАНЛЫҠ (ялтанлығы) и. диал. ҡар. ялҡаулыҡ. Ялтанлыҡҡа һалышыу. Ялтан-лыҡ - хурлыҡ. Ялтанлығын еңеу.
ЯЛТАННАНЫУ (ялтаннан-) ҡ. диал. ҡар. ялҡауланыу. Ялтаннанып ятыу. Ял-таннана башлау. Ялтаннанып бөтөу.
ЯЛТАННЫҠ (ялтаннығы) и. диал. ҡар. ялҡаулыҡ. Ялтанныҡ курһәтеу. Ялтаннығы менән дан алған. Ялтаннығы көслө.
ЯЛТАНЫУ (ялтан-) (Р.: увильнуть; И.: dash aside; T.: sıyrılmak) ҡ.
1. Ҡапыл бер яҡҡа тайпылыу; тайшаныу, ялтарыу. □ Увильнуть, отпрянуть, отскочить, отойти, метнуться (в сторону). Я Һикереусе ту бәндә Надирға бәрелеуҙән ҡурҡып ялтанғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Р. Байбулатов. Малайҙар саҡ юлдан ялтанып ҡалдылар, кырандас эргәләренән жыулап утеп китте. Б. Бикбай. Дейеу пәрейе шунда уҡ йәш батырҙы юҡ итергә ҡулына суҡмарын ала, инде һуҡтым тигәндә, Ҡуҙыйкурпәс ялтана. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. кусм. һөйл. Берәй эш-хәлдән ҡасып ситләшеү. □ Увильнуть (от работы, ответственности и т. п.). Эштән ялтанып йөрөу. Яуаптан ялтанып ҡалыу.
ЯЛТАРТЫУ (ялтарт-) ҡ. ҡар. ялтандырыу. Атты ялтартыу.
ЯЛ ТАРТЫУ (ял тарт-) ҡ. диал. ҡар. ял итеү. Ғаилә менән ял тартыу. Ял тартырға барыу. Куңелле итеп ял тартыу.
ЯЛТАРЫУ (ялтар-) ҡ. ҡар. ялтаныу. Я Абдрахман да куҙ буяп, ялтарып торманы. Р. Өмөтбаев. Йософҡа бөйөк кенәз Иван тура ғына яуап бирмәйенсә, төрлөсә ялтар -ҙы. М. Ямалетдинов.
ЯЛТАС (Р.: открытый; И.: naked; Т.: çıplak, açık) с.
1. Бер нәмә лә үҫмәгән, асыҡ. □ Открытый, голый (лишённый растительности). ■ Бер һабаҡ улән, бер төп ағас уҫмәгән ялтас урын табып, казак улектәрен шунда кумде-ләр. И. Ноғманов. Тауҙар элекке, әммә битләу-ҙәрендәге ҡалын ағастар аяуһыҙ ҡырҡылған, һырттар ялтас булып ята. Т. Ғиниәтуллин. Анау ялтас битләуҙәрҙе беҙ ҡырҡтыҡ инде заманында, — Хәким эйәге менән генә, куҙҙәрен секрәйтеп, йылға буйҙарына ымланы. С. Шәрипов.
2. Ялтырап торған, шыма. □ Гладкий. Ялтас таш. Ялтас таҡта. Ялтас ҡап.
3. Сәсе ҡойолған, ялтыр. □ Лысый, плешивый. Я Ялтас башлы райпо председателе Харрасов ниңәлер колхоз тәҡдим иткән фатирға төшмәне, таныштар инеме, уҙенә башҡа Мырҙабайҙың иркен өйөнә урынлашты. Р. Байымов. Һонтор буйлы, ялтас башлы Ҡотлояр елкәһен ҡашыны. Р. Камал. Таҙа кәуҙәле, киң битле, ҙур ялтас башлы, ярты өҫтәлде бер уҙе алып ултырған илле йәштәрҙәге ир профессор Алпаев ине. Н. Ҡотдосов.
ЯЛТАСЛАНЫУ (ялтаслан-) (Р.: оголиться; И.: become bare; T.: çıplaklaşmak) ҡ.
1. Яланғасҡа, асыҡҡа әйләнеү. □ Оголиться. // Оголение. Я Әле бында, әле тегендә куп битләуҙәр ялтасланып ята. С. Шәрипов.
463