яныйым
Яный ҙа йәней, тип өҙөлөп торған була бит әле. ■ Бар күңелемде сарыф иттем һин яныйға ярарға. Халыҡ йырынан.
ЯНЫЙЫМ и. диал. ҡар. яный. Яныйым, берҙән-берем! ■ [Зөләйха - Самсонға:] Яныйым тип яҙыр инем, тиңләмәҫһең, тип ҡурҡам. Т. Йәнәби.
ЯНЫУ-БЕШЕҮ (ян- - беш-) (Р.: распариться; И.: break into a sweat; T.: terlemek) к.
Эҫелектән бик ныҡ тирләү; бешегеү. □ Распариться, разогреться. ■ Күп тә үтмәне, янып-бешеп Ҡәҙерғол ҡайтып инде. Р. Ғабдрахманов. Хәбировтар ары-бире тәмәке тартҡылағансы, идараға янып-бешеп бөткән Сәхипьямал, уның артынан аяҡ остарына ғына баҫып Әҡлимә килеп керҙе. X. Ғиләжев. Йәш хужа менән йәш хужабикә Имәнлегүл туғайында янып-бешеп кәбән һала. М. Кәрим.
ЯНЫУ-КӨЙӨҮ (ян- - КӨЙ-) (Р.: горевать; И.: grieve; T.: endişelenmek) к.
1. Бик ныҡ борсолоп, ныҡ ҡайғырыу. □ Горевать, страдать, томиться. // Горе, страдание. Янып-көйөп ултырыу. ■ Фәтих ағай сәпсәлән кеше түгел, юҡ-барға, белер-белмәҫ нәмә өсөн алдан уҡ янып-көйөп бармай. И. Абдуллин. Ғәли ағай янып-көйөп, борсолоп ҡайтып ингәндә, Ҡыҙырас өйҙә, аҡ булканы ҙур-ҙур тешләп, сәй эсеп ултыра ине. 3. Биишева. [Күсем] ҡыйыу, тәүәккәл, халҡы яҙмышы өсөн янып көйгән батыр һымаҡ ине. Н. Мусин.
2. күсм. Мөхәббәттән ғазапланыу. □ Любить, страдать, маяться. ■ Ул [Вәли] бәхетһеҙ тәүге мөхәббәте өсөн янып-көйөп бөткән. М. Ғиләжев. [Фәсхетдин^* Рәшиҙә тураһында:] Донъяла шулай ҙа була бит: һин уны йылдар буйы янып-көйөп яратып йөрөйһөң, ә ул күҙенә лә элмәй. Ғ. Аллаяров. Вахит, ауыл малайы, мөхәббәттән янып-көйөп йөрөһә лә, шундай авторитетлы ҡыҙға [Зөләйхәгә] яҡынлашырға әмәл тапмаған, күрәһең. М. Садиҡова.
3. диал. Юғары температура менән ауырыу. □ Болеть с высокой температурой, температурить. Янып-көйөп ауырып ята.
ЯНЫП ТОРОУ (янып тор-) (Р.: быть услужливым; И.: be obliging; T.: güleryüzlü olmak) ҡ. диал. ҡар. өлтөрәү I.
Ихласлыҡ менән асыҡ йөҙ күрһәтеп йүгергеләү. □ Быть услужливым, приветливым. Туғандар алдында янып тороу.
ЯНЫУ I (ян-) (Р.: гореть; И.: burn; Т.: yanmak) ҡ.
1. Ут тәьҫиренә бирелеп юҡҡа сығыу; утта көйрәү. □ Гореть, сгорать, сгореть. // Горение, сгорание. М Айбулат тәмәке төпсөгөн утҡа ырғытты ла, уның янып бөткәнен диҡҡәт менән ҡараған һымаҡ, утҡа текләп уйға ҡалды. Һ. Дәүләтшина. Ә урман яныу — йәнлектәргә, ҡоштарға ҡаза ул. М. Тажи. Ҡайһы бер ҡағыҙҙар, янып кәлгә өйләнгәс, осоп китергә теләгәндәй, өҫкә күтәрелә лә, бер аҙ ситкә китеп, ҡомға төшә. И. Абдуллин. • Бер ағас мейестә лә янмаҫ, ике ағас далала ла һүнмәҫ. Мәҡәл. Кем итәгенә ут төшһә, шул яна. Мәҡәл.
2. Уты булып, көйрәп тороу. □ Топиться, гореть. ■ Морат был турала бәхәсте ары һуҙмай, ялҡылдап янып ятҡан усаҡҡа төбәлеп, уйға талды. Б. Бикбай. Усаҡ дөрләп янып китеүгә, шаулаша-гөрләшә ауылдан ҡыҙҙар килеп еттеләр. Ф. Әсәнов.
3. Эҫе нәмәгә тейеп бешеү, көйөү. □ Обжигаться, получать ожог. Ҡуҙға ҡулды яндырыу. Утҡа бармаҡтарҙы яндырыу. Ҡайнар һыуға янған тән.
4. Етлекмәгән йәки дымлы көйө баҫылып ятыуҙан ныҡ ҡыҙып сереү, боҙолоу. □ Гореть, сгореть, погореть, преть, гнить, тлеть (о зерне, сене и т. п.). // Сгорание, гниение, загнивание. Бесән янған. Оҙаҡ ятып һалам янған. Тиреҫ яҡшы янған.
5. Шәп, ҡыҙыу сабып, ныҡ тирләп ҡапыл һыуыҡ һыу әсеүҙән зыянланыу, ныҡ ауырыу (йылҡы малына ҡарата). □ Сгореть, быть загнанной (о лошади). ■ Александр саптырып Өфөгә .. бик шәп килгәнлектән күк ат арып, сәсәп, янып үлде. «Батыршаның хаты». Ат янһа, бер биҙрә һөттө һалҡын баҙға ҡуйып һыуытып шуны эсерәләр, һуңынан андыҙ тамыры ҡайнатып эсерәләр. Хикәйәттән.
488