Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 469


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ялыныс
Көслө ялтырау, балҡыу. □ Сверкать, сиять; светиться. // Сверкание, сияние. Йәшен ялтырлап ҡалды.
ЯЛТЫРМА (Р.: блесна; И.: spoon-bait; T.: parıltı) и. балҡ.
Ялтыр ҡалайҙан балыҡ һымаҡ итеп яһап, ҡармаҡҡа таҡҡан алдатҡыс һәм шундай алдатҡыслы ҡармаҡ. □ Блесна. Ялтырма ырғытыу. Тимер ялтырма. Баҡырҙан яһалған ялтырма. Ялтырма менән балыҡ тотоу. Ялтырманы һыуға ырғытыу.
ЯЛТЫРСА (Р.: быстрянка; И.: bleak species; T.: inci balığı) и. диал.
Ваҡ йылға балығы, ваҡ сабаҡ. □ Быстрянка (лат. Albumoides bipunctatus). Ялтыр -салар эркелгән. Ялтырса һөҙөү.
ЯЛТЫР САБАҠ (сабағы) (Р.: уклейка; И.: bleak; T.: inci balığı) и. диал.
Европаның бөтә йылғаларында йәшәй торған ваҡ йылға балығы, ваҡ сабаҡ. □ Уклейка (лат. Albumus albumus). Ялтыр сабаҡ һөҙөү. Ялтыр сабаҡ тотоу.
ЯЛТЫРСЫҠ (ялтырсығы) (Р.: гирчов-ник; И.: hemlock-parsley; T.: maydanozgillerden bir bitki) и. бот.
Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, һирәк осрай торған үлән. □ Гирчовник (лат. Conioselinum). Ҡытай ялтырсығы. Татар ялтырсығы.
ЯЛТЫШ (Р.: синец; И.: bream species; T.: çapak balığı) и. диал. ҡар. күкйөн.
Ҡорбан балыҡтар ғаиләһенә ҡараған йәшел һыртлы йоҡа ғына йылтыр йылға балығы. □ Синец (рыба) (лат. Abramis bal-lerus). Ялтыш тотоу. Ҡармаҡҡа ялтыш эләктереү.
ЯЛУАРЫУ (ялуар-) ҡ. диал. ҡар. ялбарыу. Үтенеп ялуарыу. ■ Ирҙәр ҡорал һораны, ҡатындар бала-сағаның тамағын туйҙырыу хаҡында ялуарҙы. Б. Рафиҡов.
ЯЛЫҠҺЫНЫУ (ялыҡһын-) ҡ. диал. ҡар. ялҡыу. Эҫенән ялыҡһыныу. Эшһеҙлектән ялыҡһыныу. Ялыҡһынып бөтөү.
ЯЛЫҠҺЫУ (ялыҡһы-) ҡ. диал. ҡар. ялҡыу. Ялыҡһып китеү. Ялыҡһып ултырыу. Ауыр эштән ялыҡһыу.
ЯЛЫНДЫРТЫУ (ялындырт ) ҡ. йөкм. ҡар. ялындырыу, понуд. от ялындырыу. Ялындыртып ҡына эшләү. Ялындыртып ҡына һөйләү.
ЯЛЫНДЫРЫУ (ялындыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ялыныу, понуд. от ялыныу. Ялындырып ултырыу. ■ Ниһайәт, машина, оҙаҡ ялындырып, тиҫкәреләнеп торғандан һуң, кювет буйлап китте. И. Абдуллин. Байназар ялындырып торманы, сыңғыратып, гармун күреген бар киңлегенә тартып уйнап ебәрҙе. Б. Бикбай. Гөлйөҙөм ялындырып ҡарағайны ла, Хөсәйен ай-вайына ҡуйманы. Яр. Вәлиев.
ЯЛЫНҺЫТЫУ (ялынһыт-) (Р.: допускать пригорание; И.: let be burnt; T.: dibini tutturmak) ҡ. диал. ҡар. күмһетеү.
Ялҡын, төтөн тәме индереү. □ Допускать пригорание. Һөттө ялынһытыу.
ЯЛЫНҺЫУ (ялынһы-) (Р.: подгорать; И.: burn slightly; T.: dibi tutmak) ҡ. ҡар. күмһеү 1.
Ҡырҙа, асыҡ утта әҙерләнгән сәй, аштан һ. б. ялҡын, төтөн тәме килеү. □ Подгорать, пригорать; приобретать вкус, запах горелого. Бутҡа ялынһыған. Ялынһыған еҫ.
ЯЛЫНЫП-ЯЛБАРЫП (Р.: умоляя; И.: entreating in every way; T.: yalvararak) р.
Бик ныҡ инәлеп. □ Умоляя, заклиная, жалобно. Ялынып-ялбарып һорау. ■ Иллә мәгәр был ҡыҙ йөҙөктө бирмәне, ти. Ә егет ҡыҙ артынан ялынып-ялбарып ауылға саҡлы барҙы, ти. Әкиәттән. Атаһының үҙенә сатиндан күлдәклек алып тиҙерәк ҡайтыуын Алланан ялынып-ялбарып теләне ул [Емеш].
3. Биишева. Ете башлы дейеү ялынып-ялбарып, үҙенә шул әмәлде тиҙерәк өйрәтеүҙе юха йыландан ныҡый башлаған. Ш. Янбаев.
ЯЛЫНЫС (Р.: просьба; И.: request; Т.: yalvarı) и.
Нимәлер һораған, үтенгән мөрәжәғәт; үтенес. □ Просьба, мольба. Ялыныс төшөү. Н [Ғаяз:] Булат ҡустым, һиңә бик ҙур ялыныс бар әле. Д. Юлтый. Хандың губернаторҙы ялҡытып бөткән ялыныстары ла әллә ни хәтле. Ғ. Хөсәйенов. Кешегә көнөң ҡалмаһын, ялынысың төшмәһен икән ул. 3. Биишева. • Ярлы көнө — ялыныс. Әйтем.
469