Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 482


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯНДАУ
ЯНДАУ V (янда-) (Р.: обтёсывать; И.: hew; T.: yontmak) ҡ. диал. ҡар. сутлау I.
Бураны эс яҡтан тигеҙләп сабыу. □ Обтёсывать. // Обтёсывание. Бурәнәләрҙе эстән яндау.
ЯНДАУ VI (Р.: полати; И.: plank bed; T.: yatak) и. диал. ҡар. һәндерә 1.
Мейес артына юғарыға күтәртеп яһалған урын. □ Полати. Яндауҙа йоҡлау. Яндау яһау.
ЯНДАУЫР (Р.: перила; И.: railing; Т.: parmaklık) и.
1. Ныҡ тоттороу өсөн нимәнеңдер эргәһенә ҡуйылған буй терәк. □ Перила. Баҫҡыс яндауырын нығытыу. Баҫма яндауыры ысҡынған.
2. Һаламы ҡойолмаһын өсөн ҡыйыҡ ситенә ҡуйылған ағас. □ Защитная жердь. Яндауыр ҡуйыу.
3. Кәмә аумаһын өсөн, ҡабырғаһынан тоташтырып, йөҙҙөрөп ҡуйған йыуан буй ағас. □ Боковые опоры лодки. Кәмә яндауыры.
ЯНДАШ I р. ҡар. эргәләш. ■ Сатта-ровтың ҡанһыҙ тәҡдимен кире ҡағырға уйлап, Искәндәр урынынан ҡуҙғала башлағайны инде, яндаш ултырған Сәхип Морат, уның ни әйтерен тойомлап: «Башыңды йылан ояһына тыҡма!» — тип шыбырланы. Ә. Хәкимов.
ЯНДАШ II (Р .: друг; И.: friend; T.: arkadaş) и. диал. ҡар. дуҫ I.
Ҡәҙерле, яҡын кеше. □ Друг. Тоғро яндаш. Ысын яндаш. Йәшлек яндашы.
ЯНДЫРАЙ (Р.: горячий; И.: ardent; Т.: kızgın) с.
1. Тиҙ генә ҡыҙып барыусан. □ Горячий, пылкий. Яндырай кеше. Яндырай булыу. М Киң яңаҡлы, ҡалын ялбыр сәсле, ҡыҙыл йөҙло был яндырай егеттең «Торна» тигән ҡушаматы ла бар ине. Р. Байымов. [Рауил] уҡыуҙа өлгәшмәу генә тугел, һуңғы ваҡытта хатта ашауҙан да яҙҙы ул, тиҙ тоҡанып китеусән яндырай малайға әйләнде. Б. Бикбай. Айрат юҡҡа-барға ла бик тиҙ тоҡанып китеусән, яндырай холоҡло. М. Садиҡова.
2. Юҡҡа ғына көйөп, борсолоп, ҡайғырып китеүсән. □ Беспокойный, тревожный. ■ Ул [Сәхиулла] .. янып-көйөп йөрөусән кеше булып, «яндырай» ҡушаматы шуға бирелгән ине. Й. Солтанов.
3. Ҡабалан, өтәләк. □ Торопливый. Эшкә әсәйем бик яндырай.
ЯНДЫРАЙЛАНЫУ (яндырайлан-) (Р.: проявлять горячность; И.: be quick-temper-red; T.: sinirli olmak) ҡ.
1. Тиҙ генә ҡыҙып барыу. □ Проявлять горячность, пылкость, страстность. ■ Үтә тыныс ҡанлы Әхмәҙиә лә яндырайланып китте шикелле. Р. Солтангәрәев. Рәсул Эмирович аэропортта хушлашҡанда: «Үҙеңде ҡулға ал, Марат, яндырайланып барма», — тине. Ә. Хәкимов. [Нурия] элек, яҙмышы икеле-микеле булғас, уҙенең рәуе-шен таба алмай йонсоған микән, башын баҫып йөрөй йә көтмәгәндә яндырайлана ла китә ине. Г. Яҡупова.
2. Ҡайғырыу, көйөү; көйәләнеү. □ Переживать, беспокоиться, тревожиться. Я Өйҙәренә малай-шалайҙар алып килеп, улар менән кәрәк-кәрәкмәгән пластинкалар тыңлағанға, юҡ-бар һуҙҙәр һөйләп ваҡытын исраф иткәнгә яндырайланып, Нурулла улына былай эшләргә ярамай, беҙҙең фатир ишек алды йә ауыл клубы тугел бит, тигәйне. X. Зарипов. Кинйәбаев яндырайланырын яһалма көлөу менән баҫырға тырышты. Б. Рафиҡов.
ЯНДЫРҒЫС (Р.: зажигательный; И.: incendiary; T.: yangın çıkaran) с.
1. Яндыра торған. □ Зажигательный, зажигающий. Яндырғыс газ. ■ Абашидзе, ике ҡулына ике яндырғыс шешә тотоп, шыуышып китте. Ә. Байрамов.
2. кусм. Өтөп алып барған. □ Обжигающий, жгучий. Йөрәк яндырғыс хәбәр. М Көнбикә уға [Алдарға] яндырғыс ҡарашын һирпә. Н. Мусин.
ЯНДЫРЫЛЫУ (яндырыл-) ҡ. төш. ҡар. яндырыу, страд, от яндырыу. ■ Фашистар уҙҙәренең самолёттары тарафынан яртылаш емерелеп, яндырылып бөткән был ҡалаға килеп инеу менән, тыныс халыҡты
482