ЯЛТЫРАУЫҠ
ЯЛТЫРАУЫҠ III (ялтырауығы) (Р.: мальки сорожек; И.: roach fry; T.: balık yavrusu) и. диал.
Ваҡ йылға балығы, ваҡ сабаҡ. □ Мальки сорожек. Йылғала ялтырауыҡтар күбәйгән.
ЯЛТЫРАУЫҠ ҠУҢЫҘҘАР (Р.: жуки-блестянки; И.: sap beetle; T.: ekşilik böcekleri) и. зоол.
Төрлө төҫтәге ваҡ ялтыр бөжәктәр. □ Жуки-блестянки (лат. Nitidulidae). Ялтырауыҡ ҡуңыҙҙар һары, күк, ҡыҙыл тоҫтәрҙә була.
ЯЛТЫРАУЫҠЛЫ (Р.: блестящий; И.: shining; T.: parlak) с.
1. Ялтырап торған. □ Блестящий, сверкающий, яркий. Ялтырауыҡлы уйынсыҡ. ■ Хәрбиҙәрҙең өҫтөндә өр-яңы кейем: ялтырауыҡлы погондар, эполеттар, кокардалы фуражкалар. В. Исхаҡов. Ялтырауыҡлы ҡалай менән сыбарланған оло һандыҡ өҫтөндә өйөүле яҫтыҡ-мендәрҙәр. Я. Хамматов.
2. күсм. Ниндәйҙер хистән, тойғонан ялтыраған (күҙгә ҡарата). □ Блестящий, сверкающий. ■ Оҙаҡ көттөрмәй, кантур ишеге асылып, таҙа кәүҙәле, ҙур мыйыҡлы, ялтырауыҡлы күҙле, өҫтөнә күн тужурка, аяғына оҙон ҡуныслы итек кейгән бер кеше сығып тупһаға баҫты. М. Ғафури.
3. күсм. Алдай торған, алдатҡыс матур. □ Блестящий, обманчивый, показной. Ялтырауыҡлы һүҙҙәр. Ялтырауыҡлы хәбәр менән әүрәтеү.
ЯЛТЫРАУЫҠЛЫ КҮРӘН (Р.: осока блестящая; И.: sedge, carex; T.: su çulluksazı) и. бот.
Дымлы урында үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән. □ Осока блестящая (лат. Carex liparocarpos). Ҡыяҡлы ялтырауыҡлы күрән. Йәш ялтырауыҡлы күрән.
ЯЛТЫРАШЫУ (ялтыраш-) ҡ. урт. ҡар. ялтырау, взаимн. от ялтырау. ■ Иген баҫыуҙары, еҙ келәмдәр кеүек ялтыратып, күҙҙәрҙе сағылдырып көйрәп ята. һ. Дәүләтшина. Теләйһең икән, төш теләһә ҡайһы күл буйына ҡулыңа ҡармаҡ тотоп — ҡыҙылғанаты, сабағы, алабуғаһы, ҡарағанаты,
оптоһо, ҡорманы, йәйене, суртаны ялтыратып торор. Т. Килмөхәмәтов.
ЯЛТЫРБАШ (Р.: плешивый; И.: bald; T.: kel) с. диал. ҡар. пеләш II.
Сәсе ҡойолған, ялтыр. □ Плешивый, лысый. Ялтырбаш ирҙәр йыйылған.
ЯЛТЫРГӨПШӘ (Р.: дягиль лекарственный; И.: garden angelica; T.: melekotu) u. диал. ҡар. айыу көпшәһе.
Дымлы йылға буйҙарында һәм һаҙлыҡлы урындарҙа үҫкән, һарғылт йәшел сәскәле ике йәки күп йыллыҡ үҫемлек. □ Дягиль лекарственный, дудник обыкновенный (лат. Archangelica officinalis). Ялтыргөпшә йыйыу. Ялтыргөпшә күпләп үҫкән урын.
ЯЛТЫР-ЙОЛТОР (Р.: блестящий; И.: flashing; T.: parlak) с.
Ялт-йолт итеп ялтырап торған; ялтыр. □ Блестящий. Ялтыр-йолтор кейем. ■ Ялт-йолт фотоаппарат уттары, камералар, ялтыр-йолтор журналдарҙан интервью алырға килгән ялбыр-йылғыр репортёрҙар. Р. Сабитова.
ЯЛТЫРҠА I (Р.: приветливый; И.: affable; T.: güleryüzlü) с. диал. ҡар. алсаҡ.
Асыҡ сырайлы, илгәҙәк, көләс, ирәбе. □ Приветливый, радушный. Ялтырҡа ҡыҙ. Бигерәк ялтырҡа бала.
ЯЛТЫРҠА II (Р.: синец; И.: bream species; T.: çapak balığı) и. диал. ҡар. күкйөн.
Ҡорбан балыҡтар ғаиләһенә ҡараған, йәшел һыртлы йоҡа ғына йылтыр йылға балығы; йоҡа сабаҡ. □ Синец (лат. Abramis ballerus). Ялтырҡа тотоу. Ялтырҡаны тоҙлап киптереү.
ЯЛТЫРҠА III (Р.: плотва; И.: roach; Т.: ҫашҫа) и. диал. ҡар. сабаҡ I, 1.
Йылғаларҙа һәм күлдәрҙә күпләп йәшәй һәм аулана торған 15—35 см оҙонлоҡтағы балыҡ. □ Плотва (лат. Rutilus rutilus). Ялтырҡа эркеүе. Ыҫланған ялтырҡа. Ялтырҡа ҡурыу.
ЯЛТЫРЛАУ (ялтырла-) (Р.: сверкать; И.: sparkle; T.: parlamak) ҡ. диал. ҡар. балҡыу.
468