Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 467


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯЛТЫРАУЫҠ
та, Ғабдулла бригадаһынан йыраҡ тугел эшләусе немец оҫталары, бер-береһенә ҡарашып, уҙ телдәрендә нимәлер мығырлаттылар ҙа табандарын ялтыраттылар. Д. Исламов. Малай табан ялтыратырға булып тау яғына куҙ төбәне, тағы кире дунде. Р. Камал.
ЯЛТЫРАТЫУ МАШИНАҺЫ (Р.: лощильная машина; И.: polishing device; T.: cila makinesi) и. тех.
Нимәнелер шымартыу механизмы. □ Лощильная машина, лощилка. Ялтыратыу машинаһын ҡулланыу.
ЯЛТЫРАУ (ялтыра-) (Р.: блестеть; И.: shine; T.: parlamak) ҡ.
1. Ялт итеп балҡыу, нур сәсеү. □ Блестеть, светиться, сиять, сверкать. // Блеск, блистание, сверкание. Ялтырап ятҡан ҡаты ҡар. М Ергә туп-тура ҡарап, ялтырап ҡояш сыҡты; бөтә яланды, тау баштарын, урман өҫтәрен, колхозды ҡапыл яҡтыртып ебәрҙе. С. Агиш. Куктә инде тула башлаған ай ялтырай, йондоҙҙар емелдәй. Н. Алсынбаев. Ялтырап та утә атҡан саҡта уҡ-һаҙаҡтыц башаҡ ҡоросо. Халыҡ йырынан. Көмөш тамсылар, ҡояшта ялтырап, тирә-яҡҡа һирпелде. Ә. Байрамов. • Һәр ялтыраған нәмә алтын тугел. Әйтем.
2. Асыҡ булып күренеү (аҡ төҫтәге нәмәләргә ҡарата). □ Блестеть, светиться, проглядывать, лосниться, отсвечивать, отсвечиваться (о чём-л. светлом). // Блеск, отсвет. Яланғас тубыҡтары ялтырап куренеп тора. М Йугереугә ҡамасаулаған шинеленец салғыйҙарын йыйып тотҡан гимназистың табандары ғына ялтырай, уҙе, нисектер, бик ҡыҙыҡ һикерәнләп йугерә ине. X. Мохтар. Тәрбиәсе Катеринчуктың тап-таҡыр итеп ҡырылған башы лампа яҡтыһында ялтырай ине. Ә. Бикчәнтәев.
3. Эске тойғонан балҡыу (куҙгә ҡарата)-, яныу. □ Сиять, сверкать (о глазах). ■ Баб-саҡтыц ҡатынын алам уҙемә тип, Кара-ғөлөмбәттец куҙҙәре ялтыраны. «Бабсаҡ менән Күсәк». Айҙар Сәлиховичтың ҡара ҡаштары емерелде, куҙҙәре уҫал ялтыраны. Р. Байбулатов. Хисмәт ағайҙың ҡап-ҡара
куҙҙәре тоноҡ ут яҡтыһында зәһәр уҫал ялтырай ине. Р. Байбулатов.
4. кусм. Йөҙгә, сырайға шатлыҡ билдәһе сығыу; балҡыу. □ Сиять, радоваться. M Зәлифә .. ҡупшы баҫып, ялтырап көлөп инде. һ. Дәүләтшина.
♦ Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай яҡшы булып күренеп, эсендә насар уй йөрөткән кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Делать хорошую мину при плохой игре. Тыштан ялтырап, эстән ҡалтыраған әҙәмдәр кубәйҙе.
ЯЛТЫРАУЫҠ I (ялтырауығы) (Р.: блеск; И.: shine; T.: parlaklık) и.
1. Ялтырап торған, йылтыр нәмә. □ Блеск, лоск. Ялтырауыҡтарға ҡыҙығыу. М Элек алтмыш-етмеш һум торған итектәр, берәй ялтырауыҡ йәбештергәндән һуң, баҙарҙа ике йөҙ һум да өс йөҙ тора, хатта куберәк. Д. Бүләков. Әфисәрҙәр бисәләр алдында «бравый» булғылары килептер инде, барлыҡ ялтырауыҡтарын, солдатский тип аталған тартма-ҡылыстарын да элеп алдылар. С. Ильясов.
2. Кейем-Һалымды биҙәү өсөн тағыла торған ялтыр ваҡ тәңкә. □ Блёстки. Ялтырауыҡ баҫыу. Ялтырауыҡ тағыу. Ялтырауығы төшкән.
3. һөйл. Көршәк, сынаяҡҡа һ. б. ялатҡан махсус ялтыр иретмә. □ Глянец, глазурь, мурава, полива; обливка. Ялтырауыҡ ялатыу. һауыт-һабаға ялтырауыҡ йугертеу.
4. диал. ҡар. ялтырма. Кармаҡҡа ялтырауыҡ тағыу. Төрлө формалағы ялтырауыҡтар.
5. кусм. Тышҡы алдатҡыс матурлыҡ. □ Внешний лоск, блеск. ■ Ләкин Ҡарасәс әбейҙе тышҡы ялтырауыҡ менән генә ышандырыу ы ауыр. 3. Биишева.
ЯЛТЫРАУЫҠ II с. ҡар. ялтырауыҡлы. Ялтырауыҡ әйбер. Ялтырауыҡ тормош. ■ Тур өҫтәлдәге ҙур һары радиоалғыс өҫтөндә ялтырауыҡ яулыҡтар. Д. Булатова. Ялтырауыҡ кәбәктәр, дошман караптары курен-гән юҫыҡҡа тоҫҡалған көйө, бер аҙға ғына ҡатып ҡалды. И. Ноғманов.
467