Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 591


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

АЛАТЫР
palumbus). Ала күгәрсен ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Ала күгәрсен тотоу. Ала күгәрсен Башҡортостанда киң таралған.
АЛАҠАҘАУ (алаҡаҙа-) (Р.: поступать опрометчиво; И.: go off at half-cock; T.: düşüncesizce davranmak) ҡ. диал. ҡар. алабарманланыу.
һаҡһыҙ, ипһеҙ ҡыланыу. □ Поступать опрометчиво. Кеше әйткәнде тыңламай, алаҡаҙай. Алаҡаҙап йөрөү.
АЛАМЫС (Р.: полог; И.: curtain; Т.: perde) и. диал.
1. Ҙур дүрткел киндер; турпыша. □ Полог. Аламыс тегеү. Аламыс түшәү. Аламыс ҡаплау.
2. Ҡалдыҡ-боҫтоҡ туҡыма киҫәгенән һуғылған сепрәк балаҫ. □ Тряпичный половик. Аламыс һуғыу. Иҙәнгә аламыс түшәү. Буй аламыс.
АЛАПАI (Р.: медлительный; И.: sluggish; T.: yavaş) с. диал. ҡар. ығыш.
Әкрен ҡуҙғалыусан, яй эшләгән. □ Медлительный. Алапа кеше. Эй, алапа әҙәм! Ул алапа әҙәм килеп еткәнсе!
АЛАПА II (Р.: кое-как; И.: by halves; T.: şöyle böyle) р. диал.
Еренә еткермәй, арлы-бирле генә. □ Кое-как, как попало. Алапа эшләү. Алапа ҡуйыу. Алапа ғына кейенеү.
АЛАП СУҒЫУ (алап суҡ-) (Р.: рассказывать, преувеличивая; И.: overdo it; T.: abartmak) ҡ. диал.
Арттырып һөйләү. □ Рассказывать, преувеличивая. Бик шәп алап суға! Алап суғыр-ға тотондо! Алап суғырға яратыу.
АЛАС III (Р.: дроги; И.: dray; T.: yük arabası) и. диал.
Атҡа егә торған оҙон ағас арба. □ Дроги. Алас егеү. Аласҡа тейәү. Аласҡа тейәлешеү.
АЛА СЕБЕН ТУРҒАЙЫ (Р.: мухоловка пеструшка; И.: European pied flycatcher; T.: kara sinekkapan) и. зоол.
Себен турғайҙары ғаиләһенә ҡараған, һоро түшендә, ҡабырғаларында буй-буй ваҡ ҡына көрәнһыу һоро төҫө һәм сыбар түше менән айырылып торған ваҡ ҡош. □ Мухоловка-пеструшка (лат. Ficedula hypoleuca). ■ [Ала себен турғайының] ҡанаттары һәм һырт
яғы ҡара. Ҡанаттарында, ҡойроғоноң ике яғында аҡ һыҙыҡтары бар. Э. Ишбирҙин.
АЛА СӘПСӘҮ (Р.: хрустан; И.: Eurasian dotterel; T.: dağ cılıbıtı) и. зоол.
Күгәрсендән бәләкәйерәк, һырты күкһел һоро, ҡорһаҡ яғы ерән, аяҡтары һары, суҡышы ҡара булған күсмә ваҡ ҡош. □ Хрустан (лат. Charadrius morinellus). Ала сәпсәү бөжәктәр менән туҡлана. Ала сәпсәү ояһы. Ала сәпсәү һыҙғыра.
АЛА ТАШТУРҒАЙ (Р.: чёрно-пегая каменка; И.: black-eared wheatear; T.: kara kulaklı kuyrukkakan) и. зоол.
Себен турғайҙары ғаиләһенә ҡараған, һорғолт аҡ төҫтә, оҙон ғына аяҡлы, ерҙә йәки таш өҫтөндә йөрөүсе ҡош. □ Чёрнопегая каменка (лат. Oenanthe hispanicd). Ала таштурғай ҡалҡыу урындарҙа осрай. Ала таштурғай ояһы. ■ Ала таштурғай өҙлөкһөҙ ҡойроғон бәүелтә. Э. Ишбирҙин.
АЛАТЕЙЕН (Р.: выхухоль; И.: Russian desman; Т.: desman) и. диал. ҡар. йофар II.
Оҙон моронло, ҡиммәтле тиреле, күл йәки йылға буйында йәшәүсе йәнлек. □ Выхухоль. / Выхухолевый (лат. Desmana moschata). Алатейен һыулы ерҙәрҙә йәшәй. Ҙур алатейен. Алатейен тиреһе.
АЛАТУБА II (Р.: лебеда; И.: orach; Т.: unluca) и. диал. ҡар. алабута I.
Баҫыуҙарҙа, баҡсала һ. б. эшкәртелгән ерҙә үҫкән ваҡ ҡына йылтыр орлоҡло, сыбар, тарбаҡ һабаҡлы бер йыллыҡ сүп үләне. □ Лебеда (лат. Atriplex). Алатуба йолҡоу. Аҡ алатуба.
АЛАТУБА III (Р.: нарост на лиственнице; И.: larch-tree burr; T.: karaçam yumrusu) и. диал.
Ҡарағас ороһо. □ Нарост на лиственнице. Ағас олонондағы алатуба. Алатубаһы булған ҡарағас. Алатубаны ҡырҡып алыу.
АЛАТЫР II (Р.: болтун; И.: babbler; Т.: geveze) и. диал. ҡар. лаҡылдаҡ II.
1. Һөйләүгә әүәҫ, күп һөйләүсән кеше. □ Болтун. Алатырҙың теле телгә йоҡмай. Алатырҙың һүҙе бөтмәҫ. Ататырҙы тыңлау.
2. Төрлө эшкә, йәшәү шарттарына талымһыҙ булған кеше. □ Пройдоха. Алатырҙар бик тиҙ яраҡлаша. Донъя күргән алатыр.
591