Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 590


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

АҠЫЙ
lus). Ҡарағайҙың иң осонда аҡһуйыр ултыра. Аҡһуйырҙар ылыҫ сүпләй. Аҡһуйырҙар ҡыптырлашып осоп китте.
АҠЫЙ II (Р.: старший брат; И.: elder brother; T.: ağabey) и. диал. ҡар. ағай.
Үҙеңдән оло булған туған ир-ат. □ Старший брат. Минең аҡыйым. Аҡый менән кәңәшләшеү. Минең аҡый күптәргә өлгө.
АҠЫЙ III (Р.: белая чашка; И.: white cup; T.: beyaz fincan) и. диал.
Биҙәкһеҙ аҡ сынаяҡ. □ Белая чашка. Аҡый менән сәй эсеү. Аҡыйҙы таҙартыу. Ҡәһүәнән аҡыйҙар һарғайып киткән.
АҠЫЙ IV (Р.: неспелые ягоды; И.: unripe berries; T.: olmamış çilek) и. диал.
Бешеп өлгөрмәгән емеш-еләк. □ Неспелые ягоды. Аҡый йыйыу. Аҡый бик тиҙ боҙола. Үлән, япраҡтар араһында аҡый күренә.
АҠЫЛ АҘ АУ (Р.: коренной зуб; И.: molar; jaw-tooth; T.: azıdişi) и. диал. ҡар. аҙау теш 1.
Яңаҡтың төп яғындағы яҫы теш. □ Коренной зуб. Аҡылаҙау сығыу. Аҡылаҙау һыҙлау. Аҡылаҙау кителеп төштө.
АҠЫЛ ҺӨЙӘГЕ (Р.: кадык; И.: Adam’s apple; T.: gırtlak çıkıntısı) и. диал. ҡар. күмәгәй.
Ирҙәр үңәсендәге сурайып торған кимерсәк. □ Кадык. Оро кеүек аҡыл һөйәге. Аҡыл һөйәге бүлтәйеп сыҡҡан. Аҡыл һөйәге сурайып тора.
АҠ ЯРМА (Р.: рис; И.: rice; T.: pirinç) и. диал. ҡар. дөгө.
Йылы яҡтарҙа һуғарып үҫтерелә торған, ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған башаҡлы, оҙонсараҡ орлоҡло үҫемлек һәм шул үҫемлектең аҡ орлоғо. □ Рис. Аҡ ярма бешереү. Аҡ ярма бутҡаһы. Аҡ ярманан бәлеш.
АЛАБАЙ IV (Р.: ромашка; И.: camomile; T.: papatya) и. диал. ҡар. аҡ сәскә 1.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, сәскәһенең уртаһы һары, тар-тар ғына таждары аҡ булған тетмәкәй япраҡлы үҫемлек; ромашка. □ Ромашка (лат. Leucanthemum). Ҡырҙа алабай күп үҫкән. Алабай төнәтмәһе. Алабай төнәтмәһе менән бит йыуыу.
АЛАБАЙЛАНЫУ (алабайлан-) (Р.: подхалимничать; И.: adulate; T.: yaltaklanmak) ҡ. диал. ҡар. юхаланыу.
Татлы һүҙ менән алдаштырып ярамһаҡланыу. □ Подхалимничать. Үҙенә көрәккә алабайлана. Артыҡ алабайланыу. Таҫма теле менән алабайлана.
АЛАБАЙТАЛЛАНЫУ (алабайталлан-) ҡ. диал. ҡар. юхаланыу. Алабайталланып йөрөү.
АЛАБЫРАТЫУ (алабырат-) (Р.: отвлекать; И.: distract; T.: avutmak) ҡ. диал.
1. Ҡемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү; албырғатыу. □ Отвлекать. Алабыратып тороу. Һүҙ менән алабыратыу. Хәбәр менән ала-быратыу.
2. Күңелен аулап, албырғатыу; әүрәтеү; алдаштырыу. □ Привирать; отвлекать. Баланы алабыратып тор әле! Алабыратыуға ғына бара торған кеше түгел ул! Матур һүҙҙәр менән алабыратыу.
АЛАҒАРҒА ҮЛӘНЕ (Р.: лилия кудреватая; И.: Lilium martagon; T.: Türk zambağı) и. диал. ҡар. һарына.
Ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күк төҫтәге эре ҡыңғырау сәскәле, һарымһаҡ һымаҡ бүлкәт-бүлкәт булып торған һап-һары төплө урман үләне һәм шул үҫемлектең һары төҫтәге тубырсығы. □ Лилия кудреватая, саранка (лат. Lilium martagon). Алағарға үләнен дауа өсөн ҡулланыу. Хәҙер алағарға үләне һирәк осрай. Алағарға үләненең тамыры.
АЛАҒОЙРОҠ (алағойроғо) (Р.: плут; И.: knave; trickster; T.: hilekar) и. диал. ҡар. алдаҡсы.
Алдай торған кеше. □ Плут. Алағойроҡтоң тоҙағына эләкмә! Алағойроҡҡа ышаныу. Алағойроҡто фашлау.
АЛА КҮГӘРСЕН (Р.: вяхирь; И.: common wood pigeon; T.: tahtalı) и. диал. ҡар. алатуба.
Дөйөм төҫө күкһел һоро, түше һәм ҡорһағы ҡыҙғылт һоро, ҡанат ситтәрендә, ҡойроғоноң ике яғында, муйынында аҡ һыҙыҡтары булған йорт күгәрсененән байтаҡ ҙур ҡош; алатүбә, аладыуа, ҙур күгәрсен, урман күгәрсене. □ Вяхирь (лат. Columba
590