Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 471


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯМАН
1. Дегет, күмер, кирбес һ. б. үртәү өсөн яһалған соҡор. □ Яма. Дегет ямы. Кирбес ямы.
2. Нимәлер һалыу, һаҡлау өсөн махсус яһалған соҡор. □ Яма. Картуф ямы. ■ Берәй ҡарсыҡтың һемтәңләп йөрөүсе кәзәһеме, һарығымы, бесәнгә алданып, ямға килеп төштөмө, Карағөлдөң өйөндә туй була. И. Ғиззәтуллин. Кукуруз силослау өсөн соҡотҡан әҙер ямдар бар. Ә. Байрамов. Ям төбөндәге бәләкәй януар көс-хәленсә ер өҫ-төнә үҙе сығырға тырышты, тик булдыра алманы. Ғ. Хисамов.
ЯМАҠ I (Р.: некрасивый; И.: unsightly; T.: çirkin) с. диал. ҡар. йәмһеҙ I.
Төҫө, килбәте йәмһеҙ, күрмәлекһеҙ; киреһе - матур. □ Некрасивый, непривлекательный. Ямаҡ ир. Ямаҡ төҫ. ■ Был кешенең бисәһе бик матур, үҙе бик ямаҡ икән, ти. Әкиәттән. Зәлифә ямаҡ түгел ине, кейеме, өҫ-башы ғына ябай ине уның. 3. Биишева.
ЯМАҠ II и. диал. ҡар. ямау II. Ямаҡ һалыу. Алама сепрәктәрҙән ямаҡ яһау.
ЯМАҠАЙ с.
1. ҡар. ямаҡ I. Ямаҡай ҡыҙ. Ямаҡай өй. Ямаҡай булыу.
2. ҡар. яман I, II. Ямаҡай юл. Ямаҡай холоҡ. ■ Урмандар, яланғасланып, ямаҡай бер төҫ алды. Н. Мусин. Янғын сыҡмағайы, көндәр ямаҡай эҫе бит, бар донъя кибеп, саңланып бөткән. Р. Вәлиев.
ЯМАҠАЙЛАНЫУ (ямаҡайлан-) (Р.: становиться некрасивым; И.: become unattractive; T.: çirkinleşmek) ҡ. диал. ҡар. йәмһеҙләнеү 1.
Йәмһеҙгә әйләнеү, йәмһеҙ булыу. □ Становиться некрасивым, непривлекательным, неприглядным; дурнеть. Ныҡ ямаҡай-ланыу. Ямаҡайланып китеү.
ЯМАЛ [ғәр. (р.; красота; И.: beauty; T.: cemal) и. иҫк.
Матурлыҡ, һылыулыҡ, сибәрлек. □ Красота, краса. • Мөхәббәт ямал теләмәҫ. Әйтем.
ЯМАЛЫУ (ямал-) ҡ. төш. ҡар. ямау I. страд, от ямау I. М Лагерға профилактик саралар башҡарылды, тишек-тошоҡтар ямалды. Р. Байбулатов. Ишбулды ҡарт, аяғы
нан ямалып бөткән иҫке быйманы һалып, бөтә халыҡҡа күрһәтте. Ә. Бикчәнтәев. • Батыр яраһы яуҙа ямалыр. Әйтем.
ЯМАН I (Р.: плохой; И.: bad; T.: kötü) с.
1. Булмышы, асылы, сифаты, йөкмәткеһе һәйбәт, яҡшы түгел; насар. □ Плохой, нехороший, скверный, дурной. Яман уй. Яман һүҙ. ■ Тиҙ арала Сәмиҙең яман абруйы ҡапыл ғына үҫте лә китте, малайҙар ғына түгел, олораҡтар ҙа уны урабыраҡ үтеп йөрөй башланы. Р. Байымов. Барыйҙың, ошо йәшенә етеп, әсәһе ауыҙынан аҡ бабаһы тураһында бер генә яман һүҙ ҙә ишеткәне юҡ ине. Р. Ғабдрахманов. • Айыу ҡашҡа булмаҫ, яман яҡшы булмаҫ. Мәҡәл. Ярлының аҡсаһын яман тауар бөтөрә. Мәҡәл.
2. Зыян килтерә торған; уҫал, яуыз, боҙоҡ, насар. □ Злой, злобный, ехидный. Яман кеше. Яман эш. t Яман әҙәм билдәһе: асыу менән үсе күп. Ҡобайырҙан.
3. Күңелгә ҡурҡыу тойғоһо биргән, ҡурҡыныс уятҡан. □ Страшный, тревожный; зловещий. ■ Ташбулат яман төш күргән дә шуны юратырға мәзингә барған. С. Агиш. Данирҙы Өфөлә талағандар, — тигән яман хәбәр таралыуы ихтимал. Р. Байбулатов. Шул саҡ ауылдың көнсығыш яғындағы урмандан яман тауыштар менән аҡырып һыбайлылар атылып сыҡты ла, күҙ асып йомғансы тигәндәй, Дим ярына килеп тә етте. М. Ғиләжев.
♦ Яман ауыҙ юҡ-бар оятһыҙ һүҙ, насар хәбәр йәки тупаҫ һөйләгән кеше. □ Недобрый человек. ■ [Айса ҡарт - старшинаға:] Ошо көнгәсә, халыҡ һинең турала яман ауыҙ асһа, мин бар хәлемдән һине яҡлай инем. Б. Бикбай. Яман күҙ күреү кемгәлер асыулы мөнәсәбәт белдереү, кемделер яратмай башлау. □ Невзлюбить. ■ [Туғандары] Нәфисәне ороштолар - яман күҙ күрҙеләр, ҡарғанылар, .. ата-әсәңдең биргән еренә .. риза булып, ҡарышмай бар, тинеләр. И. Көҫәпҡол.
ЯМАН II (Р.: сильно; И.: heavily; Т.: çok) р.
1. Ифрат, бик. □ Сильно, очень, слишком. Яман ҙур. Яман ауыр. ■ Аба, ямғыр бик яман яуа, күк тә көлтөрәп ебәрә.
471