Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 495


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

яңы
син. [Аҡсәсәк] әгәр был уй-теләктәрен ҡысҡырып әйтһә, бәлки, артыҡ яңғырауыҡлы ишетелер ине. Ш. Янбаев.
ЯҢҒЫРАШ (Р.: звучание; И.: sound(s); T.: ses) и.
1. Яңғырау, ишетелеү рәүеше. □ Звучание. Я Сит телдең яңғырашы мәрәкә ине, шуға ла халыҡ уны иғтибар менән тыңланы. Ә. Әминев. Егетте был ят, ғәҙәти булмаған аһәңле исемдең яңғырашы хайран итте.
, Л. Яҡшыбаева. Сольфеджионан төрлө лад-тарҙағы миҫалдарҙы пианинола уйнап күңелгә һеңдерәһең, интервалдарҙың, ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө аккордтарҙың гармоник һәм мелодик яңғырашын айырырға өйрәнәһең. М. Ямалетдинов.
2. күсм. Мәғәнә, йөкмәтке үҙенсәлеге. □ Звучание, особенность, һәр шиғырҙың үҙ яңғырашы була.
3. күсм. Нимәнеңдер шаңдауы, эҙемтәһе. □ Отголосок, отзвук. ■ Граждандар һуғышының ҡеүәтле яңғырашы кескәй Илсеғол урамдарына ла килеп инде. 3. Биишева.
ЯҢҒЫРАШЛЫ (Р.: звучный; И.: sonorous; T.: yüksek ses çıkaran) с.
1. Яңғырауыҡлы, сағыу булған. □ Звучный. Яңғырашлы исем. Яңғырашлы шиғыр. Матур яңғырашлы.
2. Оҡшаш тәбиғәтле, үҙ-ара ярашлы. □ Созвучный. ■ Боронғо телебеҙгә яңғырашлы һүҙҙәр һеҙҙең ер-һыу атамаларында һаҡланған. Г. Ғиззәтуллина. Сенека, Сена, Синай тигән боронғо ғәрәп, грек һәм француз яҡтарының атамалары менән бер туған, яңғырашлы был исем — Сәнкем! Й. Солтанов.
ЯҢҒЫРЫҠ (яңғырығы) и. ҡар. яңғыраҡ. Көслө яңғырыҡ. Яңғырыҡ ишетеү.
ЯҢҒЫШ р. диал. ҡар. яңылыш II, 2.
Яңғыш эшләү. Яңғыш яуап биреү.
ЯҢҠЫҘҺЫРАТЫУ (яңҡыҙһырат-) ҡ. диал. ҡар. яңғыҙлатыу. Яңҡыҙһыратып йөрөтөү.
ЯҢҠЫРЫҠ (яңҡырығы) (Р.: грядки у телеги; И.: detail of a cart; T.: at arabasının üst sırığı) и. диал. ҡар. үрәсә.
Арба йәки сананың ике яҡлап буй һалынған өҫкө ағасы. □ Грядки у телеги; разводы, отводы, раскаты у саней. Сананың яңҡырыҡ башы.
ЯҢШЫУ (яңшы-) (Р.: говорить, твердить одно и то же; И.: reiterate; T.: tekrarlayıp durmak) ҡ. диал. ҡар. тылҡыу 3.
Ҡабатлап-ҡабатлап әйтеү. □ Говорить, твердить одно и то же. Яңшыйһың, яңшый-һың, һис бер нәмә аңламайҙар.
ЯҢЫ I (Р .: новый; И.: new; T.: yeni) с.
1. Әле эшләнеп, бер ҙә тотонолмаған йәки әҙ тотонолған. □ Новый. Яңы салбар. Яңы итек. М Бер көн элек кенә балаларға яңы кейем: бүрек, ҡара пальто, һары ботинка биргәйнеләр. Ә. Бикчәнтәев. Аллы-гөллө яңы күлдәген кейгән әсәһе Сатураның бүләген ҡунаҡтар алдында таҡманы, уңайһыҙланды. Р. Вәлиев. Туйға барыр өсөн ул [Зарифа] яңы күлдәк тектергән, аҡ быйма баҫтырған. Т. Ғарипова. • Яңыны яңы иткән — иҫке. Мәҡәл.
2. Әле эшләнгән, әле булдырылған; һуңғы. □ Новый, последний. Яңы дарыу. Яңы йыр. Яңы тоҡом мал. Яңы фильм. Яңы юл. ■ Стукалов бер көндө Алексей янына килде лә яңы газета күрһәтте. Ә. Байрамов. Ҡыуғынсылар араһында әлегә тиклем ишетелмәгән яңы йырҙар тыуҙы. Ә. Вәли. Бер ай тигәндә, ауыл башында, түбәләрен ялтыратып, яңы мәктәп биналары ҡалҡып сыҡты. Р. Ғабдрахманов.
3. Әле барлыҡҡа килгән; һуңғы. □ Новый. Яңы адрес буйынса. Яңы ваҡиғалар тәьҫораты. Яңы дуҫтар табыу. Яңы тойғо кисереү. Яңы фекер менән уртаҡлашыу. К Тамырҙары нығынып, ботаҡтары тәлгәшләнеп киткән ағастарҙы күргәс, Рәшиҙә шатланып, яңы пландар ҡороп ҡайтты баҫыуҙан. Ғ. Аллаяров. Өмөтбай совет эшендә әле яңы кеше. Ғ. Дәүләтшин. • Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ. Әйтем.
4. Әле генә мәғлүм булған. □ Новый, новейший. Яңы ысул буйынса башҡарыу. Яңы асыштар нигеҙендә эшләү. В Беҙҙә Өфөнөң үҙенән академ бөтөргән ғалим эшләй, яңы сорт иген уйлап табасаҡ, — тигән [Харис]. Д. Бүләков.
495