Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 464


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯЛТ ИТЕҮ
2. Ялтасҡа (2) әйләнеү, ялтас булыу. □ Делаться гладким, шлифоваться. Таш ялтасланып тора. Иҙән ялтасланып киткән.
3. Сәс ҡойолоп, ялтырға әйләнеү. □ Плешиветь, лысеть. ■ Ғиниәт Әухәҙиевич был йылдарҙа ныҡ һимерҙе, башы ялтасланды, хәрәкәттәре яйланды. Р. Камал. Бынан дурт-биш йыл элек кенә әле ҡупырайып йөрөгән Әһлиевте лә донъя йөгө баҫа башлауы куҙгә ташлана, итләс киң маңлайында һырҙар артҡан, тубә сәсе бөтөнләй һирәгәйеп, ялтаслана төшкән. Н. Мусин. Алт-мышын ҡыуған, кәуҙәһе тыңҡышланған яурынтаҡ мосафир - Салауатов Дауыт бейсболкаһын ялтаслана башлаған тубәһенә йәтешләп аҫҡараҡ ыңғайланы. С. Шәрипов.
ЯЛТ ИТЕҮ (ялт ит-) (Р.: быть чистым; И.: be neat spick and span; T.: temiz olmak) ҡ.
Яҡшы сифатлы, ҡарауға матур булып ялтырап тороу. □ Быть чистым, блестеть, сверкать (об одежде, обуви, доме и т. п.). ■ Бер нисә йылдан бирле бындай таҙартыуҙы курмәгән мәктәп ишек алды ялт итеп таҙартылып алынғас, бөтәһенә лә рәхәт булып тойолдо. С. Агиш. Якушевтың хром итеге бөгөн ялт итеп тора ине, йәшел улән һуты уның төҫөн боҙоп ағартты ла ҡуйҙы. Ғ. Аллаяров. Ыҡсым итеп йыйыштырылған таҙа өй эсе, ялт итеп торған турбаш, ап-аҡ мейес, сәңгелдәк, бала мышнау ы, тәҙрә төбөндәге сәскәгә бөрөләнгән гөлдәр - барыһы ла Хашим куңеленең иң нескә ҡылдарына ҡағылғандай, наҙлағандай. Т. Ғарипова.
ЯЛТ ИТТЕРЕҮ (ялт иттер-) (Р.: чистить; И.: tidy up; T.: pırıl pırıl yapmak) ҡ.
Яҡшы сифатлы итеү, таҙартыу, ялтыратып ҡуйыу. □ Чистить, сделать чистым, блестящим. ■ [Мария Тереза] керҙәре кип-кәнсе, ҡырып-ҡырып өй иҙәнен йыуҙы, соланды һепереп алды, ялт иттереп дурт тәҙрәне һөртөп сыҡты. М. Кәрим.
ЯЛТ-ЙОЛТ (Р.: подражание поблескиванию, частым вспышкам света; И.: imitative word; T.: yıldır yıldır) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат ялт итеп, балҡып киткәнде, йылтырағанды белдергән һүҙ. □ Подражание поблёскиванию, частым вспышкам
света. М Туҡтауһыҙ самолёттар оса; алда, ҡыҙғылт шаңдаҡ ялт-йолт итеп дерелдәп торған офоҡ артында, снарядтар шартлай. Ә. Бикчәнтәев. Йәшен уттарынан төн ялт-йолт итеп, бик ҡаты кук кукрәуҙән өй тетрәп торҙо. Ә. Вәли. Усаҡта ғына аҙыраҡ ут әкрен генә, ялт-йолт итеп кенә янып тора. М. Ғафури.
2. Хәрәкәтте, ҡапыл булған эш-хәлде белдергән һүҙ. □ Подражание быстрому движению. В Сыуаҡай әбей, әллә уҙенең ҡыҙып, артығыраҡ һөйләп ташлауын тойоп, ҡапыл туҡталып ҡалды, тирә-яғына ялт-йолт ҡаранып алды. 3. Биишева. Һырғауыл аҡсаны усына йомдо, ян-яғына тағы ла бер тапҡыр ялт-йолт ҡаранып алды. Ш. Бикҡол. Рәмзил, әллә Фәтих ағай ысынлап та киләме тигәндәй, ялт-йолт тирә-яғына ҡаранып алды. Д. Бүләков.
ЯЛТЛАС с. диал. ҡар. ялтас. Ялтлас урын. Ялтлас баш. Ялтлас ялан.
ЯЛТЛАСЛАНЫУ (ялтласлан-) ҡ. диал. ҡар. ялтасланыу. Ялтласланып бөтөу. Ялт-ласлана башлау. Ялтласланып ҡалыу.
ЯЛТЛАТЫУ (ялтлат-) (Р.: вызывать блистание чего-л:, И.: make shine; T.: parıldatmak) ҡ.
1. Яҡты, асыҡ итеп ҡапыл балҡытыу; ялтылдатыу. □ Вызывать блистание, сверкание чего-л. М Ерән һыбайлы уткер ҡылысының йөҙөн ҡояшта ялтлатып, юлдың ике яғында ҡаҙалған сыбыҡтар — «лоза»ларҙы киҫергә тотондо. Р. Солтангәрәев. Купе ишеге көҙгөһөн ялтлатып ҡапыл һул яҡҡа шылды ла, уның урынына форма кейгән ҡалын кәуҙәле ҡатын пәйҙә булды. Т. Сәғитов.
2. кусм. Осҡондар сығарып ялтыратыу. □ Блестеть, сверкать чем. ■ Үтеп барған һалдаттар, ҡуҙҙәрен уттай ялтлатып, бәхетле егет менән ҡыҙға уҡталдылар. Я. Хамматов. Ҡәмәр куҙҙәрен ялтлатып ҡуйҙы. Д. Бүләков. [Кәли] йыртҡыстыҡына оҡшаған йәшкелт һоро куҙҙәрен ялтлатып, тирә-йунгә ҡарап алды. И. Ғиззәтуллин.
3. кусм. Яҡшы сифатлы итеп башҡарыу, таҙартыу. □ Чистить, сделать чистым, блес-
464