ЯНАРТАУ
Ғәбделғәзиз янарал олатаһы кеуек ук, аҡ батшаның сәрғәскәре булып китеуе ихтимал. Й. Солтанов. Аҡ мәсеттәй йорт һалдырған, янарал шул хужаһы, ау, һис ниҙә юҡ нужаһы. Халыҡ йырынан.
ЯНАРТАУ (Р.: вулкан; И.: volcano; Т.: yanardağ) и.
Түбәһендәге кратерынан ваҡыт-ваҡыт ирегән ҡайнар матдә, газ, тау тоҡомдары атылып торған осло тау. □ Вулкан. / Вулканический. ■ Бығаса баҫтырыҡлап ҡуйылған янартау, мең-мең йылдар буйы гранит баҫрау менән баҫтырыҡлап, тонсоҡтороп тотолған, әммә бер ҡасан да һунмәгән, һурелмәгән! 3. Биишева. Помпей — ике мең йыл элек Везувий тигән янартау көлө аҫтында ҡалған ҡала. Ә. Бикчәнтәев. Байтаҡ ҡалҡып ултырған һырлы һырынтылар, ваҡ ҡына янартауҙар шикелле, әкрен генә «төтәйҙәр». Р. Ғабдрахманов.
ЯНАУ (яна-) (Р.: угрожать; И.: menace; T.: tehdit etmek) ҡ.
1. Насарлыҡ эшләү, үс алыу тураһында алдан ҡурҡытып, иҫкәртеп әйтеү. □ Угрожать, грозить кому. // Угроза. Я Мырҙабай тотлоҡто, ярһыуынан ни әйтергә белмәй торҙо ла янап ҡуйҙы. Р. Байымов.
2. Ҡурҡытыу ишараһы яһау. □ Пригрозить (рукой, пальцем). ■ Ҙур Сабир оло улының артынан, янап, йоҙроғон курһәтте. Ә. Бикчәнтәев. Председатель булмәһенән ҡайһы берәуҙәр баштарын эйеп, ҡайһы берәуҙәр сырайҙарын һытып сығалар, сая-раҡтары иһә, ишек япҡас булһа ла, бармаҡ янап алалар. Яр. Вәлиев.
ЯНАУЛЫ (Р.: угрожающий; И.: menacing; T.: tehdit edici) с.
Ҡурҡытып янай торған. □ Угрожающий. Янаулы тауыш. Янаулы һуҙ. Янаулы ҡараш. ■ Үрге Яйыҡ дистанцияһы коменданты Ступишин, бутәндәрҙең ҡотон алыр өсөн ғибрәт итеп, янаулы хат менән бергә волос-тарға оҙатҡан булған [язалы башҡортто]. Ғ. Хөсәйенов.
ЯНАУЫЛҒА (Р.: изо всех сил; И.: for all one's worth; T.: tüm gücüyle) р. диал. ҡар. йәнәсыҡҡа.
Бар көскә. □ Изо всех сил, во всю мочь. Янауылға ҡысҡырыу. Янауылға тырышыу.
ЯНАУЫС (Р.: точило; И.: whetstone; Т.: bileği taşı) и. диал. ҡар. ҡайраҡ.
Ҡорал-ҡорамалды үткерләй торған махсус таш. □ Точило, точилка, брусок. / Точильный. Янауыс ташы. Янауыс менән ҡайрау.
ЯНАШ (Р.: возлюбленный; И.: beloved one; T.: sevgili) и. диал. ҡар. йәнәш I.
Яратҡан, һөйгән кеше. □ Возлюблен-ный(ая). Янаш менән ҡауышыу. Янашты юғалтыу.
ЯНАША КЕЙӘҮ (Р.: шафер; И.: best man; T.: sağdıç) и. диал. ҡар. кейәү егете.
Кейәүҙең туй ваҡытында янында йөрөгән дуҫ егете. □ Шафер. Янаша кейәу һайлау.
ЯНАШЫУ (янаш-) ҡ. урт. ҡар. янау. взаимн. от янау. Бармаҡ менән янашыу.
ЯНБАЙ (Р.: глупец; И.: goof, ninny; T.: aptal) и. диал. ҡар. ахмаҡ I.
Шелтәләп әйтелгән һүҙ. □ Глупец, дурак. Кит, янбай!
ЯНБАШ (Р.: бедренная кость; И.: femural bone; T.: uyluk kemiği) и. анат.
Арт һандың ике яҡ янға сыҡҡан өлөшө. □ Бедренная кость, мосол. ■ Бәхеткә курд, Туйгилденең янбашы һынмаған, ә тайған ғына булып сыҡты. М. Ямалетдинов. Һәр ат та уҙ ҡамытының насар булыуын — муйында буш уйнап тороуын, ышлыяның йә ҡабырғаны, йә янбашты өйкәуен шунда уҡ һиҙеп бармай ҙа баһа. Й. Мостафин. Асыҡҡанға курәме, ҡаҡта ятып янбаштар ауыртҡанғамы, быҙау менән кәзә лә аяғөҫтө баҫты. Р. Ғабдрахманов.
♦ Янбашына күнәк элерлек бик ябыҡ (малға ҡарата). □ Очень тощий (о скотине). ■ Атлыҡса тишек-тошоҡ, һыуыҡ, ел уйнай. Аттарҙың янбашына кунәк элерлек. Б. Ишемғол.
ЯНБАШЛЫҠ (янбашлығы) (Р.: ремень шлеи, проходящий через бёдра; И.: harness; T.: koşum takımı) и.
Ышлыяның һыртлыҡтан ике янбаш аша төшөп, буйлыҡҡа тоташҡан ҡайышы. □ Ремень шлеи, проходящий через бёдра.
480