ЯМАУЛЫҠ
ЯМАУЛЫҠ (ямаулығы) (Р.: материал, годный на заплату; И.: stuff fur patching; T.: yamalık) и.
Ямау өсөн тәғәйенләнгән туҡыма киҫәге. □ Материал, годный на заплату. ■ Мөхәммәт ағай, өҫтөнә һәр саҡ арҡаһы тотошлай ҡара ямаулыҡ менән ямалған аҡ кулдәк кейеп, йыл әйләнәһенә ҡарасҡы кеуек йөрөһә лә, яҙғы эште байрамса кейенеп башларға ярата. Р. Ғабдрахманов. Хәйерсегә сәләм бирмә шул, биш тин һорар, сәләм бирһәң, тағы ямаулыҡ даулар. Р. Камал. Тау битлә-уендәге ағастар араһында, йәшел ямаулыҡ кеуек, тегендә бер, бында бер һарғайыу белмәҫ ҡарағайҙар, һунарсылар яҡҡан усаҡ ялҡындарына оҡшап, сағандар куҙгә салына. Р. Низамов.
ЯМАШ I (Р.: зяблик; И.: chaffinch; Т.: ispinoz) и. диал. ҡар. ҡыҙылтүш.
Турғайҙар ғаиләһенә ҡараған, ҡыҙыл түшле, бәләкәй кәүҙәле һайрар ҡош. □ Зяблик (лат. Fringilla coelebs). ■ Таң алды икәнен белгертеп, яҡында ғына ямаш һыҙғырҙы. М. Ямалетдинов.
ЯМАШ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir tribal name; T.: bir Başkurt soyunun adı) u. этн.
Бөрйән ҡәбиләһенә ҡараған ырыу һәм аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени бурзян. Я Монаш атлы булам, Бөрйән иленең ямаш ҡәуеме бейе. Б. Рафиҡов.
ЯМАШ III (Р.: удод; И.: hoopoe; Т.: çavuşkuşu) и. диал. ҡар. һөҙһөт.
Супайлы, кәкре суҡышлы сыбар ҡош. □ Удод (лат. Upuna epops). Ямаш ояһы. Ямаш тауышы сыға.
ЯМАШТЫРЫУ (ямаштыр-) ҡ. ҡар. ямау I. Я Килгән арала ул [Һөйөмбикә] ҡул ҡаушырып тик кенә ултырмай: өй эсендәге ваҡ-төйәк эштәрҙе эшләп, энеләренең өҫ-башын йыуып, йыртыҡ ерҙәрен ямаштырып бирер ине. Ж. Кейекбаев. Яңы кейем алырға хәлдәре булмағас, [Әхтәмдең] әсәһе шул алам-һаламды ямаштырғандай итә лә улына кейҙереп сығара. В. Исхаҡов. Егет аҙбар-
ҡура тирәһендә ҡулдан килгәнде эшләргә тырышты: тишек-тошоҡто ямаштырҙы, утын киҫте, лапаҫҡа яңы урҙалар һалды. Н. Ҡотдосов.
ЯМ АЯҠ (ямаяғы) (Р.: небольшая чашка; И.: small basin; T.: çanak) и. диал. ҡар. туҫтаҡ.
Алдырҙан бәләкәйерәк йәйпәк һауыт. □ Небольшая чашка, миска. Ағас ямаяҡ. Тимер ямаяҡ. Бәләкәй ямаяҡ.
ЯМБ [гр. iambos ‘музыка ҡоралы’] (Р.: ямб; И.: iambus; T.: bir kısa bir uzun hece ölçüsü) и. әҙ.
Силлабо-тоник шиғырҙағы баҫымы икенсе ижеккә төшкән ике ижекле стопа. □ Ямб. / Ямбический. Ямб менән яҙылған шиғыр.
ЯМБАШ (Р.: плечо; И.: shoulder; Т.: omuz) и. диал. ҡар. иңбаш.
Ҡулдың яурынға тоташҡан урыны; ҡулбаш. □ Плечо. / Плечевой. Ямбашты ауырттырыу. Ямбашым һыҙлай.
ЯМБЛБ1 (Р.: ямбический; И.: iambic; Т.: bir kısa bir uzun hece ölçüsünde) с. әҙ.
Ямб менән яҙылған. □ Ямбический. Ямблы шиғыр.
ЯМҒУР и. диал. ҡар. ямғыр. Ямғур яуып утте. Көслө ямғур. Ямғур аҫтында ҡалыу.
ЯМҒЫР (Р.: дождь; И.: rain; T.: yağmur) и.
1. Болоттарҙан һыу тамсылары рәүешендә яуа торған атмосфера яуым-төшөмө. □ Дождь. / Дождевой. Баҫма ямғыр. Быҫҡаҡ ямғыр. Ләйсән ямғыр. Я Кисәге ят, ҡотһоҙ ер-кук, төндә йәшенле ямғырға ҡойоноп, сафланып, хәҙер балҡып тора ине: гуйә, ҡул һуҙымы ерҙән ҡояш нур сәсә. А. Абдуллин. Ер өҫтөнә ук һалынып төшкән кугелйем болоттарҙан ваҡ ҡына ямғыр һибәләй. Ә. Байрамов. Кук кукрәтеп, ҡойма ямғыр яуып утте. Р. Байымов. • Бер ағастың шаулау ы илгә ямғыр килтермәҫ. Әйтем. Буран булһа, һунар юҡ, ямғыр булһа, туҙан юҡ. Әйтем. Яҙғы ҡарҙы ямғыр йыуа. Әйтем. Ямғыр яуҙы тип яуҙан ҡалма. Әйтем.
2. миф. Ыңғай семантикаға эйә мифлаш-тырылған тәбиғәт күренеше. □ Дождь (мифологизированное явление, объект почи-
476