яңы
5.	Быйылғы, ошо йылда өлгөргән. □ Новый, нынешний, свежий (урожай). Яңы һолонан буҙа эшләу. Яңы картуфты йыйып алыу. Яңы бесән.
6.	Яҡын осорҙағы; һуңғы. □ Новый. Яңы заман. Яңы быуын. Яңы тарих. Яңы әҙәбиәт.
7.	Яҡын осорға, һуңғы ваҡытҡа хас. □ Новый, современный. Яңы тормош. Заманға ярашлы яңы исем ҡушыу.
8.	Элеккеһенән һуң ҡабатланып килгән, ҡабат булған. □ Новый. ■ Тәуҙә һуҙ район мәктәптәренең яңы уҡыу йылына әҙерлеге хаҡында барҙы. Р. Байбулатов. Шәрипов менән Иҫәнбирҙин ҡайтып киткәндә, яңы көн тыуып килә ине инде. Ә. Вәли.
9.	Элеккеһен алмаштырған. □ Новый, нынешний. Яңы башлыҡ. Яңы етәксе. Яңы тәрбиәсе. ■ Яңы баш зоотехник быға ни тиер икән тигәндәй, егеттәр ҙә өнһөҙ ҡалды. А. Абдуллин. Яңы уҡытыусының юлға сығыуы тураһында директорға район мәғариф булегенән хәбәр итеп ҡуйғайнылар. Яр. Вәлиев. Яңы турә менән ҡыҙы араһында көндән-көн ҡыҙа барған көрәште нисек баҫырға белмәй хафаға батҡан Хәнифә ханымдың башына келт итеп бер уй килде. Г. Ғиззәтуллина.
10.	Әле генә һауылған, һуйылған. □ Парной. Яңы һауылған һөт. Яңы һуйылған ит.
♦ Яңы һепертке яңыса һеперә яңы килгән түрәнең үҙ эшенә ҡаты тотоноуына, үҙ тәртибен урынлаштырыуына ҡарата әйтелә. □ соотв. Новая метла по-своему метёт. Яңы тулған ай кеүек ҡыҙҙарҙың матурлығын һүрәтләгәндә әйтелә. □ Прекрасная, как светозарная луна (о девушке). Яңы тулған ай кеуек йылмайып баҫып тора.
ЯҢЫ II (Р только что; И.: just now; T.: yeni) р.
Әле генә, күптән түгел. □ Только что, вновь. В Кулуртлар яңы ултыртҡан ағастарға ямғыр яуҙырып сыҡҡан. Әкиәттән. Был ағастың бөрөләре яңы ғына буртенә башлағайны әле. Ә. Байрамов. Яңы ғына йыйған сәскә букетын Иркә һыу һалынған быяла банкыға ултыртырға тырыша. Ә. Вәли.
ЯҢЫ АЙ (Р.: новолуние; И.: new moon; T.: istihlal) и.
1.	Иҫке ай түңәрәкләнеп тулғандан һуң икенсе ай башында ураҡ һымаҡ булып ҡалҡҡан ҡыйғас ай. □ Новолуние, молодой месяц. ■ Яңы ай көн яҡтырғанда ғына тыуғанлыҡтан, ергә куктәге йондоҙҙарҙан ғына бер аҙ яҡтылыҡ төшә ине. М. Ғиләжев.
2.	миф. Мифлаштырылған күк есеме. □ Новая, молодая луна. ■ Яңы ай кургәндә: «Яңы айҙа яңырҙым, иҫке айҙа иҫкерҙем, яңы ай, ярлыҡа, иҫке ай, ярлыҡа», - тип уҡынаһың. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ЯҢЫБАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени катай. Яңыбайҙар аймағы шәжәрә байрамына йыйылған.
ЯҢЫБАШТАН р. диал. ҡар. яңынан. Яңыбаштан эшләу. Яңыбаштан әйләнеп килеу. Яңыбаштан уҡып сығыу.
ЯҢЫ ИҠТИСАДИ СӘЙӘСӘТ (Р.: но вая экономическая политика; И.: new economic policy; T.: Yeni Ekonomi Politikası) и. map.
СССР-ҙа 1920 йылдарҙа үткәрелгән иҡтисади сәйәсәт; нэп. □ Новая экономическая политика (нэп). Яңы иҡтисади сәйәсәт тәртиптәренә ярашлы эшләу.
ЯҢЫ йыл (Р.: Новый год; И.: New year’s day; T.: Yeni Yıl) и. (баш хәреф менән)
Иҫке йылдан һуң яңы тыуған йылдың беренсе көнө. □ Новый год. Яңы йыл менән ҡотлау. Яңы йылды ҡаршы алыу. Яңы йылға ҡотлау отрыткаһы ебәреу. Яңы йыл кисәһен уткәреу.
ЯҢЫЛАР I (Р.: название части иргизо-камеликских башкир; И.: Bashkir tribal name; T.: Usergan kabilesi Başkurtlarının yerel adı) и. этн.
Ырғыҙ буйы башҡорттарының атамаһы. □ Название части иргизо-камеликских башкир. ■ Диңгеҙбай, Хәсән, Ташбулат — яңылар. Хикәйәттән.
496