Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 478


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯМҒЫР ТӘҢРЕҺЕ
ЯМҒЫР ТӘҢРЕҺЕ (Р.: божество дождя; И.: rain god; T.: Yağmur Tanrısı) и. миф.
Башҡорттарҙың ышаныуы буйынса, ямғыр яуҙырыусы юғары зат. □ Божество дождя. Я Теләктән һуң ямғыр тәңреһенә ҡорбан салалар. «Башҡорт мифологияһы »-нан.
ЯМҒЫР ХУЖАҺЫ и. миф. ҡар. ямғыр тәңреһе. Ямғыр хужаһына табыныу.
ЯМҒЫР ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡар. ямғыр тәңреһе. Ямғыр эйәһен саҡырыу.
ЯМДАУ (Р.: бурдюк; И.: water-skin; Т.: tulum) и. диал. ҡар. турһыҡ.
һабанан бәләкәйерәк тар ауыҙлы тире һауыт. □ Бурдюк. Ямдауға ҡымыҙ ҡойоу. Ямдауҙы эйәргә тағыу, һыбайлының янында ямдауы булыр.
ЯМИҒ [ғәр. с^] (Р.: большая мечеть; И.: grand mosque; T.: cami) и.
Бөтә мәхәллә йыйылып йома намаҙы уҡыла торған ҙур мәсет. □ Большая мечеть. Я Гузәлдәрҙән-гузәл Һаҡмар-һыуҙың ҡандай ҡыҙыл ҡая ташлы яр башында ергә төшкән аҡҡоштарҙай аҡ өйҙәре теҙелгән, урталыҡта мөһабәт ямиғ мәсете һәм мәҙрәсәһе куңелдәрҙе елкендереп ҡалҡынған сал тарихлы Сәнкем-Биктимер ауылы. Й. Солтанов.
ЯМИН НАМӘ [фарс. (Р.: бумага с клятвенным текстом; И.: oath bearing paper; T.: yeminname) и. кит.
Ант яҙылған ҡағыҙ. □ Бумага с клятвенным текстом. Я Мулла, ҡулына бер ҡағыҙ алып: «Хәҙер ямин намә уҡыйым, һеҙ ҙә минең арттан уҡып барығыҙ», — тине. М. Ғафури.
ЯМС [рус.] (Р.: ямс; И.: yam; Т.: yam) и. бот.
Тропик һәм субтропик илдәрҙә үҫтерелә торған крахмалға бай күп йыллыҡ үлән. □ Ямс (лат. Dioscorea). Ямс - татлы уҫемлек.
ЯМ САБЫУ (Р.: ямская гоньба; И.: mail staging-post service; T.: evvel Rusya’da posta hizmeti) и. map.
Элекке Рәсәйҙә почта хеҙмәте. □ Ямская гоньба. Я Башҡорттар ям сабыу өсөн ылау биреуҙән баш тартҡас, Ырымбур менән
Исәт әйәҙе араһындағы оло юл һунеп ҡалды. Ғ. Ибраһимов.
ЯМСЫ (Р.: ямщик; И.: coachman; Т.: arabacı) и. тар.
Ям атын йөрөткән кеше. □ Ямщик. / Ямщицкий, ямской. Ямсы аты. Я Шөңгөрҙәрен зыңлатып, почта ямсыһы утеп китте. Ғ. Ибраһимов. Ямсы йөҙбашы ла - торғаны менән ҡараҡ. Ә. Хәкимов. • Уҙған ямғыр артынан ямсы менән сапмайҙар. Әйтем.
ЯМСЫЛЫҠ (ямсылығы) (Р.: ямщина;
И.: coachman's service; T.: arabacılık) и. тар.
Ямсы шөғөлө. □ Ямщина. Ямсылыҡты дауам итеу. Ямсылыҡ эше. Ямсылыҡтан китеу.
ЯМ УЛТЫРТЫУ (ям ултырт ) (Р.: рыть яму; И.: make a special pit; T.: çukur kazmak) ҡ.
Дегет ҡыуыу өсөн махсус соҡор яһау. □ Рыть яму (для варки дёгтя). Я Хәйрулла ям ултыртыуын да, дегет һатып йөрөуен дә ташланы. М. Тажи.
ЯМУРТАЙ (Р .: напиток, которым жених угощает родных невесты на свадьбе; И.: wedding ritual beverage; T.: bir çeşit geleneksel içecek) и. этн.
Туйға кейәү егет алып килгән күстәнәс эсемлек (ҡымыҙ, бал, буҙа һ. б. ҡарата). □ Напиток, которым жених угощает родных невесты на свадьбе. Ямуртай менән һыйлау. Ямуртай әҙерләу.
ЯМҺАҠЛАУ (ямһаҡла-) (Р.: испортиться; И.: go bad; T.: bozulmak) ҡ. диал. ҡар. боҙолоу.
Боҙолоп китеү. □ Испортиться. Яраһы ямһаҡлап киткән.
ЯМҺАҠТАУ (ямһаҡта-) (Р.: защищать; И.: protect; T.: korumak) ҡ. диал. ҡар. ҡурсалау.
Бәлә-ҡазанан һаҡлау, яҡлау. □ Защищать, оберегать, ограждать. Ямһаҡтап йөрөтөу. Баланы ямһаҡтау.
ЯН I (Р.: лук; И.: bow; Т.: уау) и.
1. Бөгөп кереш тартҡан боронғо уҡ атыу ҡоралы; йәйә. □ Лук. Мөкәтә ян. Әҙернә ян. Һанай ян. Я Яндар ҙа тарттым, уҡ аттым, беләккәйем ергә таянып! Халыҡ йырынан.
478