ЯНДАУ
Янбашлығы өҙөлгән. Янбашлығын рәтләу. Янбашлығын бәйләу.
ЯН БӨРӨ (Р.: боковая почка; И.: lateral bud; T.: yan gonca) и. бот.
Япраҡтың эс яғынан барлыҡҡа килгән бөрө. □ Боковая почка. Ян бөрөнөң уҙенсә-лектәрен өйрәнеу.
ЯНБУСА (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Гәрә ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт араһының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени гэрэ. Янбуса шәжәрәһен төҙөу. Янбусалар байрам уткәрә.
ЯНҒАЛАҠЛАУ (янғалаҡла-) (Р.: близиться; И.: approach; T.: yanaşmak) ҡ.
Эргәгә яҡын килеү; яҡынлау, һырлығыу.
□ Близиться, приближаться. // Приближение. М Бисәһе Умыстың еңеу сәбәбен һорап, тағы янғалаҡлай башланы, ти. Әкиәттән. Ваҡиғаның сәбәбе эт-ҡоштан хәуефләнгән угеҙҙең ауылдарға янғалаҡлауына бәйләнгәйне. М. Ямалетдинов.
ЯНҒЫЛ (Р .: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин. Янғыл шәжәрәһен эшләтеу. Янғылдар йыйыны.
ЯНҒЫН (Р.: пожар; И.: fire; T.: yangın) и.
Йорт, ҡаралтыны ялмап алған ут, ялҡын.
□ Пожар. / Пожарный. Янғынға ҡаршы көрәш. Янғын сығыу. ■ Нәсимә апай ҡыҙын янғын юҡ ергә ҡыуып ебәрҙе лә уҙе өйгә ташланды. И. Абдуллин. Партизандар, янғын ҡыҙыуы бит-ҡулды бешерһә лә, атыуҙан туҡтаманы. Ә. Байрамов. Ҡәлғә стена-ларындағы ут өйҙәргә лә кусеп, биҫтәлә оло янғын башланды. Н. Мусин.
ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕҮСЕ (Р.: пожарник;
И.: fireman; T.: itfayeci) и.
Янғын хәүефһеҙлеге һағында тороусы хеҙмәткәр. □ Пожарник. Янғын һундереу-селәр командаһы. Янғын һундереусе булып эшкә урынлашыу.
ЯНДАР (Р.: конвоир; И.: escort; Т.: konvoy) и. тар.
Кемделер һаҡлап, ҡурсып, янында йөрөгән кеше; һаҡсы. □ Конвоир, охранник. Енәйәтсене яндарҙар оҙатып бара.
ЯНДАУ I (Р.: подмога; И.: detail of a cart; T.: at arabasının sırığı) и.
1. Ныҡлыҡ өсөн, оҙон күкрәкле арбаның аҫҡы үрәсәһенә буйлатып, ҡуша сырмап ҡуйған йомро ағас. □ Подмога, жердь (положенная с обоих боков телеги для крепости). Арба аҫтына яндау һалыу. Яндауы шылған.
2. туҡ. Аяҡ орсоғоноң табалдырығының ҡанатына тоташтырған ағас. □ Нацеп, нацепы (ткацкого станка). Аяҡ орсоғоноң яндауы.
ЯНДАУ II (Р.: сосуд; И.: wooden vessel; T.: kap) и. этн.
Бер сирек самаһы нәмә һыйышлы ағас һауыт, көбө. □ Сосуд (из цельного полого дерева, с вставным дном, обычно из липы или осины). К Уларҙың [аттарҙың] етәктә барырҙарына аҙыҡ-myлектәр, кейем-һалымдар артылдырылды, эйәр ҡаштарына турһыҡтар, ботлоҡтар, яндауҙар, кешендәр бәйләнде. Ғ. Ибраһимов. Ашъяулыҡтың бер яҡ өлөшөндә — ҡаймаҡ, һары май, кубек-май, тупрә, ҡаҡ, ҡорот, яндауҙар тулы айран менән ҡымыҙ. Я. Хамматов. Ағас тауарҙарын теҙеп һалғандар: аҡ ҡар өҫтөндә ап-аҡ силәк, яндауҙар, ағас баулы һыу силәктәре, бал, ҡаймаҡ өсөн кескәйерәк ҡотойсоҡтар. Ә. Әһлиуллин.
ЯНДАУ III (Р.: висок; И.: temple; Т.: şakak) и. диал. ҡар. сикә I, 1.
Баш һөйәгенең ҡолаҡтан маңлай һөйәгенә тиклем булған ике яҡ эргәһе. □ Висок. / Височный. Яндау ауыртыу. Яндау һөйәге.
ЯНДАУ IV (янда-) (Р.: давать пощёчину; И.: give a box on the ear; T.: tokat atmak) ҡ. диал. ҡар. сикәләү.
Сикәгә һуғыу. □ Давать пощёчину. Яндап ебәреу. Асыуынан янданы.
481