Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 485


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

янтыҡ
Рабиғаға кун янсыҡҡа һалынған хәнйәрҙе тотторҙо. Р. Низамов. • Йәйәулегә янсыҡ та ауыр. Әйтем.
ЯНТАҒАЙ (Р.: наклонный; И.: slanting; T.: yatık) с.
Бер яҡҡа ауыш; ҡырын. □ Наклонный, косой. Янтағай юлдан барыу.
ЯНТАЙТЫУ (янтайт-) ҡ. йөкм. ҡар. янтайыу. понуд. от янтайыу. М Азаматов, кәуҙәһен әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа янтайтып, борхолдап кутәрелгән ҡар саңы эсендә бер нисә минут килде лә таяҡтарын төртөп туҡтаны. Ә. Вәли. Самолётты янтайтырға ысынлап та ярамай, юҡһа бомбалар әллә ҡайҙа осоп китәсәк. А. Мағазов.
ЯНТАЙЫУ (янтай-, янтая) (Р.: крениться; И.: tilt, move aside; T.: yana yatmak) ҡ.
1. Бер яҡҡа ҡыйшайыу; ауышыу. □ Крениться, наклониться набок. // Крен, наклон. М Егет, янтайып, сәғәткә куҙ һалды. Ә. Байрамов. Азаматов та хәҙер, Илмырҙаның миҫал һөйләуен көтөп, уға табан янтайы-быраҡ ултырҙы. Ә. Вәли. Әхтәм, бөтә кәуҙәһе менән Рогаткинға янтайып, уны ҡултыҡлап алды. В. Исхаҡов.
2. Ҡапыл ситкә тартылыу; тайшаныу. □ Уклониться, отстраниться. М [Алдар:] Януар яман укереп .. әҫтәмә ауа башлағанда ғына янтайып өлгөрҙөм. «Алдар менән Зөһрә». Һарыҡ, ишек алдына инергә теләмәй, янтайып ситкә ҡаса. 3. Биишева. Бурыл куҙҙәрен аҡайтты, ҡолаҡтарын ҡайсыланы һәм, өркөп, юлдан ситкә янтайҙы. Ш. Бикҡол.
ЯНТАЙЫШЫУ (янтайыш-) ҡ. урт. ҡар. янтайыу, взаимн. от янтайыу. М Ҡайындар төптән бергә ҡуша уҫеп торғандар ҙа шунан ни эшләптер янтайышып уҫеп киткәндәр. Р. Солтангәрәев.
ЯНТАРЫУ (янтар-) ҡ. диал. ҡар. янтайыу 2. Ҡапыл янтарыу. Янтарып ситкә китеу.
ЯНТАУ I (Р.: брат невесты; И.: bride's brother; T.: gelinin abisi) и. этн. диал.
Ҡыҙҙың кейәү йортона оҙатып барған ағаһы. □ Брат невесты, сопровождающий её в дом жениха. Ҡыҙҙы янтауы менән оҙатып ебәрҙеләр.
ЯНТАУ II (Р.: маленькое ведёрко; И.: small bucket; T.: küçük kova) и. диал. ҡар. күнәсек.
1. Бәләкәй генә ағас күнәк. □ Маленькое ведёрко из полого ствола дерева. Бер янтау май. Янтауға ҡатыҡ ҡойоу.
2. Бал, май кеүек нәмә һалыу өсөн йыуан ағастың эсен соҡоп яһаған тәпәшәк һауыт; тәпән. □ Плоская посуда из полого ствола дерева (для масла, мёда). Май янтауы. Бал янтауы.
ЯНТАУ III (янта-) (Р.: обтёсывать; И.: rough hew; T.: yontmak) ҡ. диал. ҡар. сутлау I.
Бураны эс яҡтан тигеҙләп сабыу. □ Обтёсывать. // Обтёсывание. Бурәнә янтау. Янтап ҡуйыу.
ЯН-ТЕРӘК (ян-терәге) (Р.: опора; И.: prop; T.: dayanak) и. йыйн.
Ярҙам итерлек, таяныс булырлыҡ кеше. □ Опора, поддержка. Ян-терәк булырҙай кеше.
ЯН ТИР (Р.: усталость; И.: fatigue; Т.: yorgunluk) и. диал. ҡар. йән тир.
Ҡаты көсөргәнештән булған арманһыҙ хәл; ҡара тир. □ Усталость, изнеможение. Ян тир сығыу. Ян тиргә төшөу. Ян тир булғансы эшләу.
ЯН-ТИРӘ и. йыйн. диал. ҡар. ян-як. Ян-тирәне куҙәтеу. Ян-тирәгә бағыу. Ян-тирәне ҡараштырыу.
ЯНТУРҺЫҠ (янтурһығы) (Р.: бурдюк;
И.: water-skin; T.: tulum) и. диал. ҡар. турһыҡ.
һабанан бәләкәйерәк тар ауыҙлы тире һауыт. □ Бурдюк. Янтурһыҡҡа ҡымыҙ ҡойоу. Янтурһыҡ тегеу.
ЯНТЫҠ I (Р.: наклонный; И.: inclined; T.: yatık) с.
Бер яҡҡа ауыш; ҡырын. □ Наклонный, косой. Янтыҡ һуҡмаҡ. Янтыҡ тау.
ЯНТЫҠ II и. диал. ҡар. янбаш. Янтыҡты ауырттырыу. Янтыҡ һөйәге. Янтыҡ менән этәреп ебәреу. ■ Салих Исмәғилев янтығына аҫҡан ҡара брезент сумкаһын ысҡындырып асты. Ф. Иҫәнғолов, [һалдаттарҙың] ҡайһы берҙәре, ҡандарына һеңешеп бөткән ғәҙәттәре буйынса, патрон сумка
485