ЯПҠАҠ
ситәнде ике яҡлап, һыйыр тиҙәгенә ваҡ үлән ҡушылған ҡыҙыл балсыҡ һылап эшләнгән, ауыл осондағы мунса ҙурлыҡ ҡына өйөндә япа-яңғыҙы йәшәй. И. Ноғманов. Аулаҡ өйҙә япа-яңғыҙы ғына ултырған Зәйтүнәне күргәс, Шайморатовтың йөрәге елкенеп ҡуйҙы. Я. Хамматов.
ЯПҠАҠ I (япҡағы) (Р.: крышка; И.: lid;
T.: kapak) и. диал. ҡар. ҡапҡас 1.
Ниҙеңдер ауыҙына ҡаплай торған япма.
□ Крышка. Күнәк япҡағы. Ҡаҙан япҡағы. Тәпән япҡағы. Япҡаҡ менән ябыу.
ЯПҠАҠ II (япҡағы) (Р .: грядка у телег; И.: detail of a cart; T.: araba veya kızağın üst kenarı) и. диал. ҡар. үрәсә.
Арба йәки сананың ике яҡлап буй һалынған өҫкө ағасы. □ Грядка, боковой край у телег, саней, повозок. Сананың япҡаҡ башы.
ЯПҠЫС (Р.: крышка; И.: lid; T.: kapak) и. ҡар. ҡапҡас.
1. Нимәнеңдер ауыҙына ҡаплай торған япма. □ Крышка. Кәстрүл япҡысы. Биҙрә япҡысы. Сәйгүн япҡысы.
2. Ишек һымаҡ эшләнгән күгәнле ябыу.
□ Дверка, дверца; створка, ставня, ставни. Баҙ япҡысы. Тәҙрә япҡысы. Я Шул уҡ мейес, шул уҡ һике, өҫтәл, стенаға беркетелеп ҡуйылған япҡысһыҙ шкаф, тимер мейес. Ш. Бикҡол.
3. диал. ҡар. япма 1. ■ Әмәлен тапҡан ҡыҙыҡай: тәҙрә селтәренән, мендәр япҡысынан, һандыҡ төбөндә ятҡан теге ялтыр епле үтә күренмәле яулыҡтан, киҫмәй-ту-раҡламай ғына, килештереп күлдәк теккән. Г. Яҡупова.
4. диал. Өҫ кейеме бысрамаһын өсөн алға бәйләй торған япма; алъяпҡыс. □ Передник, фартук. Аҡ япҡыс. Сигеүле япҡыс. Япҡыс бәйләү.
5. диал. Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең осона ҡатлап тегелгән тар өлөшө; ҡатмар. □ Оборка. Итәккә япҡыс тегеү. Таҫмаларҙан япҡыс яһау.
ЯПМА (Р.: покрывало; И.: coverlet; Т.: örtü) и.
1. Нимәнеңдер өҫтөн ябып ҡуйыу өсөн тегелгән махсус сепрәк; ябыу. □ Покрывало,
накидка, скатерть. ■ Түрҙә ап-аҡ япма йәйелгән һәм күпереп ятҡан мендәрҙәр өҫтөнә селтәр ҡапланған ике карауат ултыра. Р. Байбулатов. Оло яҡта иҫкергәнерәк япма менән йыйыштырылған киң ағас карауат тора. Ә. Байрамов. Залдың алғы яғында өҫтөнә ҡыҙыл япма йәйгән оҙон ғына өҫтәл күренә. В. Исхаҡов.
2. Түшәк өҫтөнә йәйеп ята торған оҙон киң туҡыма; түшәк ябыуы, йәймә. □ Простыня. ■ Аҡ мендәр, аҡ япмалар өҫтөндә Мирсәйҙең ҡара сәсе һәм ыҫмала төҫлө сөм-ҡара һаҡалы тағы ла ҡарая төшкән төҫлө тойола. Ә. Вәли.
3. Өҫтө лапаҡ итеп ябылған асыҡ кәртә; лапаҫ. □ Навес. Ш Хәлимә инәйҙең ашы ла беште, ырҙын япмаһы эсенә тәмле еҫ таралды. И. Ғиззәтуллин. Япма аҫты еләҫ, һалҡынса ине, эҫе ҡояш ҡыҙҙырмай. С. Ильясов. Ҡырас өҫтөндәге япмала тыныс ҡына ҡунған һарыҡтар, иреккә сығыр ваҡыт еткәнен тойоп, ҡапҡаға табан ыңғайланы. Р. Ғабдрахманов.
ЯПМАЛАУ (япмала-) (Р.: накрывать покрывалом или простынёй; И.: put a veil on; T.: örtmek) ҡ.
Япма (1, 2) менән ябыу. □ Накрывать покрывалом или простынёй. Япмалап ҡуйыу. Матур итеп япмалау. Карауатты япмалау.
ЯПМАҺЫҘ ГӨЛ (Р.: голокучник; И.: brill; T.: kireçtaşı meşe eğrelti otu) и. бот.
Ҡаҙаяҡ һымаҡтар төрөнә ингән, оҙон киң тамырлы күп йыллыҡ үлән. □ Голокучник (лат. Gymnocarpium). Бүленгән япмаһыҙ гөл. Япмаһыҙ гөл үҫтереү.
ЯПМЫС (Р.: оборка; И.: frill; T.: farbala) и. диал. ҡар. ҡатмар I.
Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең осона ҡатлап тегелгән тар өлөшө. □ Оборка. / Оборчатый. Япмыс һалып тегелгән күлдәк. Өс япмыслы итәк.
ЯПОН (Р.: японец; И.: Japanese; Т.: Japon) и. этн.
Японияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (палеоазиат телдәренең береһендә һөйләшә). □ Японец, японка. / Японский. Япон телен өйрәнеү. М Семёновтың япондар
502