Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 490


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯНЫУ
Сәғәт ярым самаһы уҙғас, бер мәлде өй хужаһы ҡара янып ҡайтып килде. Т. Йәнәби. Бухгалтерҙар эс тырнап көлә, бер Айыу Мөхтәбәр көлмәй, ҡара янып ултыра. Р. Камал. Исмөгөлдөң ҡапылдан үҙгәреп китеүе Рәүфилде ныҡ бөрсөнө, уның йөҙө ҡара янып йөрөй. Т. Килмөхәмәтов. Эс яныу нимәгәлер көйөнөп ныҡ әрнеү, хәсрәтләнеү. □ Огорчиться, горевать, завидовать. ■ Йәй уның [Сөнәғәттең] бик эсе янып йөрөнө. Ж. Кейекбаев. Гөлбикә һәйбәт тә уҡыны. Шәрифйән ағайҙың быға ла эсе янды. Р. Низамов.
ЯНЫУ II (яны-) (Р.: точить; И.: whet; T.: bilemek) ҡ.
Бысаҡ, ҡылыс һ. б. ҡорамалдарҙы ышҡып үткерләү; йөҙөн килтереү, йөҙөн сығарыу. □ Точить, затачивать. // Заточка, затачивание. ■ Мөхит тәүҙә бер усма үлән менән салғыһының йөҙөн һөрттө, шунан, итек ҡунысынан яныуыс алып, бик йәтеш итеп салғыһын яный башланы. Ә. Вәли. Офоҡта ялағай ялтлап ҡуя, гүйә, кемдер ураҡҡа әҙерләнеп, салғыһын яный. Б. Рафиҡов. [Сәмиғә] ҡабаланмай, тора-тора ла туҡтап салғыһын яный. Г. Ғиззәтуллина.
ЯНЫУ III (яны-) ҡ. диал. ҡар. янау. Балаға яныу. Бер туҡтауһыҙ яныу. Йоҙроҡ менән яныу.
ЯНЫУ IV и. диал. ҡар. яныуыс. Ҡайраҡ яныу. Ҡом яныу. Таш яныу. Салғы яныуы. Яныу менән бысаҡ үткерләү.
ЯНЫУАР (Р.: беспечный; И.: care-free; T.: kaygısız) с. диал. ҡар. ғәмһеҙ I.
Бер нәмәгә лә бошонмаған, уйлана белмәгән, моңһоҙ. □ Беспечный, беззаботный. Яныуар кеше. Яныуар булыу.
ЯНЫУЫС (Р.: брусок; И.: whetstone; Т.: bileği) и.
Салғы яный торған ҡорал. □ Брусок, точило. ■ Бөрө буйына төшкәнсе, улар [Нур менән атаһы] ике тапҡыр салғыларын янып алалар ҙа, яныуыстарын салбар-ыштан бөрмәһенә тығып, йәнә үләнде ҡыйратырға тотоналар. И. Абдуллин. Әсәһе ҡулына яныуыс, Байсарҙың атаһынан ҡал
ған йоҡарып бөткән салғыны алды, ике яҡлап янып ебәрҙе. Ғ. Хисамов.
ЯНЫУЫСЛАУ (яныуысла-) ҡ. диал. ҡар. яныу II. Салғыны яныуыслау. Яны-уыслап биреү. Яҡшы итеп яныуыслау.
ЯНЫЧАР [төрк. yeni çeri ‘яңы һуғышсы’] (Р.: янычар; И.: Janissaries; T.: yeniçeri) и. тар.
Солтан Төркиәһендә хәрби әсирҙәрҙән һәм ислам дине ҡабул иткән христиандарҙан төҙөлгән йәйәүле ғәскәр һалдаты. □ Янычар. / Янычарский. ■ Елкәнле караптар менән төрөктәр мең ярымлап янычар килтерҙе. Ғ. Хөсәйенов. Зухты ҡамап алған янычарҙар, борсаҡ сәселгән шикелле, ҡапыл төрлө яҡҡа һибелде. М. Кәрим. Ҡәлғә диуарҙарының өҫтөндә зыу-ғәләмәт килеп, ҡысҡырышып янычарҙар йүгерешә. Н. Мусин.
ЯНЫШ I (Р.: любимый; И.: dear; Т.: sevgili) и. диал. ҡар. йәнәш I.
һөйгән йәр. □ Любимый, возлюбленный. ■ Янышымдың нурлы йөҙөн ҡояш менән тиң күрәм. Халыҡ йырынан.
ЯНЫШ II (Р.: рядом; И.: near (by); T.: yanında) р. диал. ҡар. йәнәш II.
Берәй кеше йәки нәмә менән бер рәттән, йәнәшә, ҡатар. □ Рядом, около, бок о бок. Яныш атлау. Яныш барыу. Яныш тороу.
ЯНЫШЫУ (яныш-) ҡ. диал.
1. ҡар. янау. Эштән ҡыуыу менән янышыу.
2. Үҙ-ара нимәгәлер дәғүәләшеү; талашыу.
□ Ссориться, скандалить друг с другом. Ер өсөн янышыу. Урын өсөн янышыу.
ЯН-ЯҠ (ян-яғы) (Р.: округа; И.: neighbourhood; T.: etraf) и.
Яҡын-тирәләге, әйләнәләге ер; тирә-яҡ.
□ Округа; сторона. Ян-яҡҡа күҙ ташлау. Ян-яҡты байҡау. ■ Артта гөрһөлдәгән тауыштар көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ян-яҡтан һауаға ут күбәләре күтәрелде. Ғ. Аллаяров. Һарыбай йәһәт кенә ян-яҡҡа ҡаранып алды. Р. Байбулатов. Нуриханов уңышлы шаяртҡанына ҡыуанып, ҡулдарын ян-яҡҡа йәйеп, көлөп ебәрҙе. Д. Бүләков.
490