АҠҺУЙЫР
«Йәшлек», 26 ғинуар 2015. [Аҡсабандың] һырты, ҡанаттарының сите, күҙҙәренең тирәһе, елкәһе ҡара, ҡойроғо һорғолт ерән. Башында ҙур ғына аҡ бурке бар. Э. Ишбирҙин.
АҠСАБЫР и. зоол. ҡар. аҡсабан. Аҡса-быр үҫемлектәргә бай йылға-күлдәрҙә йәшәй.
АҠСЕЙӘ (Р.: чёрный коршун; И.: black kite; T.: kara çaylak) и. диал. ҡар. төйлөгән 1.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған оҙон киң ҡанатлы, киң ҡойроҡло, ҡара көрән төҫлө йыртҡыс ҡош. □ Чёрный коршун (лат. Milvus migrans). Аҡсейә күтәрелә. Аҡсейә себештәрҙе тибә. Бейектә аҡсейә әйләнә.
АҠСЫПСЫҠ (аҡсыпсығы) и. диал. ҡар. аҡ сәпсек. Аҡсыпсыҡ ҡый үләндәре орлоҡтары менән туҡлана.
АҠСЫСҠАН (Р.: горностай; И.: ermine; T.: kakım) и. диал. ҡар. aç I.
һыуһарҙар төркөмөнә ҡараған затлы тиреле, йәйен һоро, ҡышын аҡ төҫтәге йыртҡыс йәнлек. □ Горностай. Аҡсысҡан аулау. Аҡсысҡан тиреһе. Аҡсысҡан эҙе.
АҠСӘЙ (Р.: кипяток; И.: boiling water; T.: kaynar su) и. диал.
Ҡайнаған эҫе һыу; ҡайнар һыу. □ Кипяток. Аҡсәй ағыҙыу. Аҡсәй эсеү. Аҡсәй һыуытыу.
АҠҪЫН (Р.: цинга; И.: scorbut; Barlow’s disease; T.: iskorbüt) и. диал. ҡар. зәңге.
Теш ите сереп, ҡан һауып, хәлде бөтөрә торған яман ауырыу. □ Цинга. Аҡҫын ауырыуы. Аҡҫын менән ауырыу. Аҡҫын менән ыҙалау.
АҠҪЫНЛАНЫУ (аҡҫынлан ) (Р.: бредить; И.: talk deliriously; T.: sayıklamak) ҡ. диал. ҡар. һаташыу 1.
Йоҡлағанда йәки ҡаты ауырығанда аңһыҙ рәүештә һөйләнеү. □ Бредить. Аҡҫынланып йоҡлау. Ауырыу аҡҫынлана. Йоҡо аралаш аҡҫынланыу.
АҠТАБАН II (Р.: белый карась; И.: gibel carp; T.: gümüşi havuz balığı) и. диал.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған яҫы, ялпаҡ кәүҙәле аҡ табан балыҡ. □ Белый карась (лат. Carassius gibelio). Аҡтабан тиҙ үрсей. Аҡтабан үрсетеү. Йылғаға аҡтабан ебәреү.
АҠТАЙЛАҠ II (аҡтайлағы) (Р.: годовалый медвежонок или жеребёнок; И.: опе-year old bear cub; T.: bir yaşında ayı yavrusu veya tay) и. диал.
Бер йәшлек айыу балаһы йәки ҡолон. □ Годовалый медвежонок или жеребёнок. Аҡтайлаҡ уйнаҡлай. Етеҙ генә аҡтайлаҡ. Аҡтайлаҡты тәрбиәләү.
АҠТАМАҠ САРЛАҠ (сарлағы) (Р.: белощёкая крачка; И.: whiskered tern; T.: bıyıklı sumru) и. зоол.
Дөйөм төҫө һорғолт ҡара, ҡанат аҫты һоро, тамағы, сикәләре, ҡойроҡ аҫты аҡ төҫтә булған сарлаҡ төрө. □ Белощёкая крачка (лат. Chlidonias hybrida). Я Аҡтамаҡ сарлаҡтың ҡойроғо айырсалы. Ҡара сарлаҡтан тамағы һәм сикәләре аҡ булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
АҠТАУ (аҡта-) (Р.: появляться (о бельме на глазу)\ И.: appear (of wall-eye)', T.: gözde beyaz leke oluşmak) ҡ. диал.
Күҙгә аҡ һалыу. □ Появляться (о бельме на глазу). Күҙ аҡтау. Күҙ аҡтаһа, аҡ аҡыҡ ҡырып һалғандар. Бер күҙе аҡтаған.
АҠ ТОРНА (Р.: стерх; И.: Siberian white crane; T.: ak turna) и. зоол.
Аҡ төҫтәге торна төрө. □ Стерх, белый журавль (лат. Grus leucogeranus}. Аҡ торнаның тауыш биргәне ишетелә. ■ Ҡамышлы һәм үләнле ҙур күлдәрҙә йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк таралған. Ояһы ерҙә. Беҙҙең яҡта оялау ы билдәһеҙ. Э. Ишбирҙин.
АҠ ТӨШӨҮ II (Р.: стоматит; И.: stomatitis; T.: ağız iltihabı) и. диал.
Ауыҙ эсе боҙолоу; стоматит. □ Стоматит (воспаление полости рта). Аҡ төшөүҙе дауалау. Аҡ төшөүҙең билдәләре. Аҡ төшөүҙе бал менән сайҡатып бөтөрәләр.
АҠТҮТӘЙ (Р.: старшая родная сестра; И.: elder sister; T.: abla) и. диал. ҡар. апай.
Бер туған апай. □ Старшая родная сестра. Аҡтүтәйгә ҡунаҡҡа барыу. Аҡтүтәй -бигерәк сабыр кеше. Аҡтүтәй ҡурсалауы.
АҠҺУЙЫР II (Р.: глухарь; И.: western capercailzie; T.: çalı horozu) и. диал. ҡар. һуйыр.
Ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған урман ҡошо; ҡыр тауығы. □ Глухарь (лат. Tetrao urogal
589