 
         
        
        
            яный
1.	Эргәгә яҡын килеү; яҡынлау, һырлығыу. □ Прильнуть. Янһап китеу. Кешегә янһау. Әсәйгә янһау. Бала итәккә янһаны.
2.	диал. Эргәлә, йәнәшәлә барыу. □ Идти рядом. Эт янһап ҡына бара. Дуҫтар янһап йөрөй.
ЯНҺЫУ I (янһы-) (Р.: подгорать; И.: burn slightly; T.: yanmak, dibi tutmak) ҡ.
Янған еҫ сығарыу. □ Подгорать, пригорать. // Подгорание, пригорание. Май янһып киткән. Янһыған аш. Утта янһып киткән бутҡа.
ЯНҺЫУ II (Р.: близлежащий водоём; И.: nearby watercourse; T.: yakındaki su) и. диал.
Яҡындағы, эргәләге һыу. □ Близлежащий водоём. Янһыуға барыу.
ЯНШАҠ (Р.: ворчливый; И.: querulous; T.: mızmız) с. диал. ҡар. мыжыҡ.
Ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнеүсән. □ Ворчливый. Яншаҡ бабай.
ЯНШАУ (янша-) (Р.: ворчать; И.: grumble; T.: söylenmek) ҡ. диал. ҡар. мыжыу.
Юҡ-барҙан ғәйеп табып, ризаһыҙланып һөйләнеү. □ Ворчать, брюзжать. // Ворчание, брюзжание. Яншап тик йөрөу. Ҡарт кеше куп яншай.
ЯНЪЯЛ [фарс. (Р.: скандал; И.: row; T.: skandal) и.
Күмәк талаш; ғауға. □ Скандал, ссора. ■ Татлыбай Мулдаҡаев янъял кутәрмәне, уның ғәҙәте юҡ: шау-шыу кутәрә лә, йылмая ла белмәй төрған бер кеше ине ул. Ә. Бикчәнтәев. Салихтың башы өҫтөндә дәһшәтле болоттар ҡуйырғандан-ҡуйырып, уны мәҙрәсәнән ҡыуып сығарыуға сәбәп була яҙған янъялға тиклем шулай дауам итте. X. Мохтар. Дауға офицер ҡыҫыла, янау, янъял китә. Ғ. Хөсәйенов.
ЯНЪЯЛ ҠУПТАРЫУ (янъял ҡуптар-) (Р.: скандалить; И.: raise a row; T.: kavga çıkarmak) ҡ.
Ыҙғыш, талаш күтәреү. □ Скандалить, поднимать скандал. Я Йорттоң икенсе ҡатынан ергә һикергән диуана, аяғын һындырып, янъял ҡуптара. Р. Вәлиев. [Юлайҙың] атаһы шулай бер баш бирмәҫ булды, гел генә байҙарға ҡаршы һөйләп, янъял ҡуптарҙы. И. Ғиззәтуллин.
ЯНЪЯЛЛАШЫУ (янъяллаш-) (Р.: скандалить; И.: kick up a scandal; T.: kavga etmek) ҡ.
Күмәкләп ныҡ талашыу; ыҙғышыу, ғауғалашыу. □ Скандалить, ссориться с кем. ■ Халыҡтың мал-тыуары тартып алына икән, быға янъяллашып ҡаршы тороу урынһыҙ, һуғыш заманы. Ә. Хәкимов.
ЯНЪЯЛЛЫ (Р.: скандальный; И.: scandalous; T.: kavgacı) с.
Ыҙғыш, талашҡа ҡоролған. □ Скандальный. Янъяллы эш. Я Йөрәгенә һыймаған ут һәр ваҡыт шуға өндәһә лә, Белла янъяллы аҙымдан тыйылды. М. Садиҡова. Ул [Фёдор] дуҫын тиҙерәк был янъяллы урындан ситкәрәк алып китергә ашыҡты. В. Исхаҡов.
ЯНЪЯЛСЫ (Р .: скандалист; И.: brawler; T.: kavgacı) и.
Янъял ҡуптарыусы. □ Скандалист. Я Кәрәк тотҡан ҡыҙыу Дәйләғиҙе кургәс, янъялсылар тайыу яғын ҡараны. И. Ғиззәтуллин. Башҡортостан Министрҙар кабинеты премьер-министры Добровольский, янъялсыларҙан ҡотолғас, президентҡа тугел, ә тура Урыҫ Соборына мөрәжәғәт итте. Р. Камал. Ыҙғыш ҡуба икән, янъялсыларҙы айырыусы кәрәк була. Ә. Хәкимов.
ЯНЪЯЛ СЫҒАРЫУ (янъял сығар-) ҡ. ҡар. янъял ҡуптарыу. К [Лирик герой:] Янъял сығарырға әуәҫ әҙәм булмаһам да, был юлы берәй һуҙ әйтмәй туҙеп булмаҫ, ахырыһы. Ә. Бикчәнтәев. Төҙөлөш барған ерҙә төрлө халыҡ, янъял сығарырға әуәҫтәре лә табыла. Р. Солтангәрәев.
ЯНЫБАЙ (Р .: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Дыуан ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени дуван. Яныбай йыйыны. Яныбай шәжәрәһе. Яныбайҙар тамғаһы.
ЯНЫЙ (Р.: душа (моя); И.: darling; T.: can) и. һөйл. ҡар. йәнкәй.
Һөйгән йәр, йәнәш, яратҡан кеше. □ Душа (моя), душенька, милый, милочка.
487