Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 483


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯНДЫУ
талау, язалау башланды. 3. Биишева. Нурия уҙе таратҡан бер листовкала ҡайһылыр ауылда йәшәгән бөтә өс меңләп кешенең рәхимһеҙ рәуештә атып ултерелеуе, ә йорт-еренең тотошо менән яндырылыуы тураһында яҙылғайны бит. Ә. Байрамов, һуңғы яу мәлендә мәсет яндырылды, йыйындар бөтөнләй тыйылды. Ғ. Ибраһимов.
ЯНДЫРЫУ (яндыр-) (Р.: жечь; И.: burn; T.: yandırmak) ҡ.
1. Утта көйрәтеү. □ Жечь, поджигать, спалить. // Поджигание, сжигание. ■ Клуб артында төрлө ҡағыҙ-ҡоғоҙҙарҙы яндырыу урыны бар. А. Баймөхәмәтов. Сөрөк яндырып, солоҡто асаһың, балы бармы, юҡмы икәнен ҡарайһың. Р. Байымов. Өйөн кулактар яндырғандан һуң Ниғмәт ағай Йәсәуи йортонда тора ине. Ә. Бикчәнтәев.
2. махс. Утта ҡыҙҙырып сыныҡтырыу; үртәү. □ Жечь, выжигать, обжигать. // Выжигание. ■ Кирбес яндырыу мейестәрен эшләтеу өсөн ҡасабалағы элекке оҫталарҙы йыйҙылар. Ә. Байрамов. Атаһының кумер яндырыу оҫталығын, уның серҙәрен Төлкө-сура ла белә инде хәҙер. Н. Мусин.
3. Утлы итеү, тоҡандырыу. □ Зажигать, засветить (свечу, лампу, электричество, огонь и т. п.). // Зажигание. ■ Шомбаев, пистолет формаһында эшләнгән трофейный зажигалкаһын «сылт» итеп яндырып, папирос көйрәтте. И. Абдуллин. Тимербай, мауығып китеп, етенсе класта уҡыған сағында шул таштан алыҫ тугел генә ерҙә костёр яндырыуҙары хаҡында һөйләп ташланы. Ғ. Аллаяров. Йәмил ишекте асып өйгә алдан уҙҙы ла тәуҙә лампочкаларҙы, унан телевизорҙы яндырҙы. Р. Байбулатов. • Көн курмәгән көн курһә, көндөҙ сыра яндырыр. Мәҡәл.
4. Эҫе нәмәгә тейҙереп, әрнетеү. □ Обжигать, обжечь, опаливать, спалить. // Обжигание, опаливание. Бармаҡтарҙы яндырыу.
5. Ҡыҙыу һауанан һ. б. тән ҡыҙып эҫе булыу. □ Обжечься. Мунсала сабынып, тәнде яндырыу.
6. Ныҡ итеп ҡыҙҙырыу, көйҙөрөү (ҡояш нурҙарына ҡарата). □ Жечь, палить, печь, припекать (о солнечных лучах). // Паление,
опаливание. К Кояш яндырып бара, көньяҡтан иҫкән ел ҡарҙы рәхимһеҙ кимерә. М. Ғиләжев. Көндәре ниндәй һуң, яндырып алып бара, баш ҡалҡытырға әмәл юҡ. Р. Низамов.
7. Дымлы көйө өйөп ҡыҙҙырыу, серетеү. □ Гноить, сгнаивать, подвергать гниению. Һаламды яндырыу. ■ Келәткә сей ашлыҡ һалып, уны боҙорға, яндырырға хаҡыбыҙ юҡ. 3. Ғәлимов.
8. Атты туҡтауһыҙ шәп саптырып зыян килтереү йәки шул атҡа һыуыҡ һыу эсереп эштән сығарыу. □ Загонять (лошадь, коня). М Кормош бай атын яндырып, йән-фарман сабып Сәләм ауылына килеп еткәндә, төн уртаһы ауғайны инде. 3. Биишева. Бер атты Ғимаҙи, баҙарҙан ҡайтҡан ваҡытта бик шәп ҡыуып, яндырып ултерҙе. Б. Бикбай. Әхмәтгәрәй ҡарт куҙенә кук куренгәнсе эскән дә, зиһене буталып, ҡарт атын яндырғансы юл буйына сыбыртҡылап ҡыуалаған. Р. Вәлиев.
9. кусм. Өйкәү (куңелде), әрнетеү. □ Жечь, обжигать, щемить (сердце, душу). К Ялҡын йөрәкте талай, яндыра, көйҙөрә. С. Поварисов. • Ялған яндырыр, яманатҡа ҡалдырыр. Мәҡәл.
10. кусм. Мөхәббәт хисе уятып, эске кисерештәргә һалыу, әрнетеү. □ Зажигать, зажечь, пробуждать (о чувстве любви). Йөрәкте яндырыу.
♦ Күҙҙе яндырыу асыу, нәфрәт һ. б. тойғо менән күҙҙе ныҡ ялтыратыу. □ Смотреть с ненавистью; с презрением. Куҙҙе яндырып текәлеу. Эсте яндырыу көнләштереү, көнсөллөгөн килтереү. □ Возбуждать чувство ревности, зависти. Халыҡтың көр тауышы эсте яндыра.
ЯНДЫРЫШЫУ (яндырыш-) ҡ. урт. ҡар. яндырыу, взаимн. от яндырыу. ■ [Йылҡыбай - Зөһрәгә:] Мин ул мәлғун пәрейҙең кәуҙәһен уҙем яндырыштым. «Алдар менән Зөһрә».
ЯНДЫУ (Р.: сноха невестки; И.: female relative; T.: gelinin yengesi) и. диал. ҡар. еңгә.
Килендең еңгәһе. □ Сноха невестки. Кәләш менән кейәуҙе яндыу ҡарай.
483