Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 484


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

яни
ЯНИ [ғәр. ] (Р.: преступник; И.: criminal; T.: cani) и. иҫк. ҡар. енәйәтсе.
Енәйәт ҡылған кеше, енәйәт эшләүсе. П Преступник. ■ Гонаһлылар, яниҙар донъяһы был, торалар меҫкенлек, зилләт эсендә. М. Ғафури.
ЯНИБ [ғәр. cj-jbJ и. иҫк. ҡар. яҡ I, 1. Көнбайыш янибы. Уң яниб. һул яниб.
ЯН ЙОРТ (Р.: пристрой; И.: outhouse; T.: ek bina) и. диал. ҡар. төкәтмә.
Төкәтеп, ҡушып һалынған йорт-ҡаралты.
□ Пристрой. Ян йорт төҙөу.
ЯН-ЙӘЙӘ и. йыйн. ҡар. ян-һаҙаҡ. ■ Кеше, суҡмарҙан тыш, һөңгө, һалдау, уҡ, ян-йәйә уйлап тапҡан, һуңынан ҡылыс барлыҡҡа килгән. С. Ильясов.
ЯНКИ [ингл. yankee] (Р.: янки; И.: Yankee; T.: Yanki) и.
АҠШ-та тыуған американдарҙың ҡушаматы. □ Янки. ■ Йорт янынан янки Генри Клейтон утеп бара ине. Ғ. Хисамов. Элек был келәт янкиҙарҙыҡы булған, тиҙәр. Ә. Бикчәнтәев.
ЯНҠАЙ (Р.: душенька; И.: my dear; T.: canım) и. диал. ҡар. йәнкәй.
Яратып, иркәләп әйткәндә ҡулланыла.
□ Душенька, душечка, милый, милочка, Алтын йөҙөк, фирузә ҡаш, янҡай, бармаҡтарыңда. Халыҡ йырынан.
ЯНҠЫЙНАУ (янҡыйна-) к. диал. ҡар. яфаланыу. Янҡыйнап йөрөу. Янҡыйнап ятыу.
ЯНЛАТЫУ (янлат-) (Р.: подходить близко; И.: approach closely; T.: yanaştırmak) ҡ.
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер янына яҡынлатыу; яҡын итеү, эргәләтеү. □ Подходить близко, приближаться к кому, чему. 1И Комиссарҙы янлатып Әҡлимә, Йәмил, Гайса һәм унлап яугир-йәнуҙаҡ ҡалышманы. Й. Солтанов.
ЯНЛАУ I (янла-) (Р.: двигаться рядом с кем, чем', И.: move beside smb/smth; T.: yanaşmak) ҡ.
Кемдеңдер йәки нимәнеңдер янынан хәрәкәт итеү; эргәләү. □ Двигаться рядом с кем, чем. М Һәубән янлап ҡына барған да һиҙҙермәй генә теге ҡыҙҙың сәсенән урап
тотҡан. «Аҡбуҙат». Ахун утарына етергә бер-ике йөҙ аҙым ҡалғас, Дәуләткирәй аҙымын йышайтып, Солтанмәхмуткә янланы ла шешмәкләп ҡыҙарған куҙҙәренән эске утенес менән тулған һораулы ҡараш атты. Р. Өмөтбаев. Мотаһар, тәҙрә төбөнә терәп ҡуйылған өҫтәлде янлап, һике йөҙлөгөнә ултырҙы. Й. Солтанов.
ЯНЛАУ II (янла-) (Р.: тесать; И.: hew; T.: yontmak) к.
Бүрәнәне, ҡырҡылған ағасты ике яғынан сабып юныу. □ Тесать. М Буйтым ярһый төшкән бейәләр, деһерләшеп, ике яғы янлап сабылған сауҡа һайғауҙан тотолған ҙур тоҡон кәртәгә килеп тулдылар ҙа бурәнә улаҡтарға һалынған туҡ һолоға йомолдолар. И. Ноғманов. Аҡ Ғәле яйлап ҡына йөрөп беләк йыуанлыҡ ағас киҫеп ала, уны ентекләп янлай, шунда балта менән сапҡылап кешеләргә һуңғы һуҙҙәрен яҙа. Д. Шәрәфетдинов.
ЯНСА-ЙӨРӘККӘЙ (Р.: душенька; И.: my dear; T.: canım) и. диал. ҡар. йәнкәй.
Яратып, иркәләп әйткәндә ҡулланыла. □ Душенька, душечка, милый, милочка. Янса-йөрәккәй менән осрашыу. Янса-йөрәк-кәйемде һағындым.
ЯНСЫ (Р: мастер по изготовлению луков; И.: expert in making bows; T.: yay yapan kimse) и.
Ян яһаусы оҫта. □ Мастер по изготовлению луков. Уҡ яһатыу өсөн янсыға барыу. ■ Йәйәгә ҡарап, ғәҙәттә, янсының исемен әйткәндәр. С. Ильясов.
ЯНСЫҠ (янсығы) (Р.: мешочек; И.: sachet; T.: küçük torba) и. этн.
Аҡса, тәмәке һ. б. нәмәләр һалыу өсөн ауыҙын бөрмәле итеп теккән сигеүле бәләкәй тоҡсай (ғәҙәттә, туйҙа яңы төшкән килен ҡәйнештәренә тарата). □ Мешочек; кисет. ■ Фәтих ағай улының сикһеҙ шат куҙҙәренә ҡарап уйлап алды: «Моғайын, аҡса тулы янсыҡ тапҡандыр». И. Абдуллин. Лесник, кеҫәһенән бөрмәле янсыҡ сығарып, уны башта Гарифҡа, унан лейтенантҡа һуҙҙы. Ә. Байрамов. Япон һуғышынан йөрөтөп алып ҡайттым уны, — тип ҡайныһы
484