ЯҢҒЫҘ-ЯРЫМ
[Һәубән — ҡыҙға:] Яу асһа ла атайың, тайшанмаҫҡа уйым бар. Яңғыҙлатмаҫ уҙемде Урал тигән илем бар. «Аҡбуҙат».
ЯҢҒЫҘЛЫҠ (яңғыҙлығы) (Р.: одиночество; И.: solitude; T.: yalnızlık) и.
Яҡын кешеһеҙ, яңғыҙ булған хәл. □ Одиночество, сиротливость. / Одинокий, проживший в одиночестве. ■ Бәғзеләр ҡалған көндәрҙе һананы, туғандарын иҫләне, ә Ирина уйлап та бирмәне, сөнки ул яңғыҙлыҡҡа кунеккәйне. Р. Байбулатов. Өйҙә ултырып, яңғыҙлыҡтан ялҡҡан Әминә бөгөн кулгә төшөп һыу керергә, ҡояшта ҡыҙынырға йыйына ине. Р. Вәлиев. Ауыл уртаһына еткәнсе өндәшмәй барған ҡыҙҙарҙан айырылғас, Алһыу-Зәкиә тәу ге тапҡыр яңғыҙлыҡ тойғоһон кисерҙе. Я. Хамматов.® Яңғыҙлыҡ йән ҡартайта. Әйтем.
ЯҢҒЫҘЛЫҠ ИСЕМ (Р.: собственное имя; И.: proper name; T.: özel ad) и. лингв.
Кеше исемдәре, фамилиялар, кешеләргә бирелгән ҡушаматтар, хайуандарға бирелгән исемдәр, географик һәм административ-территориаль бүлемдәрҙең, ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың һ. б. атамалары. □ Собственное имя. Яңғыҙлыҡ исемдәрен өй-рәнеу. М Мәҫәлдәрҙә яңғыҙлыҡ исем сифатында уртаҡлыҡ исемдәр ҙә ҡулланылырға мөмкин. В. Псәнчин.
ЯҢҒЫҘҺЫНЫУ (яңғыҙһын ) ҡ. ҡар. яңғыҙһырау. Яңғыҙһынып йөрөу. Яңғыҙһынып йәшәу.
ЯҢҒЫҘҺЫРАТЫУ (яңғыҙһырат-) ҡ. эйһ. ф. ҡар. яңғыҙһырау, безл. ф. от яңғыҙһырау. Балалар ситкә китеп бөткәс, яңғыҙһырата.
ЯҢҒЫҘҺЫРАУ (яңғыҙһыра ) (Р.: чувствовать себя одиноким; И.: feel alone; T.: yalnız hissetmek) ҡ.
Үҙеңде яңғыҙ итеп тойоу. □ Чувствовать себя одиноким. Яңғыҙһырап китеу. Яңғыҙһырап йөрөу. ■ Солан менән бер ҡатар тоташып киткән ҡуралағы яңғыҙ һыйыр ҙа әллә яңғыҙһырапмы, әллә көслө елле бурандан хафаланыпмы, әллә башҡа берәй сәбәп менәнме, өҙәләнеп-өҙәләнеп бер-ике тапҡыр баҡырып ҡуйҙы. Ғ. Дәүләтшин.
ЯҢҒЫҘҺЫТЫУ (яңғыҙһыт ) (Р.: от странять; И.: alienate; T.: yabancılaştırmak) ҡ.
Яңғыҙ итеп ҡыйырһытыу, ситләтеү, айырып ҡарау. □ Отстранять, отчуждать. Яңғыҙһытмай, бер тиң итеп ҡарау.
ЯҢҒЫҘ ЮЛ (Р.: тропинка; И.: path; Т.: patika) и. диал. ҡар. һуҡмаҡ 1.
Йәйәү кеше йәки мал йөрөй торған тар юл. □ Тропинка. Яңғыҙ юл һалыу. Яңғыҙ юлдан йөрөу. Оло юлдан яңғыҙ юлға төшөп атланыҡ.
ЯҢҒЫҘ-ЯЛПЫ (Р.: одинокие; И.: lonely, single ones; T.: yalnızlar) и. йыйн.
Ярҙамсыһыҙ, терәкһеҙ яңғыҙлыҡта ҡыйырһытылған кешеләр. □ Одинокие; одиночки. Яңғыҙ-ялпылар йыйылған.
ЯҢҒЫҘ-ЯРАН р. ҡар. яңғыҙ-яры II. ■ Крәҫтиән әуәлгесә яңғыҙ-яран йәшәй, иген игә алмай. Р. Камал.
ЯҢҒЫҘ-ЯРПЫ р. ҡар. яңғыҙ-яры II. К [Сәлимә - Алтынбайға:] Башлы-куҙле булғанһыңдыр инде, ҡәйнеш, был йәшеңә саҡлы яңғыҙ-ярпы йөрөмәйһеңдер. 3. Ураҡсин.
ЯҢҒЫҘ-ЯРТЫ р. ҡар. яңғыҙ-яры II. ■ [Еңгәләре - Әхмәтйәнгә:] Етер инде һәуе-рекләнеп йөрөуең, ошо йыйында, сосайып, кәләш һайлап ҡал, яңғыҙ-ярты ҡартаяһың бит, юғиһә. И. Ноғманов.
ЯҢҒЫҘ-ЯРЫ I (Р.: одинокий; И.: single person; T.: yalnız) с.
Бөтөнләйгә бер үҙе; япа-яңғыҙ. □ Одинокий. Яңғыҙ-яры ир. Н Ул саҡта Оло Уралтау кейек-ҡырағай йыртҡыстарға иҫәпһеҙ бай, яңғыҙ-яры йөрөуселәргә ҡурҡыныс була. «Ҡуңыр буға».
ЯҢҒЫҘ-ЯРЫ II (Р.: одиноко; И.: lonely; T.: yalnız) р.
Бер кемһеҙ, яңғыҙ. □ Одиноко, в одиночестве; в одиночку. Яңғыҙ-яры йәшәу. ■ Аҡтар хәҙер ул юлдан яңғыҙ-яры тугел, бәләкәй отрядтар менән утергә лә баҙнат итмәй башлағандар. 3. Биишева.
ЯҢҒЫҘ-ЯРЫМ I с. ҡар. яңғыҙ-яры I.
■ [Нәсри — Сәлимә тураһында:] Шулай ҙа яҙмышҡа буйһоноуы шул булдымы, купме генә көтһәң дә, улгәндәр кире ҡайтмай, тип уйланымы, бәлки, яңғыҙ-ярым тормоштоң
493