яңғыҙ
генә бар һуң? Ә. Бикчәнтәев. • Яңғыҙ бала яуҙа ҡаты. Мәҡәл. Юлда яңғыҙ булһаң, юл оҙон; өйҙә яңғыҙ булһаң, көн оҙон. Мәҡәл.
ЯҢҒЫҘ II (Р.: одиноко; И.: like ап orphan; T.: yalnız) р.
Бер кемһеҙ. □ Одиноко, один; сиротливо. Яңғыҙ йәшәу. Яңғыҙ эшләу. ■ Кәбир яңғыҙы тороп ҡалды. Яр. Вәлиев. Йәмилә булмәлә яңғыҙ ултырғанда аш булмәһендәге ашамлыҡ нәмәләрен куҙҙән кисерҙе. М. Ғафури.
♦ Яңғыҙ баш<ы> 'бер кемһеҙ, бер үҙе генә’ тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Один-одинё-шенький. М Ҡыҙыл ғына буйы тирәк-тирәк, ҡырҡайым да тиһәм, бик ыу аҡ. Киткән генә кеше яңғыҙ башы, балаларым ҡалды бик ыуаҡ. Халыҡ йырынан.
ЯҢҒЫҘ АҒАС (Р.: одинокое дерево; И.: lone, solitary tree; T.: yalnız ağaç) и. миф.
Мифлаштырылған, ышаныуҙар буйынса, эйәһе булған, бер үҙе айырым үҫкән ағас. □ Одинокое дерево (по поверьям, имеющее духа). ■ Яңғыҙ ағаста ағас эйәһе йәшәй, тиҙәр. Яңғыҙ ағасҡа һөйәлергә, янында һөйләшергә ярамай. Яңғыҙ ағас шығырлаһа, һөйләшеп ултыра, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ЯҢҒЫҘАҠ I (Р.: одинокий; И.: single; T.: yalnız) с.
Ғаиләһеҙ, яңғыҙ. □ Одинокий. ■ Сәмәрә-нең яңғыҙаҡ тормошона уның балалары ҡот-ҡыуаныс өҫтәгәндәй. Т. Ғарипова. Яңғыҙаҡ әсәнең әрнеуле һуҙҙэре ғумерлеккә уйылып ҡалды Зөһрәнең аңына. И. Ғиззәтуллин. Яңғыҙаҡ ирҙәр һәм ҡатындар кубәйә, дөрөҫ ҡоролмаған ғаиләләр купләп барлыҡҡа килә. Н. Ғәйетбаев.
ЯҢҒЫҘАҠ II (яңғыҙағы) (Р.: единоличник; И.: individual peasant-farmer; T.: yalnız çalışan köylü) u.
1. тар. Күмәк хужалыҡҡа ҡушылмай, үҙ алдына хужалыҡ иткән крәҫтиән. □ Единоличник. ■ Яңғыҙаҡтар колхозға ағылалар, кулак ҡалдыҡтарын аяуһыҙ фашлайҙар. Б. Бикбай.
2. Ғаиләһеҙ, яңғыҙ кеше. □ Одинокий, бессемейный человек; одиночка. Яңғыҙаҡ булып йөрөу. Яңғыҙаҡтар ятағы.
ЯҢҒЫҘАР (Р.: отдельно; И.: by oneself; T.: yalnızca) р. диал.
Бүтәндәр менән бергә ҡушылмай, үҙенә бер башҡа, айырым. □ Отдельно, по отдельности. Яңғыҙар йөрөу. Яңғыҙар йыйыу. Яңғыҙар ғына йәшәп ятыла.
ЯҢҒЫҘ АЯҠ (яңғыҙаяғы) (Р.: земляника; И.: strawberry; T.: çilek) и. диал. ҡар. ҡайын еләге.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ингән, өсәр япраҡлы, тәпәшәк һабаҡлы, аҡ сәскәле, алһыу төҫтәге хуш еҫле еләге булған күп йыллыҡ үҫемлек. □ Земляника (лат. Fragaria). Яңғыҙаяҡ йыйыу. Беҙҙең яҡтарҙа яңғыҙаяҡ бик куп. Яңғыҙаяҡтар уҫкән ергә барып сығыу.
ЯҢҒЫҘ-ҒАРА р. ҡар. япа-яңғыҙ II. ■ Билдәле, ҡарсығы уны [Гөбәйҙе] яңғыҙ-ғара ебәрә алмай ине. Ә. Хәкимов.
ЯҢҒЫҘ ҠАЙЫН и. миф. ҡар. яңғыҙ ағас. ■ Яңғыҙ ҡайын ҡайғы килтерә. «Башҡорт мифологияһы» нан.
ЯҢҒЫҘ ҠОҘА (Р.: шафер; И.: best man; T.: sağdıç) и. диал. ҡар. кейәү егете.
Кейәүҙең туй ваҡытында янында йөрөгән дуҫ егете. □ Шафер. Яңғыҙ ҡоҙа булып килеу. Яңғыҙ ҡоҙаны һыйлау.
ЯҢҒЫҘЛАНЫУ (яңғыҙлан-) (Р.: остаться одиноким; И.: remain alone; T.: yalnız kalmak) ҡ.
Бер кемһеҙ, яңғыҙ ҡалыу. □ Остаться одиноким, стать одиноким, һуғыштан һуң куптәр яңғыҙланып ҡалды.
ЯҢҒЫҘЛАП (Р.: по одному; И.: one by one; T.: birer birer) p.
Яңғыҙ итеп, берәмләп. □ По одному, поодиночке. Яңғыҙлап егелгән кырандастар. ■ Талип ауылынан, Ҡайынлы кул, Яңғыҙ тау ауылдарынан йыйылып ҡалаға килгән ун ике егет яңғыҙлап ҡалала ике көн йөрөнөләр, кун заводының ҡарт эшселәре менән һөйләштеләр. А. Таһиров.
ЯҢҒЫҘЛАТЫУ (яңғыҙлат-) (Р .: отчуждать; И.: alienate; T.: yabancılaştırmak) ҡ.
Яңғыҙ тип ситләтеү. □ Отчуждать, отстранить, относиться с пренебрежением к одинокому человеку. // Отстранение. М
492