Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 503


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЯПРАҠ БӨРСӘЛӘРЕ
тарафынан ҡоралландырылған бандаһы 1918 йылдың ғинуар айында Байкал артына баҫып инә. Ғ. Аллаяров. Подполковник Ибраһимов япондарға ҡаршы ла һуғышырға өлгөргәйне. Б. Рафиҡов. Ғәлим ағай япон һуғышы ваҡытында бер рус ҡыҙына өйләнгән. Д. Юлтый.
ЯПОНСА (Р.: по-японски; И.: in Japanese; T.: Japonca) р.
1. Япон телендә. □ По-японски, на японском языке. ■ Улар [бәләкәй Ибраһимовтар] бит ул саҡта ят йырҙарҙы уҙ итә, ят телдәрҙә һөйләшә ине: Кореяла - кореяса, утрауҙарҙа - йә японса, йә корякса. Б. Рафиҡов.
2. Япондарға хас рәүештә. □ По-японски. Японса кейенеү. Японса бейеү.
ЯППАҠ (Р.: мошҡа; И.: gnat; T.: sivrisinek) и. диал. ҡар. ләпәкәй.
Ваҡ ҡына себен. □ Мошка, мошкара. Яппаҡтар һырып алған.
ЯППАР (Р .: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ирәкте ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени ирәкте. Яппар шәжәрәһе. Яппар йыйыны. Яппар байрамы.
ЯППАРЛАР (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин. Ауылда бер нисә урам яппарлар араһына ҡарай.
ЯПРАЙ (Р.: торчащий; И.: protruding; T.: fırlak) с.
Киң, яҫы булып тырпайып торған. □ Торчащий, топорчащийся. Япрай ҡолаҡ.
ЯПРАЙТЫУ (япрайт-) (Р.: оттопыривать; И.: stick out; T.: çıkıntı yapmak) ҡ.
Киң, яҫы итеп тырпайтыу. □ Оттопыривать. Ҡолаҡты япрайтыу.
ЯПРАЙЫУ (япрай-, япрая) (Р.: топыриться; И.: protrude; T.: dışarı fırlamış durmak) ҡ.
1. Киң, яҫы булып йәйелеп тороу. □ Топыриться, торчать. Эттең ҡолағы япрайған. Сәстәре япрайып киткән.
2. Йәйелеп үҫеп китеү, үргенләү. □ Раскидываться; разлиться, разрастись. Имән япрайып үҫкән. ■ Томбойоҡтар япрайып, күлде биҙәп, сәскә атҡан. «Урал батыр».
ЯПРАҠ I (япрағы) (Р.: лист; И.: leaf; Т.: yaprak) и.
1. Үҫемлектең ҡояш нуры ярҙамында углекислота һәм һыуҙы шәкәр матдәһенә әйләндереп туҡланыу өсөн хеҙмәт иткән төрлө формалағы йәшел йоҡа өлөшө. □ Лист, листья; листва. / Листовой. Ағас япрағы. Үлән япрағы. М Аҙна-ун көн эсендә ағас япраҡтары һарғайып, далала моңһоу тынлыҡ урынлашты. А. Абдуллин. Көҙ етте, ағастар япраҡтарын ҡойҙолар. С. Агиш. Әле генә япраҡ ярған һылыу тирәктәр араһынан ярты ай, ярһыуҙан йөҙө ҡыҙғылтланып, тынып ҡарап тора. 3. Биишева.
2. миф. Башҡорт мифологияһында һәр кешенең исеме һәм яҙмышы яҙылған ағас япрағы. □ Лист (в башкирской мифологии у каждого человека на листочке дерева, растущего на том свете, написаны его имя и судьба). Я Япрағы төшһә, кеше үлә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ЯПРАҠ II (япрағы) (Р.: веник; И.: besom; T.: huş ağacı süpürgesi) и. ҡар. миндек.
Мунсала сабыныу өсөн һепертке һымаҡ итеп бәйләнгән йәшел япраҡлы ботаҡтар. □ Веник. Кышҡылыҡҡа йүкәнән япраҡ бәйләү. Мәтрүшкә ҡушып бәйләнгән япраҡ. Япраҡ бешереү. ■ Кендек төшкәнсе баланы бер япраҡ менән сабалар, шунан япраҡты ағын һыуға ташлайҙар. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ЯПРАҠ БӨРСӘЛӘРЕ (Р.: травяные блохи; И.: flea species; T.: armut zararlısı) и. зоол.
Емеш ағастарының яман ҡоротҡосо булған ваҡ себен. □ Травяные блохи (лат. Psyilidae). Япраҡ бөрсәләрен ағыулау. Япраҡ
503