Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 466


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯЛТЫРАЙ
ЯЛТЫРАЙ с. диал. ҡар. яндырай. Ялтырай ир.
ЯЛТЫРАЙЛАНЫУ (ялтырайлан-) ҡ. диал. ҡар. ярамһаҡланыу. Ялтырайланып йөрөу. Ялтырайланып ярау. Бер туҡтауһыҙ ялтырайланыу.
ЯЛТЫРАҠ I (Р.: блестящий; И.: shining; T.: yıldır) с.
Ялтырап торған, ялтыр. □ Блестящий; глянцевый. Ялтырак йөндоҙ. ■ Кешеләр, берсә бына-бына ҡоларҙай булып, манараның ялтыраҡ ҡалайы буйлап тубән төшкән Хәсәнгә, берсә талғын ғына елберләгән ҡыҙыл флагҡа ҡарап, хайран ҡалып торҙолар.
3. Биишева. Ялтыраҡ баҡырҙы тау тоҡомдарынан айырып алыу купме көс, энергия талап итә! Р. Камал.
ЯЛТЫРАҠ II (ялтырағы) и. диал. ҡар. ялтырауыҡ I, 1. Ялтыраҡ йәбештереу.
ЯЛТЫРАҠ III (Р.: прозрачный; И.: opaque; translucent; T.: donuk) с. диал. ҡар. тоноҡ I, 1.
Тоноп таҙарған; буръяҡ түгел; таҙа. □ Прозрачный, чистый. Ялтыраҡ һыу.
ЯЛТЫРАС и. диал. ҡар. ялтырауыҡ I, 1. Ялтырас йәбештереу. Ялтырасы бик куп. Төрлө төҫтәге ялтырастар.
ЯЛТЫР АТҠЫС (Р.: лощильный; И.: polishing; T.: cila) с.
Ялтырата, шымарта торған. □ Лощильный. Ялтыратҡыс машина. Ялтыратҡыс щётка.
ЯЛТЫРАТЫЛЫУ (ялтыратыл ) ҡ. төш. ҡар. ялтыратыу 4-6. страд, от ялтыратыу
4-6. Ялтыратылған беләҙек. ■ Ун биш-егерме минуттан өс-дурт тәрилкә ялтыратылып бер яҡ ситкә өйөп ҡуйылды. М. Ҡаһарманова.
ЯЛТЫРАТЫУ (ялтырат-) (Р.: освещать;
И.: illuminate; T.: aydınlatmak) ҡ.
1. Яҡты итеп балҡытыу. □ Освещать, озарять. // Освещение, озарение. ■ Ҡояштың алһыу нурҙары тушәмдәге ҡалпаҡһыҙ электр лампочкаларына төшөп, уны алһыу төҫкә индереп ялтырата. С. Агиш. Ҡайһы берәуҙәр, юл өҙөлөргә тороуға ҡарамаҫтан, балтаһын ҡояшта ялтыратып, урамда
бөгөн дә әкрен генә бура бурап ята. Р. Ғабдрахманов.
2. Асыҡ итеп күрһәтеү (аҡ төҫтәге нәмәләргә ҡарата). □ Показывать, обнажать, оголять. Тубыҡтарҙы ялтыратыу. ■ Януар һөңгө башылай оҙон тештәрен айға ялтыратып, алаптай ҡыҙыл ауыҙын асты ла һушты китерерлек итеп укереп ебәрҙе. Р. Вәлиев.
3. кусм. Эске тойғо менән балҡытыу, нурландырыу (куҙгә ҡарата). □ Блестеть, сверкать. ■ Ҙур ҡара куҙҙәрен ялтыратып, цехком председателе Саръянға ҡулдарын һуҙа. Ә. Байрамов.
4. Ышҡып, таҙартып, буяп һ. б. юл менән ялтыр итеү. □ Делать блестящим, придавать блеск, наводить лоск, глянец. // Придание блеска, наведение лоска, глянца. Самауырҙы ялтыратыу. ■ Оло йәштәгеләр байрамса кейенгәндәр, муйындарына аҫҡан тәреләрен ҡомғамы, теш порошогынамы ышҡып ялтыратҡандар. И. Абдуллин. Итектәрен ялтыратып алып, шинелен кейеп алды ла Буран урамға сыҡты. Ә. Бикчәнтәев. [Мәликә] кәрәсин тултырған шәменең ҡыуығын ялтыратҡансы һөртөп, урынына ҡуйҙы. Т. Ғарипова.
5. Бик яҡшы итеп таҙартыу, йыуыу һ. б. □ Вымыть, убираться, чистить (до блеска). ■ Райхана апай магазиндан ҡайтыуға Гөлнур өй иҙәнен ялтыратып йыуып, ашын бешереп ҡуйғайны инде. Р. Байбулатов.
6. кусм. һөйл. Күҙ асып йомғансы ашау, эсеү. □ Быстро съесть (выпить), слизнуть; уплетать. ■ [Ҡоҙалар] ҡоштабаҡтың төбөн ялтыратып ҡуйыуға, алдыбыҙға бер биҙрә һалҡын һыу ҙа килеп ултырҙы. М. Кәрим.
7. кусм. һөйл. Яңаҡҡа һуғыу, сикәләү. □ Дать пощёчину. ■ [Ғәли Вәлимә тураһында:] Үбәм тип торғанда ғына яңаҡҡа саҡ ялтыратманы. Ғ. Лоҡманов.
♦ Табан (йәки үксә) ялтыратыу әйләнеп тә ҡарамай ҡасыу. □ соотв. Засверкать пятками; показать пятки; пуститься наутёк; дать стрекача. ■ [Вәзих - егеткә:] Һин, москвич, давай, табаныңды ялтырат ауылдан. Т. Ғиниәтуллин. Буран ҡуба башлағас
466