ЯҢҒЫҘ-ЯРЫМ
әсеһе лә үҙәгенә үткәндер инде, аҙаҡ килеп, тәҡдимемде ҡабул итте, рәхмәт төшкәре! Ғ. Лоҡманов.
ЯҢҒЫҘ-ЯРЫМ II р. ҡар. яңғыҙ-яры II. ■ Яңғыҙ-ярым, интегеп йәшәү, байҙарға бил бөгөү заманы үтте. Р. Камал. [Нәҡиә:] Әллә ниңә, төнгө ябалаҡтай һерәйеп, яңғыҙ-ярым йәшәүҙән ҡурҡам. Й. Солтанов. Башҡа өйҙәрҙән ситтә, яңғыҙ-ярым ултырғанлыҡтан, Ихсанбайҙар өйөндә сыҡҡан янғын башҡа йорттарға күсмәгән. Т. Ғарипова.
ЯҢҒЫРАҠ (яңғырағы) (Р.: эхо; И.: echo; T.: yankı) и. диал. ҡар. шаңдау I, 1.
Яңғырап кире ҡайтҡан тауыш. □ Эхо. Яңғыраҡ булып кире ҡайтты әйткән һүҙҙәрем.
ЯҢҒЫРАТЫУ (яңғырат-) (Р.: огласить; И.: announce; T.: güçlü ses vermek) ҡ.
1.	Көслө, асыҡ итеп сығарыу (тауышҡа ҡарата). □ Огласить. Яңғыратып көлөп ебәреү. Урман яңғыратып кәкүк ҡысҡыра. ■ Йырла, егет, киреп киң күкрәгең, яңғыратып Уралдың буйҙарын. Халыҡ йырынан. Тирә-яҡты яңғыратып, әтәстәр ҡысҡырыша. А. Абдуллин. Башҡорт ҡурайы был көйҙө еңелеүсенең еңеүсе халыҡҡа үҙенсәлекле сәләме, уның улдарын таныуы һәм һоҡланыуы итеп яңғыратты. Ф. Аҡбулатова.
2.	диал. Көслө тауыш шауҡымы менән иҫәңгерәтеү; шаңҡытыу. □ Оглушить (рыбу). Шартлатҡыс менән балыҡты яңғыратыу.
ЯҢҒЫРАУ (яңғыра-) (Р.: звучать; И.: ring out; T.: yankılamak) к.
1.	Көслө, асыҡ булып сағылыу (тауышҡа ҡарата); сыңғырау. □ Звучать, слышаться, литься, звенеть, раздаться. // Звучание, звон. М Яр буйы йәштәрҙең шат тауыштарынан, музыканан яңғырап тора. С. Ғатауллина. Ҡайҙалыр ҡурай моңо яңғырап китә. Р. Камал. Көтмәгәндә бөтә урамға әсе тауыш яңғыраны. Й. Мостафин.
2.	Төрлө тауыштар сығып шаулап тороу. □ Греметь, прогреметь, раздаваться, раскатываться. // Гром. ■ һауаға ҡаратылған бик күп кәбәктәрҙән бер юлы, тирә-яҡты тетрәтеп, матәм салюты яңғыраны. Р. Ба
йымов. Ҡапыл яҡында ғына ҡолаҡ тондорғос шартлау яңғыраны. Ә. Бикчәнтәев.
3.	күсм. Тауышта сағылыу, ишетелеү (кемгәлер йәки нимәгәлер булған мөнәсәбәтте белдергән ауазға ҡарата). □ Звучать, прозвучать, слышаться, послышаться. ■ Уның [Емештең] тауышында ҡыйыу үҙһүҙлелек яңғырап китте. 3. Биишева. Фәниәнең һүҙҙәрендә ҡаты шелтә яңғыраны. Ә. Вәли. Ғаяздың тауышында ирония яңғыраны. Г. Ғиззәтуллина.
4.	күсм. Күп ерҙәргә таралыу, билдәле булыу. □ Греметь, разноситься. Шағирҙың исеме бар донъяға яңғыраны. Даны илгә яңғыраны.
ЯҢҒЫРАУ ТАРТЫНҠЫ (Р.: звонкий согласный; И.: voiced consonant; T.: yumuşak ünsüz) и. лингв.
Бер аҙ тауыш ҡатнашлығы булған, шау ярҙамында яһалған тартынҡы өн. □ Звонкий согласный. М Яһалыу үҙенсәлектәренә ҡарап, шаулы тартынҡылар, үҙ сиратында, яңғырау һәм һаңғырау фонемаларға бүленәләр. К. Ишбаев.
ЯҢҒЫРАУЫҠ с. ҡар. яңғырауыҡлы. Яңғырауыҡ тауыш. Яңғырауыҡ һүҙҙәр. ■ Гөлбәҙәр яңғырауыҡ, көр тауыш менән ашығып һөйләп китте. Д. Исламов. Гәрсә егеттең яңғырауыҡ һүҙҙәр менән шаҡ ҡатырырға һәүәҫлеген белһә лә, рәхәт булып китте, хатта башы ла әйләнә биреп ҡуйҙы [ҡыҙҙың]. Й. Солтанов.
ЯҢҒЫРАУЫҠЛЫ (Р .: звонкий; И.: sonorous; T.: yankılı) с.
1.	Көслө, асыҡ яңғыраған. □ Звонкий, звучный, громкий, заливистый, раскатистый. ■ Был яңғырауыҡлы тауыш Ваняны һиҫкәндереп ебәрҙе. Ғ. Аллаяров. Ҡыҙырас та үҙенең яңғырауыҡлы сағыу тауышын дөйөм йырға ҡушты. 3. Биишева. Рахмандың асыҡ, яңғырауыҡлы тауышы залдағы башҡа өндәрҙе ҡапланы. Ә. Вәли.
2.	күсм. Йөкмәткегә түгел, тышҡы тәьҫиргә ҡоролған. □ Показной, громкий, ложный. ■ Йосоптоң шундай яңғырауыҡлы, ҡолаҡҡа ятышһыҙ һүҙҙәр һөйләүенә Сәрби әбей иҫе китеп ҡарап ултыра ине. Н. Му
494