ЯПРАҠ ЕЛЕ
бөрсәләре күбәйгән. Япраҡ бөрсәләре баҡса үҫемлегенә зыян килтерә.
ЯПРАҠ ЕЛЕ (Р.: холодный весенний ветер; И.: cold spring-time wind; T.: soğuk ilkbahar rüzgârı) и.
Ағас япраҡ ярыр алдынан була торған яҙғы һыуыҡ ел. □ Холодный весенний ветер (перед распусканием листьев). Япраҡ еле өрҙө. Япраҡ еле башланды, ағастар япраҡ яралыр, ахыры.
ЯПРАҠ ИМЕ (Р.: заговор листьев; И.: charming with leaves; T.: yaprak yardımıyla yapılan büyü) и. миф.
Миндек ярҙамында им-том итеү ысулы. □ Заговор листьев. М Бала оҙаҡ һөйләшмәһә, япраҡ име менән имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ЯПРАҠ ҠОЙОЛОУ (Р.: листопад; И.: fall of the leaves; T.: yaprak dökümü) и.
Миҙгел алышыныуға бәйле ҡайһы бер үҫемлектәрҙең япраҡ ҡойоу күренеше. □ Листопад. Япраҡ ҡойолоуҙы күҙәтеү. Япраҡ ҡойолоу мәле етте.
ЯПРАҠ ҠОРТО и. зоол. ҡар. япраҡ ҡуңыҙы. Япраҡ ҡортона ҡаршы ағыу. Алмағасты япраҡ ҡорто баҫҡан.
ЯПРАҠ ҠУҢЫҘЫ (Р.: листоед; И.: kind of pest; T.: yaprak böceği) и. зоол.
Сәскәле үҫемлектәрҙә йәшәгән, уларға байтаҡ зарар килтерә торған ваҡ ҡорт. □ Листоед (насекомое) (лат. Chrysomelidae). Япраҡ ҡуңыҙын ағыулау.
ЯПРАҠЛАНЫУ (япраҡлан ) (Р.: покрываться листьями; И.: get covered with leaves; T.: yapraklanmak) ҡ.
Япраҡ сығарыу, япраҡ ярыу. □ Покрываться листьями, распускать листья. ■ Бөрөләре тулышып, япраҡлана башлаған таллыҡта әленән-әле ҡоштар һайрау ы ишетелеп ҡала. Ә. Ғибәҙәтов. Ҡайһы урындарҙа, тимер юлынан эстәрәк, ҡуй көтөүҙәре күренеп ҡалалар, ҡайһы урында ҡылсыҡһыҙ бойҙай баш сығарып һеркәләнгән, көнбағыштар ҙа көр, киң япраҡлана башлаған. А. Таһиров.
ЯПРАҠЛЫ (Р.: лиственный; И.: desidi-ous; T.: yapraklı) с.
Япраҡ яра торған, япрағы булған. □ Лиственный, имеющий листья, с листьями. Тар япраҡлы үҫемлек. Япраҡлы ағас. Түңәрәк япраҡлы үлән. Япраҡлы урман. М Бында һыу сите ҡырсын, ваҡ, ҡуйы бөҙрә талдар, киң яҫы япраҡлы йәш тирәктәр менән ҡапланған. 3. Биишева. Киң япраҡлы, тар япраҡлы, оҙон һәм тәпәшәк гөлдәр йә сәскә атып, йә сәскәһеҙ хуш еҫтәр сәсәләр. Б. Дим.
ЯПРАҠ МЫРЫ и. зоол. ҡар. япраҡ ҡуңыҙы. Япраҡ мырына ағыу һиптереү. Япраҡ мыры һырыған.
ЯПРАҠ ТӨРГӘС (Р.: листовёртка; И.: pest species; T.: salkım güvesi) и. зоол.
Ер йөҙөнөң бөтә өлөштәрендә йәшәгән, ҡурсаҡҡа әүерелер саҡта ҡорттары япраҡты ау менән үрә йәки көпшә итеп бөгә торған ваҡ күбәләк. □ Листовёртка (лат. Tortrici-dae). ■ Бөрсәләр, талпан, бет, япраҡ төргәс ҡарышлауыҡтар йомортҡаларҙа ҡыш сыға. «Башҡортостан», 14 март 2008.
ЯПРАҠ ТӨШОҮ (Р.: предсмертное состояние; И.: condition occurring before death; T.: can çekişme) и. миф.
Үлем алды хәле. □ Предсмертное состояние. М Ышаныуҙар буйынса, япрағы төшкән кешенең йөҙөндә нур ҡалмай, һәм ул күп тә тормай үлә. «Башҡорт мифология -һы»нан.
ЯПРАҠ ТУРҒАЙЫ (Р.: полевой жаворонок; И.: lark species; T.: tarla kuşu) и. диал. ҡар. һабан турғайы.
Турғайҙар төрөнә ҡараған, һорғолт буҙ һыртлы, башы, ҡорһағы һарғылт төҫтәге һайрар турғай. □ Полевой жаворонок (лат. Alauda arvensis). Япраҡ турғайҙары һайраша.
ЯПРАҠ ӘПСЕНЕ и. миф. ҡар. япраҡ име. Баланы имләгәндә япраҡ әпсене ҡулланыу.
ЯПРАҠ ЯРЫУ (япраҡ яр-) ҡ. ҡар. япраҡланыу. Ағастар япраҡ ярған.
ЯПРЫЙ с. диал. ҡар. япрай. Япрый ҡаш. Япрый ҡолаҡ.
ЯПРЫҠ (япрығы) (Р.: жабры; И.: gills; T.: solungaç) и. диал. ҡар. айғолаҡ 1.
504