ЯҢЫРЫУ
икмәген өҫтәлгә ҡуйҙы. 3. Ҡадирова. Карп Ивановичтың ҡунаҡтарын хөрмәт иткән ике егет .. өҫтәлдәге һый-хөрмәтте әленән-әле яңыртып торҙо. Р. Өмөтбаев.
3. Хәрәкәткә килтереү, йәнләндереү. ■ Обновлять, возрождать, воскрешать, оживлять. // Обновление, возрождение, воскрешение, оживление. ■ Шундай ваҡиғалар ағышында бысраҡ аяҡлы хәүефле һалҡын көҙ ҙә үтеп китте, аҡ кейемле яҡты ҡыш килде, сафлыҡ килтерҙе. .. Уны йәшел тажлы яҙ алмаштырҙы, тирә-йүнде яңыртты. Р. Байымов.
4. Үҙгәреш индереү, үҙгәртеү. □ Обновить, менять, внести новое. // Обновление, перемена, внесение нового. Йәшәйеште яңыртыу. Тормошто яңыртыу. Ауылдарҙа яңыртыу эше алып барыу. ■ Хәҙер ни ҡалала уҡыған йәштәр исем яңырталар бит. М. Тажи.
5. күсм. Кире әйләнеп килеү, яңынан башлау. □ Возобновить, начать вновь; вернуться, возвращаться к чему. // Возобновление, возвращение к чему, восстановление чего. Һөйләшеүҙе яңыртыу. Дуҫлыҡты яңыртыу. М Тынлыҡ оҙаҡҡараҡ һуҙылғас, следователь һүҙ яңыртты. X. Зарипов. Һинең ни шул һаман йыйым мәшәҡәте менән йөрөйһөңдөр инде, Хажибәк ағай, — тип һүҙ яңыртты Алдарбай, төпкө өйгә инеп ултырғас. Ғ. Ибраһимов. Аңын-тоңон уйламай һорашып, был ҡатындың йөрәк яраһын яңыртып ебәреүенә үкенеп, иренен тешләне Ғәлим. Т. Килмөхәмәтов.
6. күсм. Яңынан тергеҙеү, иҫкә (хәтергә) төшөрөү. □ Воссоздать, воспроизводить, восстановить (в памяти). // Воссоздание, воспроизведение, восстановление. Йәшлек хәтирәләрен яңыртыу.
♦ Көлкөһөн {йәки көлкөңдө) яңыртыу башҡаларҙы мыҫҡыллап, көлөп йөрөгән кешегә ҡарата, үҙе ауыр хәлгә ҡалғанда, үсәп әйтелә. □ Отплатить за насмешки. ■ Бер көнөгөҙ, ҡырыҫ донъя яңыртһа ла көлкөнө. Т. Йосопов. Түшәк яңыртыу икенсегә әйләнеү йәки кейәүгә сығыу. □ Повторно жениться или выйти замуж. Ирҙәр йыш түшәк яңырта.
ЯҢЫРЫҠ (яңырығы) (Р.: подпорка;
И.: prop; T.: dayak) и. диал.
Өҫтөнә урҙа, кәштә кеүек нәмәнең башын һалыу өсөн стенаға арҡыры ҡаҡҡан ағас. □ Подпорка (для матицы). Яңырыҡ ҡағыу. Яңырыҡҡа беркетеү. Яңырыҡты яңыртыу.
ЯҢЫРЫУ (яңыр-) (Р.: обновляться; И.: renovate; T.: yenilenmek) ҡ.
1. Ҡабаттан яңыға әйләнеү, яңы булыу. □ Обновляться, оживляться. // Обновление, оживление. М Барлыҡ тирә-яҡ, үҙгәреп, яңырып китте: аяҡ аҫтына йәп-йәшел үлән түшәлде, ағастар яңы япраҡ ярҙы. «Урал батыр». Иштуған йәйге ҡоролоҡта ҡурылған ер өҫтөндә яңырыу, туйыныу тойоп, кинәнеп тирә-яҡҡа күҙ ташлап тора. 3. Биишева.
2. Яңы менән алмашыныу, яңыға әйләнеү. □ Обновляться. // Обновление. М Көнкүреш һәйбәтләнә, ауылдарҙа йорт-ҡуралар яңыра. Ф. Әсәнов.
3. Үҙгәреш кисереү, үҙгәреү. □ Обновляться, меняться. // Обновление, изменение. Тормош көндән-көн яңыра. Ҡала яңыра. ■ Һәр ансамбль һәр тере организм кеүек яңырып торорға, яңы бейеүҙәр ижад ителергә тейеш. Р. Камал. Донъя яңыра, матурлыҡ тыуа, иҫкелек кире сигенә. С. Поварисов. Бер нәмә лә мәңгелек түгел: бөтәһе лә үҙгәрә, яңыра — иҫке донъя әжәлендә яңы донъя бөрөһө үркән яра. Й. Солтанов. • Илле йылда ил яңырыр. Әйтем.
4. Иҫкә (хәтергә) төшөрөү, иҫләү. □ Воссоздаваться, воспроизводиться, восстановиться (в памяти, воображении). // Воссоздание, воспроизведение, восстановление. М Хәҙер, бала саҡ хәтирәләре яңырғас, Риф атаһы тураһындағы уйҙарға ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтты. X. Зарипов.
5. күсм. Яңынан башлау, тергеҙеү. □ Возобновляться, начинаться, восстанавливаться. М Айҙар менән Разия араһындағы әүәлге дуҫлыҡ яңынан яңырып китте. Р. Байбулатов. Сәй эсергә ултырғанға тиклем һөйләшеү ҡабатлап яңырманы. Н. Мусин. [Ялҡынбай менән Әсфәндиәрҙең] ҡайтып еткәнсе араларында һүҙ яңырманы, һәр ҡайһыһы үҙенең уйҙары менән мәшғүл булды. Б. Рафиҡов.
499