ЯМАН
С. Агиш. Фәсхетдиндең был үҙһүҙлелеге, дыуамал ҡылығы Корбановҡа оҡшамаған да, улар яман телләшкәндәр. Ғ. Аллаяров. Яман ҡоторона, ти, ул, Талҡаҫ. 3. Биишева.
2. Яҡшы түгел, насар. □ Плохо, нехорошо, скверно.
♦ Яман өйрәнеү ҡылыҡ-ғәҙәт боҙолоу, насарға әйләнеү. □ Портиться, становиться дурным, морально неустойчивым. ■ Үпмәй ҙә генә тиеп үпкәләмә, үпһәм, ауыҙым яман өйрәнә. Халыҡ йырынан. Яман өйрәтеү ҡылыҡ-ғәҙәтте боҙоу, насарға әйләндереу. □ Портить, ухудшить. • Ашым күп тип, ауыҙыңды яман өйрәтмә. Мәҡәл.
ЯМАН III (Р.: дух болезни; И.: evil spirit; T.: hastalık ruhu) и. миф.
Ауырыу эйәһе. □ Дух болезни. Яман ятҡан. Яман баҫҡан. ■ Бурҙы табыр өсөн тиреп орлоҡ һикертәләр, яндыралар. Урлаған кешенең йөҙөнә яман сыға. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯМАНАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-айлинцев. Яманай шәжәрәһе. Яманай йыйыны.
ЯМАН-АРТАҠ (Р.: всякая нечисть; И.: evil spirits; T.: pislik) и. йыйн.
Төрлө яман зат. □ Всякая нечисть. Яман-артаҡтан һаҡ булыу. ■ Был ике быҙау һис һыу-һүлгә эләкмәй, ҡош-ҡортҡа осрамай, яман-артаҡҡа тотолмай .. Уралға барып сыҡҡан. «Ҡуңыр буға».
ЯМАНАТ (Р.: дурная слава; И.: ill fame; T.: kötü şöhret) и.
Яманлыҡ менән танылған исем. □ Дурная слава, бесславие, бесчестие. ■ Ғөмүмән, Рифат уҡыу, тәртип яғынан да мәктәптә яманаты сыҡҡан малай түгел. Р. Байбулатов. Яҡшы коллективта иң боҙоҡ тип яманаты сыҡҡан кеше лә, төҙәлеп, тормошта урынын таба. X. Зарипов. Яманат бер тағылһа, унан ҡотолоу еңел түгел шул.
Р. Ханнанов. • Ялған даның таралғансы, яманатың таралһын. Әйтем.
♦ Яманатты һатыу кемделер ғәйепләп, кеше араһында яманлап һөйләү; исемен сығарыу. □ Ославить, распускать дурную славу о ком-л., бесславить кого-л. ■ Әсәһе бер нисә ҡабат килеп, йөҙ һыуын түгеп ялбарһа ла, атаһы урамда осратып: Гөл-йөҙөмгә өйгә керҙе тип яманатыңды һатам, өйөнә ут төртәм, тип янаһа ла — ата йортонан күңеле һыуынған Зөфәр үҙ һүҙендә торҙо, — ҡайтманы. X. Ғиләжев. Солтан ағай, ауылдың яманатын һатма әле, — тигән булды председатель итәғәтле генә. Б. Ноғоманов.
ЯМАНАТЛЫ (Р.: имеющий дурную славу; И.: ill-famed; T.: kötü şöhretli) c.
Насарлыҡ менән танылған; ғәйепле. □ Имеющий дурную славу, опороченный, опозоренный. ■ [Әсләм үҙе хаҡында] «Ҡараҡ» тигән яманатлы исем ғүмер буйы үҙеңә йәбешер. Р. Байбулатов.
ЯМАНАТЛЫ БУЛЫУ (яманатлы бул ) (Р.: осрамиться; И.: disgrace (oneself); T.: rezil olmak) ҡ.
Нимәлер өсөн кемдеңдер алдында ғәйепле булып һаналыу; фаш булыу. □ Осрамиться, опозориться; оказаться виновным. ■ Нух ғәлиәссәләмдең үҙенең дә Сам вә Яфәт тигән улдары ефеттәре илә иман килтерһәләр, Ям исемлеһе, яманатлы булып, иманһыҙ ҡалмыш. Ғ. Хөсәйенов.
ЯМАНАТЛЫ ИТЕҮ (яманатлы ит-) (Р.: осрамить; И.: disgrace; T.: rezil etmek) ҡ.
Кемделер фашлап, ғәйеплегә сығарыу. □ Осрамить, опозорить. Ғәйепһеҙгә яманатлы итеү. Яманатлы итеп ҡалдырыу.
ЯМАНАТЫН СЫҒАРЫУ (яманатын сығар-) ҡ. ҡар. яманатлы итеү. ■ Кеше яманатын сығармағыҙ, — тип уҡытыусы асыуланғас ҡына, бисәләр ләстит сәйнәүҙән тыйылды. Я. Хамматов. Тиҫкәре тигән яманатыңды тиккә сығарғандар, малҡай! — тип Бурылды иркәләне Рауза. Ш. Янбаев.
ЯМАН АУЫРЫУ и.
472