Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 477


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯМҒЫР ТУП
тания и магического действия). ■ Ямғыр теләп теләккә сыҡҡандар, ҡара төҫтән мал һуйғандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯМҒЫР АПАЙ (Р.: эпитет дождя; олицетворение дождя; И.: rain’s personified name; T.: yağmur) и. миф.
Ямғырҙың поэтик аныҡлаусыһы, йәнле кәүҙәләнеше. □ Эпитет дождя; олицетворение дождя. ■ Ямғыр апай, яу, яу, иген уҫһен тау-тау. «Башҡорт мифологияһы»-нан.
ЯМҒЫР БАТШАҺЫ (Р.: дух дождя; И.: rain spirit; T.: Yağmur İyesi) и. миф.
Ямғыр ҡото. □ Дух дождя. ■ Ямғыр батшаһы камсы шартлатып болоттарҙы икенсе яҡҡа ҡыуа, тиҙәр, йәшен йәшнәгәндә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯМҒЫР БУТҠАҺЫ (Р.: обрядовый праздник, связанный с вызыванием дождя; И.: kind of ritual feast; T.: yağmur yağdırma töreni) и. йола.
Ямғыр саҡырыу менән бәйле булған йола байрамы. □ Обрядовый праздник, связанный с вызыванием дождя. Ямғыр бутҡаһына барыу. Ямғыр бутҡаһы уткәреу.
ЯМҒЫР БӘШМӘГЕ (Р.: дождевик; И.: puffball; T.: kurtmantarı) и. ҡар. һаңғырау бәшмәк.
Уртаса ҙурлыҡтағы, туп һымаҡ ап-аҡ йомро бәшмәк. □ Дождевик (лат. Lycoper-dori). Ямғыр бәшмәге уҫкән урындар.
ЯМҒЫРЛАУ (ямғырла-) (Р.: лить (о дожде); И.: rain; T.: yağmurlamak) ҡ.
Ямғыр яуып тороу, ямғырлы булыу. □ Лить (о дожде); дождить. ■ Былай ҙа һыуға-дымға тулышҡан тупраҡты шыйыҡ ҡатыҡҡа әуерелдереп, һаман ямғырлап тора. Д. Исламов. Иртәнән ук ямғырлап тороуға ҡарамаҫтан, Кәрим ат егеп яланға китергә әҙерләнде. Ф. Чанышева.
ЯМҒЫРЛЫ (Р.: дождливый; И.: rainy; T.: yağmurlu) с.
Ямғыр яуып торған, ямғыр йыш яуған. □ Дождливый. Ямғырлы йәй. ■ Йунле кеше урамға этен дә сығармаҫлыҡ һалҡын, ямғырлы көндәрҙең береһендә — тышта ҡара көҙ ине — парикмахерскийға ят кеше килеп
инде, әҙәпле генә итеп өндәште. И. Абдуллин. Еңеу хәбәре, телеграф сымдарын сыңлатып, 1944 йылдың ямғырлы көҙөндә фронтҡа килде. Ә. Байрамов. Шағир-урмансының ҡарағайҙары, купмелер ваҡыт ауырып ултырғандан һуң, ямғырлы йылда йәнә уҫә башланы. Т. Ғиниәтуллин.
ЯМҒЫР СЕЛӘҮСЕНЕ (Р.: дождевой червь; И.: earth-worm; T.: toprak solucanı) и. зоол.
Ерҙең еүеш ҡатлауында йәшәгән, йәй көнө ямғырҙан һуң ерҙең өҫтөнә сыға торған ҡорт. □ Дождевой червь (лат. Lumbri-cina). Ямғыр селәусендәре кубәйгән.
ЯМҒЫРСЫ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени табын. Ямғырсы араһы егете. Ямғырсылар тамғаһы. Ямғырсылар шәжәрәһе.
ЯМҒЫР ТЕЛӘГЕ (Р.: обряд вызывания дождя; И.: rain producing ceremony; T.: yağmur isteme) и. йола.
Ямғыр саҡырыу йолаһы. □ Обряд вызывания дождя. Ямғыр теләге уткәреу. Ямғыр теләгенә сығыу.
ЯМҒЫР ТУП (Р.: название игры; И.: name of a game; T.: bir oyun ismi) и. этн.
Уйын исеме (ҡыҫҡа ғына ҡаҙыҡ ҡағыла, башына туп ултыртыла; туп эргәһендә бер көтөусе була, башҡа кешеләр туптан ун аҙым самаһы алыҫлыҡтағы һыҙыҡтан тороп, таяҡ менән берәм-берәм тупҡа бәрә; таяғы теймәгән кеше һыҙыҡ артында көтөп тора; берәй кеше тейҙерә һуғып, туп осоп китһә, һәр кем уҙ таяғын алырға йугерә, ә көтөусе тупҡа йугерә; таяғын алып та көтөусенән алда ҡаҙыҡ башына төртөп өлгөрмәгән кеше көтөусе була, бер кеше лә тупты бәреп осора алмаһа, көтөусе тупты алып, бер таяҡҡа табан тәгәрләтә; туп таяҡҡа тейһә, таяҡ хужаһы көтөусе була). □ Название игры. Ямғыр туп уйнау.
477