ЯҢЫЛЫШЫУ
уҙғарғанда, юрамал яңылыштырырға тырышалар, тип һөйләйҙәр. Ә. Вәли.
ЯҢЫЛЫШЫУ (яңылыш ) (Р.: ошибаться; И.: be mistaken; T.: yanılmak) ҡ.
1. Яңылышлыҡ ебәреү; хаталаныу. □ Ошибаться, путаться. // Ошибка, путаница. ■ Нурҙа ҡапыл ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар тыуҙы: ғүмерен армия менән бәйләп, ул яңылышманымы? И. Абдуллин. Рәшиҙә .. яҡындағы күренер-күренмәҫ һалам эҫкертенә табан ыңғайланы, һәм ул яңылышманы, майға ҡатып бөткән телогрейкаһын ябынған килеш, Юламанов һалам өҫтөндә йоҡлап ята ине. Ғ. Аллаяров. Илдар уйынан яңылышманы: куп тә үтмәй, Отраданыҡылар, ҡунаҡтар төҫлө, санала елдереп утеп китте. Р. Байбулатов.
2. Тейешле тарафтан, йүнәлештән тайпылыу. □ Сбиться с пути, заблудиться. Яңылышып урманға барып сығыу. Яңылышып китеу. Яңылышып йөрөу.
3. Тейешле тәртиптән, ҡағиҙәнән тайпылыу; хаталаныу. □ Спутаться, сбиться. ■ Берәй ярлы балаһылыр, яңылышып киткәнгә генә аҡтар менән йөрөй торғандыр тип, Айбикә апай кистән уның [һалдаттың] сылғауҙарын йыуып алды. Р. Ғабдрахманов. • Ир яңылышып ҡулға төшөр, ҡош яңылышып турға төшөр. Әйтем.
4. диал. кусм. Тейешле тәртипте юғалтыу; буталыу (уй-фекергә һ.б. ҡарата). □ Помрачнеть, становиться неясным, смутным (о сознании, разуме). Ваҡыты-ваҡыты менән яңылышыу. Әбей яңылыша башлаған.
ЯҢЫНАН (Р.: снова; И.: anew; Т.: yeniden) р.
Тағы бер тапҡыр; ҡабаттан. □ Снова, опять, вновь, заново, сначала. ■ Тып-тын урам буйында ләңкелдәп эт өрөп ҡуйҙы, һәм яңынан — яманһыу тынлыҡ. А. Абдуллин. Малайҙар ҡайнар сәй менән һыйланып алғас, урман эсе яңынан кисәге һымаҡ йән-ләнеп китте. Р. Байбулатов. Рәмзилгә йән керҙе, ул яңынан уҙен элекке Рәмзил итеп тойҙо. Д. Бүләков.
ЯҢЫНАН-ЯҢЫ (Р.: всё новые и новые; И.: new and again; T.: yepyeni) с.
Береһенән-береһе яңы, яңы өҫтөнә яңы.
□ Всё новые и новые. Яңынан-яңы эштәр.
■ Көн һайын яңынан-яңы енәйәттәр хаҡында хәбәр итеп кенә торалар. Р. Байбулатов. һуғышта бөтәһе лә һин тигәнсә генә булмай, яңынан-яңы бәлә килеп сығып ҡына тора. Ә. Бикчәнтәев. Кем тиһәгеҙ, башҡортомдоң аҫаба ғилем эйәһе, яңынан-яңы асыштар яһаусы уйлап табарман Йолҡо-ғужин бу ломын. Й. Солтанов.
ЯҢЫРАҠ (Р.: недавно; И.: recently; Т.: geçenlerde, yeni) р.
Күптән түгел, яҡын арала. □ Недавно. ■ Яңыраҡ Хәмиттең атаһы Ғәлиҙәргә ялсылыҡҡа инде. С. Агиш. Куп саҡрымдарға өҫтөнлөк иткән ошо һырттан беҙҙекеләр яңыраҡ ҡына сигенергә мәжбүр булған. Д. Исламов. Сажидә, күршенән һорап, Елена Максимовнаның яңыраҡ сығып киткәнен белешкәс, вокзалға төштө. Н. Мусин.
ЯҢЫРТЫЛЫУ ( яңыртыл-) ҡ. төш. ҡар. яңыртыу, страд, от яңыртыу. ■ Яңы бешкән күмәс тә, хатта яңыртылған сәй ҙә тәмлерәк була. К. Мәргән.
ЯҢЫРТЫУ (яңырт-) (Р.: обновлять; И.: renovate; T.: yeniletmek) ҡ.
1. Яңыға әйләндереү; яңы итеү. □ Обновлять, подновлять, освежить. // Обновление; освежение. Өйҙәге мебелде яңыртыу.
■ Көньяҡҡа ҡараған ике ҙур тәҙрә, стенаға беркетелгән киң ҡара таҡта, буяп, яңыртып ҡуйылған ыҡсым парталар. 3. Биишева. Мейес яңыртып сығарылған, иҙән менән һикенең етешмәгән таҡталары ҡабат өҫтәлгән, тәҙрәнең ватыҡ быялалары ҡуйылғайны. Б. Бикбай. Колхозда сәсеү эштәре бөткәс, һәммәһе уҙ йортона йәбеште: картуф ултырталар, ҡойма яңырталар, ҡатындар, төркөм-төркөм төйнәлешеп, бер-береһенең өйөн йыуырға йөрөй. Т. Ғарипова.
2. Нимәлер бөтөп барғанда йәки бөткәндә өҫтәп тултырып, яңынан әҙерләү; яңы итеү.
□ Подогреть, разогреть, подливать. ■ Сәрбиямал апай яусыларҙың сәйе бөткәнлеген шәйләне, ләкин яңыртып яһап торманы. Д. Бүләков. Сөмбөл, ашығып, самауырын яңыртты, йәшелсәләр тураны, бешергән
498