АЛА-ҺАЛА
АЛА-ҺАЛА (Р.: временами; И.: from time to time; T.: zaman zaman) р. диал.
Ваҡыты-ваҡыты менән. □ Временами. Ала-һала ғына эшләү. Ямғыр ала-һала яуа. Ала-һала ғына бәйләм бәйләү.
АЛАЯҠ (алаяғы) (Р.: мошка; И.: midge;
T.: böcek) и. диал. ҡар. ләпәк II.
Ваҡ ҡына себен; һуҡыр себен. □ Мошка, мошкара (лат. Simuliidae). Күҙгә алаяҡ төшөү. Алаяҡ һырыу. Алаяҡ тешләү.
АЛБАР (Р.: хлев; И.: cowshed; cattle shed; T.: ahır) и. диал. ҡар. аҙбар.
1. Мал бикләй торған ябыулы кәртә. □ Хлев. Албар төҙөү. Албарға бикләү. Малды албарға ябыу.
2. Ялан кәртә. □ Загон. Ҙур албар. Малды албарға сығарыу. Бәрәстәр албарҙа йөрөй.
АЛБАР АРТЫ (Р.: задворки; И.: backyards; T.: arka avlu) и. диал.
Аҙбар арты, арт яҡ. □ Задворки. Албар артына сығыу. Албар артын рәтләү. Албар артын таҙартыу.
АЛБИҘӘК (Р.: ветреный; И.: featherbrained; T.: hoppa) с. диал. ҡар. елбәҙәк I, 3.
Осоп-төшөп торған, еңел ҡылыҡлы (кеше тураһында). □ Ветреный (о человеке). Алби-ҙәк ҡыҙ. Албиҙәк ҡылыҡ. Албиҙәк йәштәр.
АЛБҮКӘН (Р.: подушка; И.: seat; Т.: at arabasının bir detayı) и. диал.
Күсәр өҫтөнә һалып, үрәсә ултырта торған йыуан дүрткел ағас. □ Подушка (телеги). Алғы албүкән. Артҡы албүкән.
АЛҒАЗЫ (Р.: обжора; И.: glutton; Т.: obur) и. диал. ҡар. бирән 2.
Туймай күп ашаған кеше. □ Обжора. Вәт, алғазы! Алғазы туймаҫ. Туя алмаған алғазы!
АЛҒАРАМА (Р.: передние вязки саней; И.: detail of a cart; T.: kızağın bir detayı) и. диал. ҡар. ҡарама II.
Сана табандарының алғы яҡтағы кәкре баштарын тоташтырып торған бөгәзе. □ Передние вязки саней. Алғарама һыныу. Алғарама эшләү.
АЛҒАҺЫУ (алғаһы-) (Р.: порываться; И.: feel an impulse; strive; T.: heveslenmek) ҡ.
Нимәнелер эшләргә дәртләнеү. □ Порываться, стремиться к чему -л:, гореть жела
нием. Китергә алғаһыу. Ҙур маҡсаттарҙы алғаһыу. Сәмләнеп алғаһыу.
АЛҒҮҘӘК (алғүҙәге) (Р.: тележка ручная; И.: trolley; T.: el arabası) и. диал.
Ҡул арбаһы. □ Тележка ручная. Алғүҙәк менән ташыу. Бер тәгәрмәсле алғүҙәк. Ком-до алғүҙәккә тейәү.
АЛҒЫ БАЛА (Р.: первенец; И.: firstborn; T.: ilk evlat) и. диал.
Беренсе, тәүге бала; баш бала. □ Первенец. Алғы бала булып донъяға килә. Алғы бала һау була. Алғы балаға эш күберәк төшөүсән.
АЛҒЫ ҠАШ (Р.: передняя лука седла; И.: front arch; T.: ön kaş) и. диал.
Эйәр ҡашағаһы. □ Передняя лука седла. Алғы ҡашты борон ҡайын ороһонан яһағандар. Бейек алғы ҡаш. Алғы ҡашты семәрләү.
АЛҒЫ ТЕШ (Р.: резцовый зуб; И.: incisor; T.: kesici diş) и.
Алда торған ҡырҡыусы теш. □ Резцовый зуб. Алғы теш төшөү. Алғы теш һыныу. Алғы теште яматыу.
АЛҒЫ ЯҠ (яғы) (Р.: кухонная половина дома; И.: kitchen; T.: mutfak) и. диал. ҡар.
ҡаҙанлыҡ I, 1.
Өйҙөң ҡаҙан яғы; аш-һыу бүлмәһе. □ Кухонная половина дома. Алғы яҡты йыйыштырыу. Алғы яҡта самауыр ҡайнатыу. Алғы яҡҡа мейес сығарыу.
АЛДАРБА (Р.: тележка ручная; И.: trolley; T.: el arabası) и. диал.
1. Кеше һөйрәп йөрөй торған ике тәгәрмәсле арба; ҡул арбаһы. □ Тележка ручная. Алдарбаға тейәп ҡуйыу. Алдарба менән ташыу. Алдарба менән илтеп ҡуйыу.
2. Еңелгә егелә торған ике тәгәрмәсле арба; ҡуян арба. □ Двуколка. Алдарба егеү. Алдарбаны төҙәтеү. Алдарба тәгәрмәсе.
АЛИЗАРИН [исп. alisari ‘марена (үлән)’] (Р.: ализарин; И.: alizarin; T.: kök boyası) и. хим.
Марена тамырынан йәки яһалма юл менән алынған буяусы матдә. □ Ализарин. / Ализариновый. Ализаринлы буяуҙар. Ализарин - ҡыҙыл төҫ. Ализаринды ҡулланыу.
АЛЙЫМАЙ (Р.: сумасшедший; И.: of unsound mind; T.: deli) с. диал. ҡар. тиле I, 1.
592