Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 500


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯҢЫРЫУ ДӘҮЕРЕ
♦ Көлкө яңырыу башҡаларҙы мыҫҡыллап, көлөп йөрөгән кешегә ҡарата, үҙе ауыр хәлгә ҡалғанда, үсәп әйтелә. □ букв. Пусть обновится твой смех (угроза). ■ Көлкөң яңырыр эле, тип бушҡа әйтмәгәндәр бит боронғолар. Р. Камал. Түшәк яңырыу яңынан әйләнеү (йәки кейәүгә сығыу). □ Повторно жениться (или выйти замуж). • Байҙың ҡатыны үлһә, түшәге яңырыр. Әйтем.
ЯҢЫРЫУ ДӘҮЕРЕ (Р.: эпоха Возрождения; И.: epoch of Renaissance; T.: Rönesans) и. тар. (баш хәреф менән)
XIV-XVI быуаттарҙа Урта быуаттар мәҙәниәтенә алмашҡа килгән Европа мәҙәниәте тарихындағы фән һәм сәнғәттең иң үҫешкән дәүере. □ Эпоха Возрождения, Ренессанс. Яңырыу дәүерен өйрәнеү. Яңырыу дәүерендә йәшәгән рәссам.
ЯҢЫРЫШ (Р.: обновление; И.: renovation; T.: yenilenme) и.
Яңырыу күренеше. □ Обновление, возрождение. ■ Кешеләрҙең өмөткә тулы сағы, бөтә ерҙә яңырыш бара, бөтә урында яңы тормош нигеҙе ҡоралар - йәмғиәттәге был күтәрелеш, майҙанға яңы быуын йәштәре сығыуы сәнғәттә лә барыбер үҙенең сағылышын таба. Р. Камал. Автор хәҙерге колхоз ауылдарында барған яңырыштарҙы күрһәтә. Ғ. Хөсәйенов.
ЯҢЫСА I (Р.: современный; И.: modern; T.: modern) с.
1. Хәҙерге заманға яраҡлаштырылған, хәҙергесә. □ Современный. ■ Радионан, телевизорҙан көнө-төнө яңыса тормош, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәш хаҡында һүҙ алып барыла. Р. Байбулатов.
2. Яңы алым, ысулға нигеҙләнгән, яңы. □ Новый, современный, модернизированный. ■ Яңы башлыҡтың яңыса эштәренә Шыма һөйөнөп йөрөй. Р. Камал. Колхоз производствоһы ҡатмарлы хәҙер, ул яңы эш алымдарын, яңыса етәкселек итеүҙе талап итә. Д. Исламов.
ЯҢЫСА II (Р.: по-современному; И.: anew; T.: yenice) р.
1. Хәҙерге заманса; заманға тура килтереп. □ По-современному, в соответствии
с временем. Яңыса йәшәү. Яңыса кейенеү. М Яңыса йыһазландырылған был дауалау учреждениеһының медицина персоналы яралылар көтә башланы. И. Ғиззәтуллин.
2. Берәй яңылыҡҡа нигеҙләнеп. □ По-новому. ■ Кешегә, хәл-күренештәргә яңыса ҡарағанда ғына, уларҙы тулыһынса тойорға, аңларға мөмкин. А. Абдуллин.
ЯҢЫ СТИЛЬ (Р.: новый стиль; И.: new style; T.: Miladi takvim) и.
1582 йылда Юлиан календары урынына Григорий III тарафынан индерелгән һәм григориан тип йөрөтөлгән 13 көнгә һуңлап килә торған йыл иҫәбе атамаһы; григориан календары. □ Новый стиль (по григорианскому календарю). Яңы стиль буйынса иҫәпләү.
ЯҢЫ ТЕЛДӘР (Р.: современные языки; И.: modern languages; T.: çağdaş diller) и. лингв.
Боронғо үле телдәрҙән айырмалы рәүештә, хәҙерге ваҡытта ҡулланылышта булған телдәр. □ Современные языки. Яңы телдәрҙе өйрәнеү. Яңы телдәр исемлегенә инеү. Яңы телдәрҙе тикшереү.
ЯҢЫ ТЫУҒАН БАЛА (Р.: новорождённый; И.: newborn (baby); T.: bebek) и.
1. Әле генә донъяға килгән сабый. □ Новорождённый. Яңы тыуған баланы ҡарау. Яңы тыуған бала тауышы. Яңы тыуған балалар өсөн кейем.
2. миф. Ике донъя араһында торған, ҡурсалауға мохтаж булған, мифлаштырылған йән эйәһе. □ Новорождённый (мифологизированное лицо, находящееся между тем и этим светом). Я Яңы тыуған бала янына Көрьән, бысаҡ ҡуялар, яңғыҙ ҡалдырмайҙар. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ЯҢЫШАҠ I (яңышағы) (Р.: горлан; И.: bawler, vociferous person; T.: bağırarak konuşan kimse) и. диал.
Ҡысҡырып күп һөйләгән кеше. □ Горлан, крикун. Яңышаҡтар йыйылған. Яңышаҡ үҙенән башҡаны ишетмәй.
ЯҢЫШАҠ II (яңышағы) (Р.: ворчун;
И.: grumbler; T.: mızmız) и. диал.
500