Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 470


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ялыныслы
ЯЛЫНЫСЛЫ (Р.: умоляющий; И.: entreating; T.: yalvaran) с.
Ялынған хәлдәге, ҡыҙғаныс, йәл. □ Умоляющий, жалобный, просящий. Ялыныслы күҙҙәр. Ялыныслы ҡиәфәт. М Артыҡйән ҡарттың ялыныслы был һүҙҙәре Фәрзәнәне ғәжәпкә ҡалдырҙы. Ф. Әсәнов. Кипарис ҡарт тыштан ишек дөбөрләтте, ялыныслы тауышы Мопсик ләңкелдәүенә аралашты. Й. Солтанов. Әхәт ялыныслы ҡарашын дуҫына йүнәлтте. 3. Биишева.
ЯЛЫНЫУ (ялын-) (Р.: упрашивать; И.: plead to smb; T.: yalvarmak) ҡ.
Түбәнселек менән нимәлер хаҡында үтенеп һорап мөрәжәғәт итеү. □ Упрашивать, умолять кого', обращаться с мольбой к кому.// Мольба, просьба. Ш Ләкин, ниңәлер, ул [Иршат ] Әлфиәнең ялынып саҡырыуына ла килергә, яуап бирергә теләмәне. И. Абдуллин. Сәйфетдин ошо тыңҡышҡа («кейәү» тип әйтергә теле бармай) ялынырға мәжбүр. Р. Байымов. Ғәзинур хаким ялҡауҙарҙан үҙенең яҙмышын тиҙерәк хәл итеүҙе һәр көндө ялынып һорай ине. Р. Ғабдрахманов. • Яҡшыға ялынһаң — малың ҡалыр, яманға ялынһаң — йәнеңде алыр. Мәҡәл. Яманға ялынғансы ят та яныңды ҡарма. Әйтем.
ЯЛЫНЫУЛЫ с. ҡар. ялыныслы. Ялыныулы тауыш. Ялыныулы ҡараш.
ЯЛЫУ [рус. жалоба] (Р.: жалоба; И.: complaint; T.: şikayet) и.
Кеше йәки ойошма өҫтөнән яҙып биргән рәсми ҡағыҙ; ошаҡ. □ Жалоба. / Жалобный. М Мөхөтдин Әҙеһәмов инде нисәмә көн Үҫәргән төбәктәрендә ялыуҙар тикшереп, ғәскәри йомоштар үтәп йөрөй. Р. Байымов. Ялыуҙарҙың береһе Рауза исемле ҡатын тарафынан яҙылған. Т. Ғарипова. Почта мөдире өҫтөнә ялыуҙар яуҙы. Р. Камал.
ЯЛЫУ БИРЕҮ (ялыу бир-) (Р.: подать жалобу; И.: file a compaint, complain; T.: şikayet etmek) ҡ.
Кеше йәки ойошма өҫтөнән кәрәкле урынға ялыу тапшырыу. □ Подать жалобу. ■ Ул [Армен], был ғәҙелһеҙлек менән килешә алмай, иң юғары хөкөм урындарына кассацион ялыу биреп ҡарай, үкенескә ҡаршы,
бирелгән срогын үҙгәртмәй ҡалдыралар. Р. Байбулатов. [Семён - Саняға:] Бына был китапты уҡып сыҡһаң, Аҡ батшаның ниндәй «миһырбанлы» икәнен, үҙенә байҙар өҫтөнән ялыу бирергә килгән ҡоралһыҙ эшселәрҙе нисек ҡаршы алғанын белерһең. X. Мохтар.
ЯЛЫУ ИТЕҮ (ялыу ит-) (Р .: жаловаться на кого', И.: complain; T.: şikayet etmek) ҡ.
Теге йәки был кеше, ойошма өҫтөнән ялыу яҙыу. □ Жаловаться на кого. М Ләкин халыҡтың түҙеме тиҙ бөттө. Уның [Бра-гиндың] өҫтөнән губернаторға, Тәвкилевкә ялыу итергә барып ҡаранылар. Ғ. Ибраһимов.
ЯЛЫУ КЕНӘГӘҺЕ (Р.: жалобная книга; И.: complaint book; T.: şikayet defteri) и. һөйл.
Халыҡты хеҙмәтләндергән ойошмаларҙа кешенән етешле-етешһеҙ яҡтарҙы яҙҙырыу өсөн тотолған дәфтәр (китап). □ Жалобная книга. Ялыу кенәгәһен тикшереү. Ялыу кенәгәһенә теркәү. Ялыу кенәгәһе булдырыу.
ЯЛЫУСЫ (Р.: апеллянт; И.: apellant; Т.: şikayetçi) и. юр.
Суд ҡарары менән риза булмайынса юғары судҡа ялыу яҙыусы, шикәйәтсе. □ Апеллянт. Ялыусының мөрәжәғәтен тикшереү.
ЯМ I (Р.: ям; И.: mail staging-post; T.: posta istasyonu) и. тар.
Почта йәки юлсы йөрөгән оло юлдағы ат алмаштыра торған урын йәки почта юлындағы ауыл. □ Ям, почтовая станция. / Ямской; почтовый. М Сапсал һыу һаҡмарға ҡойған тамаҡтан аруҡ юғары оло юл өҫтөнә Сапсал ямы станцияһын нигеҙләгәйнеләр. Ғ. Хөсәйенов. Ям станы эргәһендә Мырҙағолдоң дегет-маҙар һата торған кибете бар. Ғ. Ибраһимов. Сыңғыҙхан заманынан бирле йәшәп килгән ҡәтғи тәртип буйынса, иң мөһим юлдарҙа һәр ете-һигеҙ фарсах һайын ям тора. Ә. Хәкимов.
ЯМ II [рус. яма] (Р.: яма; И.: pit; Т.: çukur) и. һөйл.
470