Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 473


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯМАНЛЫҠ
1. ҡар. яман шеш. Яман ауырыуҙы дауалау. Яман ауырыуҙан ҡотолоу. Ашҡаҙан яман ауырыуы.
2. диал. Малда, кешелә була торған йоғошло яман сир, түләмә. □ Сибирская язва. Яман ауырыу йоҡҡан. Яман ауырыуҙы дауалау. Яман ауырыу малда була.
ЯМАН ЕЛ (Р.: злой дух; И.: evil spirit; T.: cadi) и. миф.
Ен-пәрей, яуыз көс. □ Злой дух. ■ Эскә яман ел инеп, эс купһә, уҡлау менән эскә өс, ете, туғыҙ мәртәбә төртөп имләгәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯМАН ЗАТ (Р.: нечистая сила; И.: the Evil one; T.: cadi) и. миф.
Сихырға һәләтле яман мифик зат, пәрей.
□ Нечистая сила. Яман заттан һаҡланыу доғаһы. Яман зат эйәләгән. Яман заттар урыны.
ЯМАН КҮҘ (Р.: дурной глаз; И.: evil eye; T.: kötü göz) и. миф.
Күҙ ҡарашы менән күҙ тейҙереүсе; насар күҙ. □ Дурной глаз. Яман куҙҙән һаҡланыу. ■ Куҙ тейгәндә: «Ҡара куҙҙән, зәңгәр куҙҙән, яман куҙҙән», - тип әпсен әйтеп тә имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯМАН КҮРЕҮ (яман күр-) (Р.: невзлюбить кого, что; И.: dislike smb/smth; T.: sevmemek, antipati duymak) ҡ.
Асыулы мөнәсәбәт белдереү, яратмай башлау. □ Невзлюбить кого, что; чувствовать неприязнь. Был эште ул яман курэ. Кешене яман курсу.
ЯМАН ҠАН (Р.: венозная кровь; И.: venous blood; T.: kirli kan) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, кешене төрлө ауырыуҙарға, зәхмәткә дусар иткән насар ҡан.
□ Венозная кровь, доел. Дурная кровь. ■ Яман ҡан йыйылып, кеше ауырыһа, ҡан ебәреп имләгәндәр. «Башҡорт мифологияһы»-нан.
ЯМАН-ҠАРА и. ҡар. яман-артаҡ. Яман-ҡаранан һаҡланыу. Яман-ҡаранан өшкөрөу.
ЯМАН ҠАҪТА (Р.: дух болезни; И.: evil spirit; T.: hastalık ruhu) и. миф.
Ауырыу тыуҙырыусы яуыз зат, ауырыу эйәһе. □ Дух болезни, доел. Дурная, плохая
болезнь. М Ай ҡайтты, көн ҡайтты, яман ҡаҫта, һин дә ҡайт. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ЯМ АН Л АТЫУ (яманлат-) ҡ. ҡар. йөкм. яманлау, понуд. от яманлау.
ЯМАНЛАУ (яманла-) (Р.: хулить; И.: abuse, criticize; T.: kötülemek) ҡ.
Яман итеп күрһәтеү; насарлау, хурлау. □ Хулить, охаивать, порочить. // Хуление. В Арғымаҡты яманлап, толпарҙы ҡайҙан табырһың, ағай-энеңде яманлап, яҡынды ҡайҙан табырһың. Ҡобайырҙан. Яфай ағай балаларҙы бик яманланы. Ә. Бикчәнтәев. Тағы Торна Гәйнур баҫты, Баныубикәнең гел бер тинен алып ҡалыуын фашланы, сельпо председателенең дә эшен яманланы. Р. Камал. • Ата-әсәһен яманлаған ят дошманға тап булыр. Мәҡәл.
♦ Яманлап йөрөйһөң ашап-эсеп бөтөүгә генә килеп ингән кешегә әйтелә. □ Нас охаиваешь (говорится человеку, появляющемуся к концу трапезы). В Хуш, ҡунаҡтар, бик яманлап йөрөйһөгөҙ тугелме һуң? — тине Горячев. С. Агиш.
ЯМАНЛАШЫУ (яманлаш-) ҡ. урт. ҡар. яманлау, взаимн. от яманлау. ■ Вилә менән яманлашып айырылышҡас, уҙен ер йөҙөндәге иң бәхетһеҙ кеше һананы Сәғит. Ғ. Хисамов. Батырҙар ҡайтып китте аманлашып, хеҙмәтен Мәсем хандың тамамла-шып; Карағөлөмбәт уҙ яйына йөрөй бирҙе Мәсем хан менән дошман булып, яманлашып. «Күсәк бей».
ЯМАНЛЫҠ (яманлығы) (Р.: зло; И.: evil; T.: kötülük) и.
Төрлө яман эш, насарлыҡ. □ Зло, злодеяние. В Их, ниңә был тиҫкәре тормошта гел шулай ҡайғы менән шатлыҡ йәнәшә йөрөй, фажиғә менән комедия уҙыша, яҡшылыҡ менән яманлыҡ алыша, кәйефһеҙлекте тотоп тыйғыһыҙ ҡыуаныс алмаштыра.
3. Биишева. Рәфинә менән Әминә, ниндәйҙер яманлыҡ һиҙенеп, тынып ҡалдылар. Р. Ғабдрахманов. Куҙыйкурпәстең илселәре, яҡшылыҡҡа яманлыҡ менән яуап ҡайтарған Сарыбайға асыу тотоп, ҡайтып төшәләр, булған хәл-әхуәлде бәйнә-бәйнә һөйләп
473