ЯҢЫЛЫШТЫРЫУ
ЯҢЫЛАР II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, көҙәй ҡәбиләләренә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племён бурзян, кудей. Яңылар ауылы. Яңылар урамы.
ЯҢЫЛЫҠ (яңылығы) (Р.: новость; И.: news; T.: haber) и.
1. Элек билдәле булмаған яңы нәмә. □ Новость, новшество, новизна, нововведение. ■ Был мәҙрәсә улар [шәкерттәр] өсөн яңылыҡҡа, алмашыныуға табан беренсе баҫҡыслыҡ хеҙмәтен итте. М. Ғафури. Ит, һөт етештереу темптарын арттырыу өсөн, кардиналь эштәр эшләргә, ниндәйҙер әһәмиәтле яңылыҡтар индерергә кәрәк. Н. Ҡотдосов. Һәр төрлө яңылыҡ, уҙгәреш — өҫтәмә эш, эҙләнеу, ижад тигән һуҙ. Ф. Чанышева.
2. Күптән түгел алынған яңы хәбәр. □ Новость, новое сообщение, известие. Ауыл яңылыҡтары. Яңылыҡ тыңлау. Яңылыҡ еткереу. ■ Өйҙә Иштуғанды тағы ла уйланырға мәжбур иткән яңылыҡ көтә ине.
3. Биишева. Көтөлмәгән яңылыҡтан иҫәнгерәп ҡалған Зәлифә. С. Ғатауллина. Фронт яңылыҡтары шәптән тугел ине, хәйер, уның шулай икәнлеге былай ҙа һиҙелә ине инде. Д. Исламов.
ЯҢЫЛЫҠСЫ (Р.: новатор; И.: innovator; T.: yenilikçi) и.
Яңылыҡ индереүсе. □ Новатор. / Новаторский. Яңылыҡсылар ысулы. Производство яңылыҡсылары.
ЯҢЫЛЫҠСЫЛЫҠ (яңылыҡсылығы) (Р.: новаторство; И.: innovation; T.: yenilikçilik) и.
Яңылыҡсы эшмәкәрлеге. □ Новаторство. / Новаторский. Яңылыҡсылыҡ башланғысы. Техника әлкәһендә яңылыҡсылыҡ.
ЯҢЫЛЫУ (яңыл-) ҡ. диал. ҡар. яңылышыу. Бер хәрефкә яңылыу. Яңылып китеу. Яңыла төшөу.
ЯҢЫЛЫШ I (Р.: ошибочный; И.: mistaken; T.: yalnış) с.
1. Дөрөҫкә, ысынға тура килмәгән, дөрөҫ түгел. □ Ошибочный, неправильный. Яңы
лыш гипотеза. Яңылыш ҡараш. Яңылыш фекер йөрөтөу. Яңылыш һығымта яһау. ■ Гөлшат уҙенең яңылыш һорауын төҙәтмәксе булды. Н. Ҡотдосов.
2. Йүнәлеше дөрөҫ булмаған; хаталы. □ Неверный, неправильный. Яңылыш юлдан китеу. Яңылыш яҡҡа китеу.
3. Тейешле тәртиптән, ҡағиҙәнән ситләшкән; хаталы. □ Неправильный; грешный. Яңылыш юлға баҫыу. ■ [Кашапов - Алпа-ровҡа:] Мин һине вазифам ҡушҡан өсөн генә тугел, өлкән иптәш булып иҫкәртәм, яңылыш аҙым яһауҙан һаҡларға, дөрөҫөрәге, ҡулыңдан тотоп ҡалырға уйлайым. Яр. Вәлиев. Командир атай кеуек шул, әрләһә лә, яҡшылыҡ теләп әрләй, яза биргәндә — яңылыш юлдан ҡотҡарыу ниәтенән сығып эш итә. А. Мағазов.
ЯҢЫЛЫШ II (Р.: нечаянно; И.: inadvertantly; T.: kazaen) р.
1. Аңғармаҫтан, абайһыҙҙан. □ Нечаянно, случайно, невзначай. ■ Уйнағанда Куҙый-курпәстең ҡулы яңылыш бер әбейҙең берҙән-бер балаһына тейеп китте, ти. «Ҡуҙый-күрпәс менән Маянһылыу». Зәйнәп тә һикерә һәм ни эшләптер һәр саҡ яңылыш Өлфәттең ҡосағына барып инә. Ғ. Лоҡманов. [Суфия:] Дауыт яңылыш ҡына ҡулдарыма ҡағылып ҡуйһа ла, ҡойолоп төштөм. 3. Биишева.
2. Хаталы итеп. □ Ошибочно, неправильно, неверно. Яңылыш фекерләу. Яңылыш аңлау. Яңылыш яҙыу.
ЯҢЫЛЫШЛЫҠ (яңылышлығы) (Р.: ошибка; И.: error; T.: hata) и.
Яңылыш булған эш-ҡылыҡ; хаталыҡ. □ Ошибка; оплошность. Яңылышлыҡ ебәреу. ■ Яңылышлыҡ менән булды, башым әйләнеп киткән, — тип хәйлә ҡороп маташа [мәскәй]. Әкиәттән. Сысҡан йылы аслыҡ булмай тиһәләр ҙә, боронғоларҙың һуҙендә лә яңылышлыҡ бар, курәһең. Ғ. Ибраһимов. Берәй һалдат берәй яңылышлыҡ эшләп ҡуйһа, ғәскәр бит, төрлө кеше бар, уның ауырлығы бөтә полкка төшә. Н. Ҡәрипов.
ЯҢЫЛЫШТЫРЫУ (яңылыштыр ) ҡ. йөкм. ҡар. яңылышыу, понуд. от яңылышыу. ■ Кайһы бер уҡытыусылар, һынау
497