ЯЛТЫР
тящим. ■ [Хәлимә]ялтлатып өйөн йыйыштырып ҡуя. Яр. Вәлиев. Мәктәптән ҡайтыу менән, Фәрит Гөлзәйнәп инәйҙең кәртә-ҡураһын ялтлатып көрәп ҡуйҙы. Ф. Туғыҙбаева.
ЯЛТЛАУ (ялтла-) (Р.: блестеть; И.: shine; T.: yıldıramak) ҡ.
1. Яҡты, асыҡ булып ҡапыл балҡыу. □ Блестеть, блистать, сверкать, искриться. // Блеск, сверкание. Ялағай ялтлай. М Ҡапыл баш өсонда әлегә булмағанса йәшен ялтланы, ерҙә энә ятһа, моғайын, был мәлдә ул да куренер ине. Д. Бүләков.
2. кусм. Яҡтырып янып китеү. □ Сиять, сверкать. Йөҙө ялтлап китте. Тештәрен ялтлатып йылмайып ебәрҙе. ■ Өҫтәл артында ғына эре ултырған апайҙың куҙҙәре ялтлап китте. А. Баймөхәмәтов. [Зинунә-нең] ҙур ҡара куҙҙәрендә осҡондар ялтлап китте. С. Бәҙретдинов.
3. кусм. Яҡшы сифатлы, ҡарауға матур булып ялтырап тороу. □ Быть чистым, блестеть. // Чистота, блеск. М Ялтлап торған таҙалыҡ, тегендә-бында ҡапланған сигеуле ап-аҡ әйберҙәр өйгә айырым бер йәм биреп тора ине. Р. Ғабдрахманов.
ЯЛТ ТА ЙОЛТ оҡш. ҡар. ялт-йолт. Ялт та йолт итеу. М Ярым ҡараңғы мөйөштә ул [Хәсәнша] ҙур тоҡ менән ниҙер кутәргән һәм ялт та йолт ҡаранып ҡайҙалыр бик ашығып барған иргә тап булды. Ә. Байрамов.
Я Л ТЫ Л Д АТЫУ ( ялтылд ат-) ҡ. ҡар. ялтлатыу. Итеген ялтылдатып таҙартҡан. Тештәрен ялтылдатып йылмайҙы.
ЯЛТЫЛДАУ (ялтылда-) (Р.: искриться; И.: spark; T.: parıldamak) ҡ.
Нурға сағылып уйнау, ялтлап балҡыу; ялт-йолт итеү, ялт-йолт килеү. □ Искриться, поблёскивать, сверкать. * Хәрби кешенең тушендә орден һәм миҙалдар ялтылдап китте. Ә. Байрамов. Йәшендәр асыулы ялтылдай, ер тетрәтеп кук кукрәй. 3. Биишева. Нуриханов тағы ла ниҙер әйтергә ынтылғайны ла, йортоноң зал яғындағы тәҙрәләрендә ялтылдап ут ҡабынғанды куреп, машинанан төштө. Д. Бүләков.
ЯЛТЫР I (Р.: блестящий; И.: shining; T.: yıldır) с.
1. Ялтлап торған; йылтыр. □ Блестящий. ■ Ҡорбанов аяғына ялтыр итек, өҫтөнә һоро френч менән зәңгәр галифе кейгәйне. Б. Бикбай. Ҡәмәне кулгә төшөрөп, ишкәккә ултырған Миңлеғол, ауыҙ эсенән генә уҡынып, айҙай ялтыр хәнйәрен һыуҙа сайҡай ине. Р. Вәлиев. Соня ялтыр ҡағыҙға төрөлгән май, бер киҫәк колбасаны килтереп өҫтәлгә ҡуйҙы. Б. Ишемғол.
2. Ялтырап торған, шыма. □ Гладкий. М [Закир] ҡырын тарап ҡуйған ялтыр ҡара сәстәрен, йәш, ҡаҡса битен ҡулъяулыҡ менән һыпырып алды. 3. Биишева. Шул саҡ бабайҙың аҡһыл йөҙө, дәфтәр бите кеуек буй-буй һырланған ялтыр маңлайы, ҡояш сыҡҡандағы кеуек, ҡапыл яҡтырып, тағы ла матурланып китте. Р. Байбулатов.
3. Шып-шыма, таҡыр. □ Лысый. ■ Семён Фёдорович, Ҡасим ингәс, һөйләгән хәбәрен өҙөп, ҙур ялтыр башын усы менән тызып алды. Н. Мусин.
ЯЛТЫР II (Р.: блеск; И.: shine; T.: parıltı) и.
Ялтырап, янып торған нәмә. □ Блеск, лоск. Ялтыры бөткән. Ялтыр яғыу. Самауырҙың ялтыры тоноҡланған.
ЯЛТЫР III (Р.: плотва; И.: roach; Т.: ҫашҫа) и. диал. ҡар. сабаҡ I, 1.
һаҙандар ғаиләһенә ҡараған, күкһел һыртлы, аҡ ҡорһаҡлы, буҙ ҡойроҡло ваҡ йылға балығы. □ Плотва (лат. Rutilus rutilus). Йомро ялтыр. Ялтыр көмбәҙе. Ялтыр тотоу.
ЯЛТЫР IV (Р .: гирча; И.: perennial grass species; T.: zehirli bir bitki) и. бот.
Ағыулы күп йыллыҡ үлән. □ Гирча (лат. Selinum). Урман тулы ялтыр. Ялтыр купләп уҫкән урын. Ялтырҙы йолҡоу.
ЯЛТЫР V (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени бурзян. Ялтыр шәжәрәһе. Ялтыр араһы егете.
465