ЯМАНЛЫҠ ҠЫЛЫУ
бирәләр. «Ҡуҙыйкүрпәс». • Яҡшы кешенең яҡшылығы тейер тар ерҙә, яман кешенең яманлығы тейер һәр ерҙә. Мәҡәл.
ЯМАНЛЫҠ ҠЫЛЫУ (яманлыҡ ҡыл-) (Р.: совершать злодеяние; И.: do harm; T.: kötülük etmek) ҡ.
Яман эш, этлек эшләү. □ Совершать злодеяние. ■ Ҡошсоҡ, бахыр, ҡалтыранды, күҙҙәренә ҡурҡыу сыҡты, әммә ҡысҡырманы, күрәһең, ул кешенең уға яманлыҡ түгел, яҡшылыҡ ҡылырға теләүен аңлағандыр. И. Абдуллин. [Нина - Толикка:] Мин һиңә тырнаҡ ҡараһылай ҙа яманлыҡ ҡылғаным юҡ. А. Мағазов.
ЯМАННАТЫУ (Р.: сибирская язва; И.: anthrax; T.: şarbon) и. диал. ҡар. түләмә.
Малда, кешелә була торған йоғошло яман сир. □ Сибирская язва. Яманнатыу йоҡтороу. Яманнатыу булһа, тирегә шеш сыға.
ЯМАН РӘНЙЕҮ (Р.: эпилепсия; И.: epilepsy; T.: epilepsi, sara) и. диал. ҡар. быума.
Тын быуылып, тоташ тартыштырып, ҡапыл ҡолата торған ауырыу. □ Эпилепсия. / Эпилептический. Яман рәнйеү ауырыулы кеше. Уның яман рәнйеүе бар. Яман рәнйеүҙе имләү.
ЯМАН СЕБЕН (Р.: мошкара; И.: midges; T.: titrersinekler) и. диал. ҡар. һуҡыр себен.
Ваҡ ҡына себен; ләпәкәй. □ Мошкара (лат. Simuliidae). Яман себендәрҙе ағыулау. Урманда яман себен һырый.
ЯМАН СИР и.
1. ҡар. яман шеш. Яман сирҙән тикшерелеү.
2. диал. Малда, кешелә була торған йоғошло ауырыу; түләмә. □ Сибирская язва. Яман сирҙән ҡотолоу.
ЯМАН ТӨШ (Р.: дурной сон; И.: nasty dream; T.: kötü rüya) и. миф.
Ниндәйҙер аламалыҡ менән бәйле булған төш. □ Дурной сон. ■ Яман төшкә: «Хәйерлегә булһын, изгегә юрайым», - тиһең. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯМАН-ХӘТӘР (Р.: опасность; И.: danger; T.: tehlike) и. йыйн.
Бәлә, төрлө ҡайғы-хәсрәт, хәүеф-хәтәр.
□ Опасность. / Опасный, страшный. Яман-хәтәрҙән һаҡланыу. Яман-хәтәр хәбәр.
ЯМАНҺЫУ I (Р.: грустный; И.: sad; Т.: hüzünlü) с.
Күңелгә ауыр; күңелһеҙ, моңһоу. □ Грустный, печальный, скучный, тоскливый, унылый. ■ Тып-тын урам буйында ләңкелдәп эт өрөп ҡуйҙы, һәм яңынан — яманһыу тынлыҡ. А. Абдуллин. Был ярһыған һағышлы тауыштар йөрәкте әллә ҡайҙарға, яманһыу яландарға алып китә. Ә. Вәли.
ЯМАНҺЫУ II (Р.: грустно; И.: sorrowfully; T.: hüzünlü) р.
Ауыр, моңһоу итеп. □ Грустно, тоскливо. Яманһыу көрһөнөү. Яманһыу тороу. Яманһыу баш ҡағыу. ■ Зәлифәгә бөгөн берсә бик күңелле, берсә, ниңәлер, үтә яманһыу. С. Ғатауллина.
ЯМАНҺЫУЛАТЫУ (яманһыулат-) ҡ. йөкм. ҡар. яманһыулау, понуд. от яманһыулау. ■ Серёжа, кескәй ҡулдары менән еңел болоттарға күрһәтә-күрһәтә шулай һөйләнеп, Мостафаның күңелен яманһыулатып, тағы алыҫ Зелов тауҙарын хәтерләргә мәжбүр итте. Д. Исламов. Туғанлашып бөткән үҙенең элекке эскадронынан айырылыу уның [Ниғмәтбаевтың] күңелен үтә яманһыулатты. Ф. Иҫәнғолов.
ЯМАНҺЫУЛАУ (яманһыула-) (Р.: тосковать; И.: yearn (for); T.: hüzünlenmek) ҡ.
Юҡһынып, һағынып бойоғоу; моңайыу, күңелһеҙләнеү. □ Тосковать, грустить; скучать. ■ Һарыбай һуңғы ваҡытта, яңғыҙ ҡалған һайын, яманһыулай башланы кеүек. Р. Байбулатов. Миңһылыу, арыуынан айҡала-сайҡала атлап, яманһыулап, госпиталдән ҡайтып килә ине. Ә. Байрамов. Әсәһе үлгәс, Сәлим бөтөнләй бойоғоп, яманһыулап ҡалды, йәш кенә булһа ла, уның йөҙөндә ҡайғы сатҡылары барлығы һиҙелә ине. В. Исхаҡов.
ЯМАНҺЫУЛЫҠ (яманһыулығы) (Р.: грусть; И.: sorrows; T.: hüzün) и.
Күңелһеҙ, моңһоу тойғо. □ Грусть, печаль, тоска, уныние. ■ Күңел күтәрелеп китте, айырылышыуҙың бөтә яманһыулығы, иртәнге томан кеүек таралып, юҡҡа
474