Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 491


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

яңғыҙ
ЯҢАҠ I (яңағы) (Р.: щека; И.: cheek; Т.: yanak) и. анат.
1. Биттең ике сикәнән түбәнге тештәр урынлашҡан өлөшө; яҡ. □ Щека. / Щёчный. М Хәләф иһә ике ҡулын ике яңағына ҡуйып тыңлап ултырҙы. Ғ. Аллаяров. Нурулла телефон төбөндә, яңағына таянып, күпмелер ваҡыт уйланып ултырғандан һуң, урынынан ауыр ғына ҡуҙғалды. X. Зарипов. • Яманға ялынһаң, яңағың һыныр. Мәҡәл.
2. миф. Кеше тәненең мифлаштырылған өлөшө. □ Щека (мифологизированная часть тела человека). Н Яңаҡҡа таянһаң, әсәң үлә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Тел менән яңаҡҡа һалышыу хәбәрҙе, һүҙҙе күпкә һуҙыу, күп һөйләү. □ Много болтать. Тел менән яңаҡҡа һалышып, ваҡыт әрәм итеү. Шар яңаҡ күп һөйләгән кеше. □ Болтун. Эй, бер шар яңаҡ булдың инде! Яңағың ҡороғор күп һөйләгән кешене әрләгәндә әйтелә. □ соотв. Чтоб язык отсох! Яңағың ҡороғор, тип әрләп тороп ҡалды. Яңаҡ бейетеү шәп-шәп итеп ашау, тамаҡ туйҙырыу. □ соотв. Уплетать за обе щеки. Малайҙар яңаҡ бейетәләр. Яңаҡҡа берҙе ултыртыу {йәки ямау) яңаҡҡа һуғып ебәреү. □ Залепить (закатить, влепить) пощёчину. Яңаҡҡа ямап ебәргәс, күҙҙән уттар күренде.
ЯҢАҠ II (яңағы) (Р .: косяк; И.: (door-) post; T.: söve) и.
Ишек, тәҙрә уйымының ян ағасы; яҡ. □ Косяк. М Хәмит менән Хәсән бая уҡ һике таҡталарын тәҙрә яңағына тиңләп киҫеп ҡуйғайнылар. С. Агиш. Нәсимә ишек яңағына һөйәлгән дә әлеге шул аҡһыл битен соҡорландырып йылмая бирә. Р. Байбулатов. Мөслим, арҡаһын асыҡ ишек яңағына терәп, шофёр ағайҙың сүкеш менән машина тәгәрмәстәренә һуҡҡылауын ҡарап тора ине. Р. Ғабдрахманов.
♦ Ишек яңағын ятҡырмау туҡтауһыҙ инеп-сығып йөрөү. □ Беспрестанно входить и выходить. Халык ишек яңағын ятҡырмай, бер туҡтауһыҙ ағыла.
ЯҢАҠ III (яңағы) (Р.: жабры; И.: gills; T.: solungaçlar) и. диал. ҡар. айғолаҡ 1.
Балыҡтың тын алыу ағзаһы. □ Жабры. Яңаҡ япраҡтары. Балыҡты яңағынан элеп ҡуйыу.
ЯҢАҠ БАШЫ (Р.: висок; И.: temple; Т.: şakak) и. диал. ҡар. сикә I, 1.
Баш һөйәгенең ҡолаҡтан маңлай һөйәгенә тиклем булған ике яҡ эргәһе. □ Висок. / Височный. Яңаҡ башы һөйәге. Яңаҡ башы һулҡылдап тора.
ЯҢАҠЛАТЫУ (яңаҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. яңаҡлау, понуд. от яңаҡлау.
ЯҢАҠЛАУ (яңаҡла-) (Р.: давать, залепить пощёчину; И.: give a box on the ear; T.: tokat atmak) ҡ.
Уңлы-Һуллы яңаҡҡа һуғыу; сикәләү. □ Давать, залепить пощёчину. // Пощёчина.
■ Хәмәтдин ағайҙың Маратты йүгереп барып яңаҡлағыһы килде. Ф. Әсәнов.
ЯҢАҠЛАШЫУ (яңаҡлаш-) ҡ. урт. ҡар. яңаҡлау, взаимн. от яңаҡлау. Егеттәр яңаҡлашып алдылар. Яңаҡлаша башлау.
ЯҢАҠ СИРЕ (Р.: туберкулёз шейных желёз; И.: jugular gland ТВ; T.: tüberküloz) и. диал. ҡар. ҡылауыр.
Тамаҡ, ҡолаҡ аҫты, муйын биҙҙәренең шешеүенә килтергән ауырыу. □ Туберкулёз шейных желёз. Яңаҡ сирен дауалау.
ЯҢАҠ ҺӨЙӘГЕ (Р.: челюсть; И.: jaw; T.: çene) и. анат.
Тештәр урынлашҡан бит һөйәге. □ Челюсть. Аҫҡы яңаҡ һөйәге. Яңаҡ һөйәген һындырыу. Яңаҡ һөйәген ауырттырыу.
ЯҢҒЫҘ I (Р.: одиночный; И.: solitary; Т.: yalnız) с.
1. Башҡаларҙан айырым, үҙе генә, бер үҙе. □ Одиночный; одинокий. ■ Бағауылдары ҡайҙалыр боҫҡан, ана, ҡаршы яҡ ҡалҡыулыҡтарҙа ғына, күләгәләй, ара-тирә яңғыҙ һыбайлылар күренеп ҡала. Р. Байымов. Яңғыҙ номерҙарҙан Емешкә иң оҡшағаны Әхәттең, Шәүрәнең бейеүе, Байрастың йырлауы, Иштуғандың шиғыр һөйләүе булды. 3. Биишева. • Ҡалын, йыуан булһа ла, яңғыҙ ағас өй булмаҫ. Әйтем. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй. Әйтем.
2. Дуҫ-ишһеҙ, туған-тыумасаһыҙ, бер бөртөк. □ Одинокий, сиротливый, бессемейный.
■ Яңғыҙ ғына башым, юҡ юлдашым, сит илдәрҙә йөрөйөм ирекһеҙ. Халыҡ йырынан. Әсә өсөн яңғыҙ баланан да ҡәҙерлерәк ни
491