ЯНАРАЛ
Егеттең яны мөгөҙҙән яһалып, буре тарамышы менән керешләнгән. Әкиәттән. [Сапҡындар] бер ағас төбөндә Алпамышаның уҙенән башҡа бер кем дә тарта алмаҫ ике ҡолас оҙонлоғондағы мөгөҙ янын, алмас башаҡлы уҡтарын табып алып ҡайталар. «Алпамыша».
2. Ағастан бөгөп, тарамыштан кереш тартып яһаған йөн теткес. □ Шерстобитка. Муйыл ағасынан ян яһау. Янда тетелгән йөн.
3. миф. Һаҡлау көсөнә эйә тип һаналған һуғыш ҡоралы. □ Л ук (атрибут воина, батыра; имеет обережную силу).
ЯН II (Р.: бок; И.: side; T.: yan) и.
1. Кемдеңдер, нимәнеңдер яҡын тирә-яғы.
□ Боҡ. Йорт яны. Ялан яны. ■ Тәҙрә янынан һалмаҡ ҡына юрттырып яйҙаҡ уҙып китте.
А. Абдуллин. Ҡыуанысы эсенә һыймаған Зөлхизә, урынынан тороп, атаһы янына килде. С. Агиш.
2. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер уң һәм һул яҡ эргәһе, йәнәш яҡ (ал һәм арт яҡҡа ҡаршы). □ Ближнее к кому, чему место; место, расположенное рядом с кем, чем. Янға ултырыу. • Ятҡа ялынғансы, ят та яныңды һәрмә. Әйтем.
ЯН III (Р.: боковой; И.: lateral, side; T.: yan) с.
Шул яҡта булған, шул яҡта урынлашҡан.
□ Боковой. Ян шаршау. ■ Зәлифә апай, ян тәҙрәгә төбәлеп, Буздәк яғына табан куҙ һалды. Ә. Байрамов. Хәсән ағай ян кеҫәһенән бер конверт сығарып, уның эсендәге ҡағыҙҙы уҡый башланы. Б. Рафиҡов.
ЯН IV (Р.: у, от, около; И.: by, near, at; T.: yanında) бәйл.
Өсөнсө зат эйәлек ялғауы һәм ниндәй ҙә булһа килеш менән бәйләнештә килгәндә ҡулланыла. □ У, от, около, возле, подле, к, ко, вблизи, при (с притяжательным аффиксом 3-го лица и в сочетании с одним из падежей выступает в роли послелога). Уның янында. Яныма килмә. Яныма ултыр.
ЯН V (Р .: душа; И.: soul; Т.: сап) и. диал. ҡар. йән I, 1.
Кешенең эске донъяһы, уй-фекере, кисереше, тойғоһо; күңел. □ Душа. / Духовный. Янды йәлләмәу. Яндай куреу. Яным сығып бара.
ЯНАҒА (Р.: младший деверь; И.: juniour male relative; T.: kayınbirader) и. диал. ҡар. ҡәйнеш.
Ирҙең ҡустыһы (ҡатынына ҡарата). □ Младший деверь. • Ҡайнаға — ҡарт ир, янаға — ярты ир. Мәҡәл.
ЯНАЛЫ (Р .: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, табын ҡәбиләләренә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племён бурзян, табын. Яналы аймағы шәжәрә байрамы уткәрә.
ЯНАП (янабы) (Р .: превосходительство; И.: his/her excellency; Т.: сепар) и. ҡар. йәнәп.
Кемделер ололап әйтелә торған һүҙ; әфәнде. □ Превосходительство, господин. Батша янаптары. Ғали янаптары.
ЯНАР (Р.: горящий; И.: burning; Т.: yanar) с.
Яныуға һәләтле булған, яна торған. □ Горящий, горючий; горячий. ■ Батыршаның өндәмә һуҙҙәре был юлы янар шәмгә тамыҙған май төҫлө булды — барыһын дөрләтте лә ебәрҙе. Ғ. Хөсәйенов. [Тайшан] һыу һипкәндә уҙенән-уҙе ҡайнап торған янар аҡ таш, мәғдән иретеуҙә кәрәк икәнен яҡшы белә, буғай. С. Ильясов. Янар вулкандар ләукеп-ләукеп кенә ята аҡһыл томандар артында. Р. Камал.
ЯНАР АЛ [рус. генерал] (Р.: генерал; И.: general; T.: general) и. иҫк.
Юғары командалыҡ составында хәрби звание йәки дәрәжә. □ Генерал. / Генеральский. ■ Залим янаралдар курһәткән яфаның иге-сиге юҡ. Ғ. Ибраһимов. Өфөнән, Мин-зәләнән килгән янаралдар көслөрәк булып сыҡҡан, улар башҡорттарҙы йәбер-золом ҡабатланмаясағына ышандырып, ауылдарына таралышырға кундергән. И. Ноғманов.
479