ЯМАУЛЫ
сыҡты. Ә. Вәли. Тәбиғи, һәйбәт кеше менән айырылышыу күңелдә ниндәйҙер моңһоулыҡ һәм яманһыулыҡ ҡалдырып китә. Р. Байбулатов.
ЯМАН ШЕШ (Р.: злокачественная опухоль, рак; И.: cancer; T.: kanser) и.
t. мед. Йылдам үрсеүле күҙәнәктәрҙән торған яман сир. □ Злокачественная опухоль, рак. ■ Табиптар яман шеш тапты. А. Баймөхәмәтов.
2. вет. Сусҡаларҙың йоғошло тире ауырыуы. □ Рожа. Яман шештән интегә. Яман шеште дауалау.
3. диал. Тамаҡ, ҡолаҡ аҫты, муйын биҙҙәрендәсе ағып торған шешек; ҡылауыр. □ Туберкулёз шейных желёз. Яман шеш биҙе.
ЯМАНЫУ (яман-) ҡ. ҡайт. ҡар. ямау I. возвр. от ямау I. • Ярлы яманыр ҙа ҡыуаныр. Әйтем.
ЯМАНӘСБЕ (Р.: туберкулёз шейных желёз; И.: jugular gland ТВ; T.: lenf bezi tüberkülozü) и. диал. ҡар. ҡылауыр.
Тамаҡ, ҡолаҡ аҫты, муйын биҙҙәрендәге ағып торған шешек. □ Туберкулёз шейных желёз. Яманәсбе биткә, муйынға сыға.
ЯМАН ЯТКАН (Р.: название болезни шеи; И.: name of a jugular disease; T.: boyun hastalığının adı) и. диал.
Муйын ауырыуының атамаһы. □ Название болезни шеи. В Яман ятҡан булһа түңгәккә, бағанаға, ата ҡаҙға өс тапҡыр сәләм бирәң. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯМАТАЙ с. диал. ҡар. яман I. Яматай булып киткән.
ЯМАТАЙЛАНЫУ (яматайлан) (Р.: дурнеть; И.: turn ugly; T.: çirkinleşmek) ҡ. диал. ҡар. йәмһеҙләнеү.
Йөҙө, һыны боҙолоу. □ Дурнеть. Яма-тайланып китеү. Яматайлана төшөү. Яма-тайланып ҡалыу.
ЯМ АТЫ (Р.: почтовая лошадь; И.: mailcarrying horse; T.: posta atı) и. иҫк.
Почта йөрөтөүгә ҡуйылған ат. □ Почтовая лошадь. Ям аты тотоу. Ям атын ебәреү. Ям аты менән почта килә.
ЯМАТЫУ (ямат-) ҡ. йөкм. ҡар. ямау I.
понуд. от ямау I. М Солтан олатай өй
башынан табып, теге самауырҙы күрше рус ауылында яматып алып ҡайтты. Б. Ноғо-манов.
ЯМАУ I (яма-) (Р.: чинить; И.: mend; Т.: onarmak) ҡ.
Кейем-Һалым һ. б. нәмәнең туҙған, тишелгән ерен берәй нәмә менән ҡаплап тегеү, йәбештереү. □ Чинить, починить; ремонтировать; накладывать. Күлдәк-ыштан ямау. Өҫ-башты ямап кейеү. Самауырҙың төбөн ямау. ■ Малай-һалайҙарҙың илау тауыштары ғына ҡаралдыһыҙ өй янында ямау ямап ултырыусы Ҡәмәрҙең ҡолағына салынып китә. А. Таһиров. Лапаҫта күләгәлә өлкәнерәк ҡыҙылармеецтар ауылса яйлап йәйелеп ултырып алғандар ҙа, тын ғына әңгәмәләшеп, эйәр, ҡамыт, ыңғырсаҡ йүнәтеү, итек, ботинка ямау менән мәшғүлдәр. Ф. Иҫәнғолов.
ЯМАУ II (Р.: заплата; И.: patch; Т.: yama) и.
Туҙған, тишелгән ерҙе бөтәйтер өсөн һалған нәмә киҫәге. □ Заплата, латка. Ямау төшкән йөн ойоҡ. ■ Йыртыҡ өҫтөндә һүтек, ямау өҫтөндә бөрөм. Р. Ғабдрахманов. • Туғыҙ ямауы булһа ла, тун булһын. Әйтем.
♦ Ҡырҡ ямау бик алама кейемгә ҡарата әйтелә. □ Старьё, изношенный (об одежде, вещах). ■ Ә балаларҙың өҫтөндә - ҡырҡ ямау киндер ыштан, киндер күлдәк. Р. Камал. Ямауы өҫтөндә яра эҙе, йөй, бирсә. □ Шрам, рубец. Ямауы өҫтөндә, йүнәлер әле.
ЯМАУЛЫ (Р.: с заплатой; И.: having patches; T.: yamalı) с.
Ямау һалынған, ямауы бар. □ С заплатой, заплатанный, залатанный. Ямаулы кейем. Ямаулы тоҡ. ■ Икенсе көндө Мөхәммәт ағай аҙбар-ҡура араһына сыҡҡас, аяғына ямаулы ойоҡ кейгән Фәтхи килеп инде. Р. Ғабдрахманов. Ул арала аяғына сепрәк ҡаталар, өҫтөнә ямаулы ҙур һырма, башына пилотка кейгән Васютка ла атылып килеп сыҡты. М. Кәрим. Сәңгелдәк эргәһендә ямаулы, ләкин барынса таҙа ғына күлдәк кейгән, ете йәштәр самалы һылыуҡай Өмөт-ҡужаны бәүетеп ултыра. Ғ. Дәүләтшин.
475